Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Яңы һөҙөмтәләр көтәбеҙ”
“Яңы һөҙөмтәләр көтәбеҙ” Әлеге аҙна республикала, май аҙағында яҡшы йолаға әүерелгәнсә, нефть химияһы билдәһе аҫтында үтә. Бөгөн “ВДНХ-ЭКСПО” күргәҙмә комплексында ХХIII Халыҡ-ара “Газ. Нефть. Технологиялар-2015” күргәҙмәһе асыла. Иртәгә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында
V Халыҡ-ара “Ҙур химия” форумы эшен башлай. Күргәҙмәне ойоштороусыларҙың һәм йыйынға әҙерләнеү буйынса саралар координаторының береһе — Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы. Мөһим ваҡиғалар алдынан министр Алексей
Карпухин ошо хаҡта һөйләй.

– Алексей Иванович, әлеге “Башҡортостан Республикаһында нефть һәм газ аҙналығы” ҡатнашыусылар, тематикаһы, тикшереүгә сы­ғарыласаҡ мәсьәләләрҙең әһәмиәте йәһә­тенән әүәлге сараларҙан нимәһе менән айырыла?
– Әйтергә кәрәк, быйылғы саралар июль айында Өфөлә уҙғарыласаҡ ШОС һәм БРИКС илдәре етәкселәренең саммиттары билдәһе аҫтында үтә. Шуға күрә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре, БРИКС дәүләттәре вәкилдәре иҫәбенә ҡатнашыусылар составы ла киңәйә. Ошо илдәрҙең сәйәси эшмәкәрҙәре лә, эшлекле даирәләр, ғилми мөхит вәкилдәре лә киләсәк. Илебеҙҙәге генә түгел, тотош донъялағы нефть химияһы тармағы алдында торған мөһим мәсьәләләрҙе тикшереү күҙаллана. Темалар төрлө буласаҡ.
– Көнбайыш тарафынан Рәсәйгә ҡаршы иҡтисади санкциялар индерелгәндән һуң айы­рыуса көнүҙәккә әүерелгән импортты алмаштырыу мәсьәләһе күтәрелерме?
– Әлбиттә. Нефть химияһы бөтөн иҡтисадтың төп тармаҡтарының береһен тәшкил иткән рес­публикабыҙ өсөн был проблема иң мөһимдәр иҫәбенә инә.
Бәләкәй тоннажлы химия кластеры нигеҙендә нефтте химик эшкәртеүҙең ғилми-тикшеренеү институтында федераль субсидия иҫәбенә өр-яңы үҙенсәлекле Коллектив файҙаланыу үҙәге төҙөлдө. Ул бәләкәй тоннажлы химия продукттарын етештереү өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткә­реү мөмкинлеген бирә. Үҙәккә бик күп эксперттар килде. Уларҙың фекеренсә, ойоштороуҙың икенсе этабы тамамланыу менән (беҙ был эште йыл аҙағында ахырына еткерергә ниәтләйбеҙ), был үҙәк йыһазландырылыуы йәһәтенән илдәге иң яҡшылар иҫәбенә инәсәк. Әҙерләү, бәләкәй йәки уртаса партиялар менән етештерергә өйрәнеү, төрлө май, ҡатнашмалар, һыуытыусы шыйыҡса­лар сығарыу технологияһы үҙенсәлектәрен аңлау бурысы тора.
Импортты алмаштырыу мәсьәләләре менән бөгөн етди шөғөлләнәбеҙ. Был өлкәлә ҙур ком­панияларға тәҡдимдәребеҙ бар. Әммә эште тулыһынса тормошҡа ашырыу өсөн ваҡыт талап ителә.
– Нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереүгә бәйле хәл нисек? Яҡын киләсәктә үҫеш мөмкинлеге бармы?
– Әлбиттә, бар. Республикала машиналар эш­ләү комплексы ярайһы уҡ үҫешкән. Нефть хи­мияһы һәм нефть эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереүгә килгәндә, ошо йүнәлештә йылдам үҫеш өсөн тейешле тәүшарттар етерлек. Һуңғы биш йылда тармаҡтағы алдынғы предприятиелар төп фондтарын етди нығытты, үҙенсәлекле ҡорамалдар һатып алды, сифатҡа идара итеүҙең алдынғы системаларын ғәмәлгә индерҙе. Бөгөн тармаҡ предприятиелары етештергән тауар импортты алмаштырып ҡына ҡалмай, ҡайһы бер күрһәткестәре йәһәтенән сит илдекенән байтаҡҡа өҫтөнөрәк тә. Миҫал рәүешендә “Уралтехнострой — Туймазыхиммаш” корпорацияһын һәм ОЗНА акционерҙар компанияһын әйтергә мөмкин. Уларҙың заказдары етерлек, күрһәткестәре яҡшы.
– Башҡортостандағы һәм Татарстандағы нефть химияһы предприятиеларын сеймал менән тулыраҡ тәьмин итеү мөмкинлеген биргән Ямал-Волга буйы продукт үткәргесен һалыу мәсьәләһе күптән тикшерелә. Форумда ошо тема күтәрелерме?
– Эйе, был мәсьәлә ҡараласаҡ. Ошо проектты тормошҡа ашырыу ҡыҙыҡһындырған Рәсәй тө­бәктәре етәкселәренең башланғысына ярашлы, “Ҙур химия”ла ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле кә­ңәшмә үткәрә. Әле мәсьәлә ентекле тикшерелә, башҡарылған һәм алда торған эштәргә байҡау яһала. Йыйында был тема мотлаҡ күтәреләсәк. Шулай ҙа уның үҙенсәлектәре, барлыҡ нескә­лек­тәре хаҡында һүҙ алып барырға иртәрәк әлегә.
– Форум һөҙөмтәләре республика иҡтиса­дына нимә бирер?
– Башҡортостан сарала үҙенең ҙур етештереү һәм ғилми ҡеүәтен күрһәтәсәк. Коллегалары­быҙға мөмкинлектәребеҙ хаҡында һөйләйә­сәк­беҙ. Оҙайлы һәм үҙ-ара файҙалы килешеүҙәр төҙөлөүен көтәбеҙ. Нефть, газ, химия тарма­ғында республикабыҙ алдынғылыҡты һаҡлап ҡалһын өсөн тырышабыҙ.

Үҙ хәбәрсебеҙ әңгәмәләште.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518