Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡара ер һөргән — аҡ көн күргән
Ҡара ер һөргән —  аҡ көн күргән Бер үк тармаҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтарға барһаң, үҙенсәлектәр, башҡаларҙан айырылып торған ниндәйҙер һыҙаттар эҙләйһең. “Урал”да эш итеү алымдары һәр ерҙәгесә: һөрөп тырматҡандар, культивация, орлоҡ һалыу, тығыҙлау — аяҙ көндөң һәр сәғәте ҡәҙерле. Ваҡыт яғы ла ҡабаландыра, ни тиһәң дә, йәйҙең эҫе көндәренә инеп барабыҙ. Ләкин килеп төшөү менән шул күҙгә ташлана: хужалыҡ рәйесе Рәмил Иштуғановтан башлап барыһы ла ­–йәштәр. Тимәк, бында баҫыуҙарға уңыш өмөт иткән гәрәбәләй орлоҡ ҡына һалынып ҡалмай, ауылдарҙа ла яңы нигеҙҙәр ҡорола.
Беҙ барғанда Шәүҡәт Бәхти­гә­рәев­тең ҡеүәтле “тимер ат”ы тарт­ҡан “Бастер” сәсеү комплексы иген культураларының һуңғы гектарын иңләй ине.
– Ашлама етерлек әҙер­ләнде, орлоҡ та сифатлы, – ти баш агроном Илдар Ғәлиев. – Иң мөһиме – егет­тәр тырыш. Техниканы алдан ҡарағас, күҙ теймәһен, һынат­ҡаны юҡ. Хеҙ­мәт­ләндереү ҙә тейешенсә ойошторолған.
“Кадр” эҙләп, эш барышы тура­һында репортаж яҙам тип баҫыуҙан баҫыуға йөрөйһө тү­гел ине. Юл аша ғына өҫтәлдәй тип-тигеҙ, мамыҡтай “тетелгән” ергә сөгөлдөр сәсәләр.
Ҡара ер һөргән —  аҡ көн күргән– Техник культураларға иғти­бар­ҙы кәметмәйбеҙ, – ти хужалыҡ етәксе­һе Рәмил Иштуғанов. – Бы­йыл 163 гек­тарҙа – шәкәр сөгөл­дөрө, 200-ҙән ашыуында көнбағыш сәсә­беҙ. Ямғырҙар яуып тора, дым етерлек. Бер нисә йыл рәттән булған ҡоролоҡ ҡама­сау­­ланы бит...
Крәҫтиән эшләп өйрәнгән. Шу­ныһы ла бар: ниндәй генә яңы алым ҡулланма, ер эше һауа торошона ныҡ бәйләнгән. Шуға “Урал”­да ҡо­ролоҡҡа сыҙамлы куль­­тураларҙы ла, ямғырлы йылға ҡулай­лаш­ты­рыл­ған­дарын да берҙәй сәсәләр.
Ауыл ху­жа­лы­ғында игенселек ме­нән мал­сылыҡ айырылғыһыҙ. Кем­дәр ма­лын һаҡлаған, шулар бөгөн отол­май. Ә районда иң күп малды Өршәк буйы ауылдарында тоталар. Хатта шәхси ярҙамсыл хужа­лыҡтары ме­нән генә йәшәгәндәр бар. Дөйөм хужалыҡтыҡы булһа, халыҡ ма­лының да туҡ сығасағы, кешеләрҙең техника яғынан ярҙам алыуы бәхәсһеҙ.
Ҡара ер һөргән —  аҡ көн күргән– Районда сәсеү 61 мең 300 гектарҙа башҡарыласаҡ. Яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар 39 мең 200 гектар, техник культуралар 9 695 гектар тәшкил итәсәк, — ти ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе Тәл­ғәт Сафин. — Барлығы 6440 тонна ашлама тупланған, йәғни гектарына 35,2 килограмм индерәсәкбеҙ...
Ергә һалһаң ғына мул уңыш алып була. Ауырғазыларҙың был йәһәттән һыр биргәне юҡ. Эшләй ҙә, яҙын сәскәнде көҙөн һанай ҙа белә улар.





Әйткәндәй...

Башҡортостан ауыл хужалығы министры Николай Коваленко, министрлыҡтың 2015 йылғы яҙғы сәсеү эштәрен үткәреү буйынса кәңәшмәһендә сығыш яһап, һуңғы ямғырҙарҙың, тупраҡта дым запасын тулыландырһа ла, эш барышын тотҡарлауын билдәләне. “Шулай ҙа бының әллә ни ҡурҡынысы юҡ, әле сәсеү өсөн ҡулай осор”, — тине Николай Анатольевич.
Үҫемлекселек һәм мелиорация бүлеге етәксеһе Ирек Сураков та һуңғы 15 йылда тупраҡты дым менән туйындырыу, температура йәһәтенән бындай ҡулайлы шарттарҙың булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Яуым-төшөм тейешенсә булды, ләкин республика буйынса тигеҙ яумаған. Мәҫәлән, Яңауыл районында 6 миллилитр төшһә, Дыуанда 64-кә барып етте, — тине ул. — Тағы шуныһы: бындай һауа шарттары барлыҡ культураларҙы ла тигеҙ сәсергә мөмкинлек бирә”.
Кәңәшмә айҙың икенсе ун көнлөгө башланғас үткәйне. Бөгөн республика игенселәре яҙғы культураларҙы 788 мең гектар майҙанда (38 процент) сәскән. Иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар орлоғо 597 мең гектар (46 процент) майҙанда, шәкәр сөгөлдөрө — 27,4 мең гектарҙа (55 процент), көнбағыш 92,2 мең гектарҙа (44 процент) һалынған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512