Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрәктәрҙә – һуғыш әрнеүе
Йөрәктәрҙә – һуғыш әрнеүе Был студенттарға төп фәндәрҙән алда тәүлектәге 24 сәғәтте дөрөҫ һәм тулы ҡеүәткә ҡулланыу серҙәрен өйрәтәләрме икән әллә, тип уйлап ҡуям М. Аҡмулла исе­мендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты яулаған яңы үр йә ойош­торған сара хаҡында ишет­кәс. Һәр яҡлап та әү­ҙем­лектәренең ғилләһен асыҡлар өсөн “Ҡорос” фольклор-театр ансамбленең от­чет концертына юлландым.

Шығырым тулы тамаша залында тәртип, тынлыҡ урынлашҡан. Студенттар ҙа, уҡы­тыу­сылар ҙа етди, байрамса кәйефтә. Беҙ ҡараясаҡ театрлаштырылған концерт бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған, исеме – “Һуғыш әрнеүҙәре йөрәктә...” Әммә шаршау яу яланын тасуирлаған сығыштан түгел, ә башҡорт халҡының һүҙ сәнғәтенең ҙур ҡомартҡыларының береһе — “Урал батыр” эпосынан өҙөк сәхнәләштереү менән асыл­ды. Урал менән Шүлгәнде, уларҙың ата-әсәһен, Һомай ҡошто уйнаған һәр студент изгелек һәм яуызлыҡ, тоғролоҡ һәм хыянат төшөнсәләре менән һуғарылған әҫәрҙең асылын тулы сағылдырҙы, тойғо-кисерештәре аша заман шаңдауын яңғыратты.
Факультеттың иң әүҙем студенттарынан булған Гөлнур Хужәх­мә­това, Гүзәлиә Миңле­баева ишет­тергән һоҡланғыс моңло йырҙар, күмәк ҡыҙҙар башҡары­уындағы бейеүҙәр тамашаны тын да алмай ҡарарға мәжбүр итте. Нәжиб Асанбаевтың “Яралы яҙмыш” дра­ма­һынан өҙөк күрһәткән студент­тарҙың йәш­леге, эскерһеҙ их­лас­лығы менән йәлеп иткән уйыны үҙе бер ғәжәп күренеш булды.
Концерт барышында һәр “артист” сәхнәлә үҙен тотошо, асыҡ, ҡыйыу тауышы, хатта ҡарашы менән ысын театр әһелдәренекенән һис тә ҡалышманы. Ҡасан һәм нисек итеп бөтәһенә өлгөрәләр һәм өйрәнәләр икән тигән һорауыма яуап таптым, буғай. Баҡти­һәң, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәш­тәр театры актеры Илнур Лоҡманов, “Ҡорос” ансамбле менән өс йыл дауамында шөғөл­ләнеп, студенттарға сәхнә серҙәрен аса, белем өләшә.
– Ай һайын бер тамаша әҙер­ләйбеҙ. Һуңғы осорҙа “артиста­рыбыҙ”ҙың актерлыҡ оҫталығын байтаҡ туплағанын тойоп, Наил Ғәйетбаевтың “Ауылға ҡыҙҙар килде” коме­дияһы буйынса спектакль сығарҙыҡ. Уның менән “Ҡорос” төрлө район-ҡалаларҙа ла сығыш яһап өлгөрҙө, халыҡ бик дәррәү ҡабул итте, – ти етәксе. – Ә был театрлаштырылған тамаша минең күптәнге хыялым ине. I – IV курс студенттарының һәләттәре, тырыш­лығы менән маҡсатыбыҙға өлгәш­тек, тип уйлайым.
“Һуғыш әрнеүҙәре йөрәктә...” концертының милләтебеҙҙең шаулы үткәне, киләсәге өсөн борсолоп та, ғорурланып та ижад ителгән шиғырҙар теҙмәһе менән тамамланыуы осраҡлы түгел. Ә уларҙы үҙ йөрәге аша үткәргәндәй әсенеп, сәмләнеп һөйләгән студенттарға “афарин” тип әйтмәй булмай. Татыу, дәртле, камиллыҡҡа ын­тыл­ған егет һәм ҡыҙҙарҙың әүҙемлек сере һәр эште үҙ ваҡытында, ҡоростай ҡеүәт, Аҡмул­ланыҡылай тәрән, төплө белем ярҙамында башҡарыуҙа икә­ненә лә төшөндөм тамаша аҙа­ғында.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 063

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 427

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 958

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 863

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 610

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 217

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 441

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505