Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үрҙәр яулар ҡанат ҡуйҙы
Үрҙәр яулар ҡанат ҡуйҙы Һүҙ юҡ, әҫәрҙең ҡиммәтен, бәҫен халыҡ күтәрә. Ә уның тел үҙенсәлектәрен, яҙыусының алымдарын тәнҡитсе белә. Тап шундай баһалау ҡеүәтенә эйә ғалим, уҡытыусы ине Ишбулды Вәлитов.


1935 йылдың майында Күгәр­сен районының Яңауыл ауылында тыуа ул. Мәктәпте та­мам­лағас, Мораҡ педагогия училищеһында, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының урыҫ-башҡорт бүлегендә белем ала. Йәш белгес 1961 йылда СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалындағы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында хеҙмәт юлын башлай. Оҙаҡламай уны үҙе белем алған юғары уҡыу йортона саҡырып алалар. Ишбулды Ғиниәт улы бында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһында эшкә тәғәйенләнә. Өлкән уҡытыусы була, унан тел һәм әҙәбиәт факультетының декан урынба­ҫа­ры бурысын йөкмәй.
Ишбулды Вәлитов 1972 йыл­да “Зәйнәб Биишеваның ижади эволюцияһы” тигән темаға кан­дидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, бер аҙҙан доцент исемен ала. Артабан оҙаҡ ваҡыт – 1977 – 1987 йылдарҙа – башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһына етәкселек итә. Унан институттың әҙерлек бүлегенең мөдире итеп тәғәйенләнеп, был вазифаны ла намыҫлы атҡара. 1995 йылдан – башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы профессоры.
Ишбулды Ғиниәт улы эшмә­кәрлек осоронда башҡорт халыҡ ижады, Октябрь революцияһына тиклемге башҡорт әҙәбиәте, башҡорт әҙәбиәте тарихы буйынса дәрестәр алып бара. Киң билдәле ”Ашҡаҙар” түңәрәгенә етәкселек итеп, студенттарҙың һәләтен үҫтереүгә күп көс һала. Йәштәрҙең ижад емештәре гәзит-журнал биттәрендә йыш донъя күрә, радиола яңғырай башлай, студенттар әҙәби кисәләрҙә, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, шағир Ғилман Ишкинин “Ашҡаҙар” түңәрәгенә тап Ишбулды Ғиниәт улы етәкселек иткән йылдарҙа әҙәбиәттә тәүге аҙымдарын яһай.
Ғалим И.Ғ. Вәлитов – 100-ҙән ашыу ғилми-методик хеҙмәт авторы. Был эштәр араһында, мәҫәлән, ”Ижади үрҙәргә” (1986) исемлеһен Жәлил Кейекбаев, Мостай Кәрим, Әхиәр Хәкимов һәм башҡаларҙың стиль һәм жанр үҙенсәлектәрен, шулай уҡ фольклорҙың әҙәбиәткә йоғон­тоһон тикшереүгә арнай. Тән­ҡитсе йәнә Азат Абдуллин, Рәшит Солтангәрәев, Шакир ­Янбаевтарҙың әҫәрҙәрен идея-тематик, жанр йәһәтенән тик­шерә, ғилми-методик мә­ҡә­лә­ләре “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында даими баҫыла.
Абруйлы педагог, ғалим, филология фәндәре кандидаты, доцент, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡа­ҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыу­сылар союзы ағзаһы, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты Ишбулды Вәлитов инс­титутта 2007 йылдың февра­ленә тиклем эшләп, юғары ква­лификациялы белгестәр әҙер­ләүгә 45 йыл ғүмерен ба­ғышлай. Уның уҡыусылары Баш­ҡортостандың төрлө төбәк­тә­рен­дә намыҫлы хеҙмәт итә, башҡорт теле һәм әҙә­биәтен үҫтереүгә тос өлөш ин­дерә. Остазыбыҙға ошо көн­дәр­ҙә 80 йәш тулған булыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ишбулды Ғиниәт улы арабыҙҙа юҡ инде, әммә уның эшмәкәрлек емештәре, күркәм башланғыс­тары, яҡшы кәңәштәре уҡыу­сылары, хеҙмәттәштәре, ижад­таштары хәтерендә мәңге йәшәй.

Фәүриә АҠҠУЖИНА,
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, педагогия фәндәре кандидаты, доцент.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509