Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙыусы булыу — мәртәбә
(Лариса Абдуллина, “Яҙыусылар берлегенә инеү әҙипкә нимә бирә?”, 2015 йыл, 10 апрель)
Был бик фәһемле мәҡәләне уҡығас, мин дә һүҙгә ҡушылырға уйланым. Ни өсөн яҙыр-яҙмаҫтар Яҙыусылар союзына инергә ынтыла һуң? Бында әллә ни баш ватаһы юҡ, бөтәһе лә билдәле.

Беренсенән, кеше китап та нәшер итер, бәлки, улар егерменән артыр, ләкин ул үҙен барыбер ысын әҙип итеп тоя алмай, сөнки билеты булмай тороп, ул үҙен “мин яҙыусы” тип әйтә алмай, әхлаҡи хоҡуғы юҡ. Шунлыҡтан, үҙен һәр ваҡыт ғәрип кеше һымаҡ кәм, ситкә тибелгән бәхетһеҙ әҙәм тип иҫәпләй. Ошо рәүешле көнләшеү тойғоһо барлыҡҡа килеүе лә ихтимал. Ә көнләшеү ижадҡа юлдаш түгел.
Икенсенән, билетһыҙ кеше ижад емешен Союзға тапшыра, ләкин унда ҡаҡланып ята. Минеке, мәҫәлән, алты йыл ятты. Шунан “Китап” нәшриәтенең шкафына бикләнә. Ә ике сират — бер ғүмер. Автор үлеп китә, китабы баҫылмай ҡала. Әгәр ҙә инде яҙыусы Союз ағзаһы икән, уның ҡулъяҙмаһы тура нәшриәткә бара, һәм ышаныс бермә-бер арта. Шулай итеп, бәхете булған автор вафат булмаҫ элек үҙ китабын ҡулына тотоп ҡарауға ирешә.
Өсөнсөнән, кеше ҡәнәғәтлек ала. Ул ижади йыйылыштарҙа ҡатнаша, әҙәби мөхиттә йәшәй, һәм был хәл сәмлән­дереп ебәрә. Иң мөһиме — автор оҫтара!
Союзға ингән ҡайһы берәүҙәр ижад итеүҙән туҡталып ҡала тигән фекер ҙә йәшәп килә. Был инде кешенең үҙенә бәйле. Кемдер ике шиғыр менән ишекте киң асып: “Мин — шағирә!” — тип күкрәк һуғып килеп инә, әммә ижады юҡ, икенсе берәү әллә нисә китаплы, халыҡҡа билдәле булып та, был сират күперен сыға алмай, сөнки ҡорбан итеп биргән малы юҡ.
Бындай кеше бюрократияға ҡаршы көрәшеп кәрһеҙләнгәс, ысынлап та, Союзға инеү менән тынысланып ҡалыуы ихтимал: теләгенә өлгәште бит инде, йәнәһе. Ундайҙар тураһында шуны әйтке килә: билет сәфәре уңышлы булһын өсөн юлға сығыусы кешегә бирелә. Ә беҙҙә ни өсөндөр юлы зыярат кәртәһенә килеп төртөлгән кешеләргә тапшырыла төҫлө. Был дөрөҫ түгел. Шулай уҡ ауылда йәшәгәндәргә Союз нимәгә, тип әйтеү ҙә килешмәй. Ғөмүмән, шағирҙар ауылда тыуа, ҡалала ғына вафат була.
Яҙыусылар союзына инеү әҙипкә нимә бирә, ти Лариса Хашим ҡыҙы. Иң тәүҙә ана шул “әҙип” исемен түгелме? Был һорауҙы кирегә әйләндерергә лә була. Союзға йәки башҡа йәмәғәт ойошмаһына, партияға кешеләр нимәлер алыр өсөн түгел, ә бирер өсөн инһен ине. Үҙеңде шуға бағышла, эшлә. Минеңсә, Яҙыусылар союзы ағзаларынан эш күрһәтеүҙәрен дә талап итергә тейештәр. Юғиһә ингән ишек сығыу яғына ла асыҡ булһын.

Заһит МУРСИЕВ,
яҙыусы түгел.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 977

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 236

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 459

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513