Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ике башланғыстың сикһеҙ көрәше...
Ике башланғыстың сикһеҙ көрәше... Шүлгәнташ мәмерйәһе – Башҡортостандың халыҡ күп йөрөгән туристик комплекстарының береһе. Ошо мөғжизәне күреү маҡсатында йыл әйләнәһенә бында ун меңгә яҡын кеше килә, шулай ҙа ҡыш айҙарында был һан ҡырҡа кәмей.


Оҙаҡ йылдар дауамында алып барылған күҙәтеүҙәр Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм уның биләмәһе микроклиматының үҙгәреүен раҫ­ланы. Был йәмәғәтселектә борсолоу тыу­ҙыра, сөнки таштағы һүрәттәрҙең торошон һаҡлауҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙы.
Бөгөнгә тиклем мәмерйә эсендә контрол­һеҙ, хатта ҡайһы берәүҙәрҙең үҙ белдеге менән үткәрелгән фәнни тикшереүҙәр ҙә палеолит осоронан ҡалған һүрәттәрҙең торошонда сағылыш таба һәм рәсемдәргә кире йоғонто яһай. Бындай күренеш 1970 – 1980 йылдарҙа Франция һәм Испания илдәренең мәмерйәләрендә лә күҙәтелә, һөҙөмтәлә улар туристар өсөн бөтөнләйгә ябыла.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ҡа­рамағындағы Мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡ­лау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнул­лин белдереүенсә, сит ил белгестәренең палеолит осоро һүрәттәрен һаҡлауҙа тупла­ған тәжрибәһен төплө өйрәнгәндән һуң, комплекслы объектты музейға әйләндереү Шүл­гәнташ мәмерйәһен һаҡлауҙа бик урын­лы һәм уңышлы юл тигән һығымта яһала. Франция һәм Испания илдәренең музей комплекстары өлгөһөндә, респуб­ликабыҙҙа ла музейҙар селтәре булдырыу – төп ниәт­тәр­ҙең береһе.
Проектҡа ярашлы, заманса йыһазланды­рылған, дизайны һәм формалары тирә-яҡ ландшафт менән тулы бәйләнештә булған төп бинаға мәмерйәне һәм палеолит һүрәт­тәренә арналған музейҙы индереү күҙал­лана. Үҙәк бина визуаль рәүештә тоташҡан массивтарҙан торасаҡ. Ике башланғыстың сикһеҙ көрәшен сағылдырған формалар һәм төҫтәр урын аласаҡ: яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, яҡтылыҡ һәм ҡараңғылыҡ, йәшәү һәм үлем, йәшлек һәм ҡартлыҡ...
Бинаның яҡшылыҡты һәм яҡтылыҡты сағылдырған өлөшөндә ғилми-тикшеренеү үҙәге, офис бүлмәләрен урынлаштырыу күҙҙә тотола, ә инде ҡараңғылыҡ темаһы сағылған яҡта Шүлгәнташ мәмерйәһенең күсермә моделе урын алыр.
Бинаның фасады, эргә-тирәһендәге һуҡ­маҡ­тарҙың башҡорт милли орнаменттары нигеҙендә биҙәлеүе, музейҙың айырым корпустарына башҡорт халыҡ эпосы геройы – Урал батырҙың улдарының исемдәрен би­реү планлаштырыла. Паркты һәм ял урын­да­рын да башҡорт халыҡ эпостары һәм ле­гендалары сюжеты буйынса биҙәү күҙал­лана. Мәҫәлән, Йылҡысыҡҡан күле буйында эйәренә булат ҡылыс таҡҡан Аҡбуҙаттың скульптураһын ҡуйырға мөмкин. Шулай уҡ башҡорт халыҡ байрамдарын, йолаларын һәм этнофестивалдәр уҙғарыу өсөн махсус­лаш­ты­рылған майҙан булдырыу ҙа ҡаралған.
Төп бинанан тыш асыҡ һауала “Боронғо һунарсы”, “Боронғо кешенең хужалыҡ ҡора­малдарын реконструкциялау” һәм “Солоҡ балы” музейҙарын төҙөү күҙалланған.
“Боронғо һунарсы” музейында башҡорт халҡының XVIII – XX быуаттарҙа ҡош аулау, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ ысулдарын са­ғыл­дырған экспозициялар урын аласаҡ.
Тире эшкәртеү, таш ҡорамалдар, керамик һауыт-һаба, һөйәктән яһалған әйберҙәр һәм ташҡа һүрәт төшөрөү өсөн ҡулланылған һа­ры буяу яһау ысулдары менән боронғо ке­ше­нең хужалыҡ ҡорамалдарын рекон­струк­ция­лау оҫтаханаһында танышырға мөмкин буласаҡ.
Солоҡсолоҡ хәҙер Бөрйән районында ғы­на һаҡланып ҡалған, һәм ул хужалыҡта киң ҡул­ланыла. “Солоҡ балы” музейы күпкә ҙу­рай­тылған солоҡ формаһында эшләнәсәк. Бындай ысул туристарға солоҡсолоҡ серҙә­рен асырға ярҙам итәсәк.
Планлаштырылған музей комплексы һәм мәмерйә тирәһендә ҡурсаулыҡ зонаһы булдырыу Шүлгәнташ мәмерйәһен ЮНЕСКО ойошмаһының Бөтә донъя мәҙәни һәм тәби­ғи мираҫтары исемлегенә индереү өсөн төп шарт булып тора.
Быйыл 17–20 июндә Шүлгәнташ мәмер­йә­һендәге палеолит һүрәттәрен һаҡлау проб­лемаһына арналған “Иң боронғо ғибә­ҙәт­хана: археология һәм миф” тип аталған халыҡ-ара симпозиум үтәсәк.
Бөтә донъяға билдәле ғалимдарҙың Шүл­гән­таш мәмерйәһе менән ҡыҙыҡһыныуы беҙ­ҙә ғорурлыҡ уята, һәм палеолит осоро һү­рәт­тәренең һаҡланып ҡалыуына ышаныс тыуҙыра.
Гөлдәр ЙОМАШЕВА,
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге хеҙмәткәре.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509