Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
– Ҡотҡарығыҙ, вирус!
– Эй, Аллам, ошо афәттән ҡотолоп булырмы-юҡмы?
Әйтмә лә инде, шунан күргән нужа. Тамам биҙрәтте бит.
Һуңғы арала Мишкәнең һәр мөйө­шөндә бары вирус хаҡында һөйләйҙәр. Магазинда сиратта торғандар ҙа, почтаға йомош-юл менән килгәндәр ҙә ошо һүҙҙе ҡабатлай. Мине күреп ҡалыу менән барыһы ла күңелен өйкәгән хәбәрҙе әйтеп ҡалырға ашыҡты:
– Өлгөрбай ағай, беҙҙең райондағы вирусты бөтөрөргә ярҙам итегеҙ әле. Бөтөнләй хәлде алды бит.
– Һеҙ мине кем менәндер бутай­һығыҙ, – тинем, кеселекле ғәфү үтенеп. – Мин бит табип түгел. Ни эшләп дауаханаға бармайһығыҙ һуң?
Шулай тип яуаплағас, кемдер мыҫ­ҡыл­лы йылмайҙы, икенсеһе эсендәге “төйөр”өн сығарырға ашыҡты.
– Әйттегеҙ һүҙ! Дауаханаға барыу түгел, ул яҡҡа ҡарарға шөрләйбеҙ хәҙер. Әллә ниндәй зәхмәтле урын бит.
– Аңламайым бер нимә лә! Төшөн­дөрөп бирегеҙ...
Мишкәлә был сәйер вирустың аҙып китеүенең сәбәбе былай икән. 2000 йылда үҙәк дауаханала 60 урынлыҡ хирургия бүлеге төҙөй башлайҙар. Объекттың заказсыһы – Мишкә районы хакимиәте. Эш федераль ҡаҙна иҫә­бенә башҡарыла. 2001 – 2004 йылдарҙа бинаның нигеҙе һалына, сығымды йәлләмәйҙәр, мул ҡыланалар. Тап шул аҡса тигән нәмәнән йоға ла инде тө­ҙөүселәргә сәйер вирус. Бүленгән 8,4 миллион һумды тегеләй-былай туҙҙыр­ғас, эш туҡталып ҡала.
Ваҡытында дауаламағас, вирус аҙ­ған­дан-аҙа. Бер сама арыуланғандай булғас, 2008 йылда ғына башланған төҙөлөш иҫтәренә төшә. Әммә, әлеге лә баяғы, мәкерле сир үҙ эшен ҡылып өлгөрә: нигеҙ емерелә башлаған.
“Бында бер ни ҙә төҙөп булмай, уны ҡабаттан үҙгәртергә кәрәк”, – тип фарман бирелә.
Яңынан эшкә тотоналар, проект-смета документтары әҙерләнә. Уларға ыңғай баһа бирәләр.
Объектҡа тағы 512, 7 миллион һум аҡса талап ителә. Ул 1 йыл да 10 айҙа төҙөлөп бөтөргә тейеш була. Әммә тиҙҙән проекттың тағы күп “вируслы” яҡтары асыҡлана. Шулай итеп, ул ете тапҡыр үҙгәртелә. Арҡыры ятҡанды буйға шылдырып һалған өсөн дә ҡутарып аҡса һораған заманда, берәү ҙә бушҡа эшләмәй. Тегендә лә бында ла 100, 200 меңләп аҡса осоп ҡына тора. Хәҙер инде был сығымдар 206 миллион һумға етеп, кәрәкле дөйөм хаҡ 718 миллион һумдан ашып китә. Әлеге лә баяғы, вирус төҙөүселәрҙең, яуаплы кешеләрҙең хәтерен дә зарарлап өлгөргән шул: түләүҙәр хаҡында теркәп барырға оноталар. Ауырығас ни, бер ойошманың ғына төҙөлөштө ослап ҡуйырға хәленән килмәй. Улар хәлдән тайғас, икенселәре дауам итә, унан өсөнсөләре маташа. Төп заказсылар ҙа, дауахана етәкселәре лә ауырый башлай. Хатта яуаплы органдар төҙө­лөш­төң барышын, ҡайҙа күпме аҡса киткәнен тикшерергә онота. Һатып алынған медицина ҡорамалдары талап ителгән тәртиптә һаҡланмай, һөҙөмтәлә боҙолоп сафтан сыға. 900 мең һумлыҡ офис йыһаздары ла зыян күрә. Бына шулай Мишкә дауаханаһында таралған оятһыҙлыҡ вирусы бик ҡиммәткә төшә.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 443

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513