Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йылдың төп ваҡиғаһына әҙербеҙме?
15 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының генераль секретары Дмитрий Мезенцев менән осрашты.

Һөйләшеүҙә республиканың саммит­тарға әҙерлеге һәм был сараларҙың артабанғы үҫеш өсөн әһәмиәте тикшерелде.
– ШОС дәүләттәре башлыҡтарының саммитын үткәреүгә әҙерлек тамамланып килә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Отелдәр әҙер ти­ерлек, Конгресс-холда эш тамамланды. Өфө­ләге меңгә яҡын йортто рекон­стру­к­ция­ланыҡ, яңырттыҡ. Ҡала күр­кәм­ләнде. “Өфө – Аэропорт” автомобиль юлын тө­ҙөк­ләндереү тамамланып килә. Ошо көн­дәрҙә аэропортта яңы терминал асылды. Ҡыҫҡаһы, яҡын арала Өфө саммиттарға тулыһынса әҙер буласаҡ.
Дмитрий Мезенцев үҙ сиратында Өфөләге тәьҫораттары менән уртаҡлашты, ойошма илдәре өсөн саммиттар — йылдың төп ваҡиғаһы, тип билдәләне.
– Ҡабул ителәсәк мөһим документ­тарҙың береһе — ШОС-тың 2025 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы, — тине ул. — Был — ойош­ма ағзалары булған илдәрҙең арта­банғы эҙмә-эҙлекле үҫешен һәм бәйлә­нешен тәьмин итәсәк ябай документ ҡына түгел, ә төбәктә ШОС-тың пози­цияһын ны­ғытыуға, халыҡ-ара мәсьәлә­ләрҙә әүҙе­ме­рәк ҡатнашыуға этәргес. ШОС стра­те­гияһының ойошмаға нигеҙ һалған дәүләт башлыҡтары тарафынан тап Өфө­лә ҡабул ителеүен хәтерҙә тотасаҡбыҙ.

***

Ошо уҡ көндә Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов менән осрашты. Сарала төбәктәрҙәге юл инфраструктураһы проекттарын, шул иҫәптән дәүләт-шәхси партнерлыҡ ниге­ҙендә тормошҡа ашырылған проекттарҙы финанслау мәсьәләләре ҡаралды.




Автор: Р. ХӘСӘНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510