Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Енәйәт һәм яза
Пенсияһын даулап алған

Әлшәй районында йәшәгән ир, пенсияға хоҡуғын юллап, судҡа мөрәжәғәт итә.


Ауыр шарттарҙа 12 йылдан ашыу эшлә­үен билдәләп, ул былтыр ноябрҙә Рәсәй Пенсия фондының тө­бәк бүлек­сәһенә пенсияны ваҡы­ты­нан алда тәғә­йен­ләү­ҙе һорап ғариза яҙа. Ведомство хеҙмәткәрҙәре уның газ һәм электр менән иретеп йәбештереүсе булып эшләгән өс йылын хеҙмәт стажына индереүҙән баш тарта, хеҙмәт кенәгәһендә һөнәр атамаһының дөрөҫ күрһәтелмәүенә һылтана. Хәҙер иһә был профессия “электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе” тип атала (“электр” һәм “газ” һүҙҙәренең урыны ғына алмаштырылған).
Прокуратурала яҙманың шул осорҙа ғәмәлдә булған ҡануниәткә ярашлы индерелеүен билдә­ләйҙәр. Суд прокурорҙың дәғүәһен ҡәнәғәт­ләндерә: ҡарар ҡайтанан ҡарала, пенсияға хоҡуҡ тергеҙелә.


Мигрант “хаҡы” күпме?

Өфөләге “Авангард Строй-сервис” предприятиеһы ҙур штраф түләйәсәк.

Миграция ҡануниәтенең үтәлешен тикшереү ба­ры­шында ойошма келәтендә Рәсәйҙәге хеҙмәткә рөхсәте булмаған һигеҙ Үзбәкстан гражданының эшләүе асыҡлана. Тағы ла өс кешенең документы булһа ла, предприятие етәкселеге яңы хеҙмәткәр­ҙәр­ҙе эшкә алыуы тураһында миграция хеҙмәтенә хәбәр итмәй.
Административ эште ҡарау йомғаҡтарына яраш­лы, компанияға һәм уның етәксеһенә 3,5 миллион һум штраф һалына, сит ил граждандары эштән бушатыла.
Милләт араһын болғама

Белорет район суды экстремизм тураһындағы эште ҡарай.

55 йәшлек ир социаль селтәрҙә милли театр­ҙарҙың береһендә барған спектакль хаҡындағы мәҡәләгә ҡарата кире аңлатма яҙған. Уның был ғәмәле хоҡуҡ һаҡлау органдарының иғтибарынан ситтә ҡалмай. Ир дошманлыҡ һәм нәфрәт хисе тыуҙырыуҙа ғәйепләнә. Енәйәт кодексында экстремизмда ғәйепләнгән кешеләргә ҡарата штраф һалыу, холоҡ төҙәтеү эшенә йәлеп итеү, иректән мәхрүм итеү рәүешендәге яза сараларын ҡулланыу ҡарала.

Намыҫыңды юғалтһаң...

Әлшәй район суды тимер юл хеҙмәткәренә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул юл хаҡын үҙләштереүҙә ғәйепләнә.

Былтыр сентябрҙә “Өфө” станцияһында “Екатеринбург – Анапа” поезы начальнигынан бер ҡатын Раевкаға тиклем алып барыуын һорай. Ул 300 һум­ға был үтенесте үтәргә ризалаша. Асыл­да иһә “пассажир” намыҫһыҙ хеҙмәткәрҙәрҙе асыҡлау буйынса уҙғарылған экспериментта ҡатнашыусы була. Поезд начальнигына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Суд ҡарарына ярашлы, унан 25 мең һум штраф һәм Өфөнән Раевкаға тиклем юл хаҡы түләтелә.

Тәртип боҙһаң, тотолаһың

Өфөнөң Октябрь районы Прокуратураһы фитнес клубтарында ҡулланыусылар хоҡуғының үтәлешен тикшерҙе һәм байтаҡ етешһеҙлекте асыҡланы.

Мәҫәлән, “Зорге” фитнес үҙәге етәкселеге ситтән йәлеп ителгән тренерҙарҙың ғәмәлдәре өсөн яуап­лылыҡты үҙ иңенә алмаған. “Көнсығыш клубы”ның хужаһы клиенттарына бассейндан файҙаланыуға рөхсәт ҡағыҙын тик үҙенең медицина кабинетынан алыу талабын ҡуйған. Шул уҡ ваҡытта бындай эшмәкәрлек төрө менән шөғөл­ләнеүгә лицензия алмаған. Ә бассейнда иһә хлор миҡдары норманан 10 тапҡырға юғарыраҡ булыуы асыҡланған.
Тикшерелгән клубтарҙың барыһында ла тиерлек янғын хәүефһеҙлеге талаптары үтәлмәгән. Ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәргә профилактик прививка яһалмаған. Сара йомғаҡтарына ярашлы, 26 ад­минис­тратив эш ҡуҙғатылған, етәкселәргә штраф һалынған, етешһеҙлектәр төҙәтелгән.

Уғрылыҡ яҡшыға килтермәй

Өфөнөң Инорс биҫтәһендә урамда кеше талаусыны тоталар.

35 йәшлек ир ике баланың, телефонды ҡайта­рыуҙы үтенеп, бер кешене баҫтырыуҙарын күреп ҡала. Хәлгә шаһит ир енәйәтсене тотоп, полиция хеҙмәт­кәрҙәренә тапшыра. Асыҡланыуынса, ша­һит үҙе лә урлашҡаны өсөн суд хөкөмөнә тарт­тырылған булған, быйыл февралдә ваҡытынан алда иреккә сығарылған. Үҙенең ошо ғәмәле менән ул дөрөҫ юлға баҫыуын иҫбатлаған. Ә телефон бурына килгәндә, ул судта яуап тотасаҡ.

“Эшҡыуар”ҙы хөкөм көтә

Өфөлә йәшәгән 27 йәшлек егеткә ҡарата асылған енәйәт эше судҡа тапшырылды. Ул мутлыҡ ҡылыуҙа ғәйепләнә.

Асыҡланыуынса, былтыр апрелдән алып авгусҡа тиклем ул Интернет селтәрендә автомобилде ҡур­тымға биреү тураһындағы иғландарҙы табып, хужалары менән һөйләшеүҙәр алып бара, транспортты ваҡытлыса файҙаланған өсөн тәү­ле­генә – 900, аҙнаһына 10,5 мең һум аҡса тү­ләр­гә вәғәҙә итә. Ошо рәүешле арендаға алған бер нисә машинаны ул сит кешегә һатып ебәрә. Авто­мо­биль хужаларына 1,2 миллион һумлыҡ зыян килтерә.
Башҡортостан Прокуратураһы һәм
Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840