Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр сәғәттең ҡәҙерен белеп
Һәр сәғәттең ҡәҙерен белеп Май башының аяҙ көндәре республиканың төньяҡ төбәктәре игенселәрен айырыу­са ҡыуандырҙы. Яңы ғына бөтөнләй аяҡ баҫырлыҡ булмаған баҫыуҙар, тиҙ арала өлгөрөп етеп, ер хужаларын үҙенә саҡырҙы. Улары ужымдарҙы туҡландырыу һәм дым ҡаплау менән бер үк ваҡытта тиерлек иртә культуралар сәсеүгә лә тотондо.


– Сыуаҡ көндәрҙе тулыһынса фай­ҙа­ла­нып ҡалырға тырышабыҙ, — тип күтәренке кәйеф менән ҡаршыланы беҙ­ҙе орлоҡ келәте янында “Раздолье” хужалығы рәйесе Нәзиф Фәтхиев. – Баҫыу эштәрен дәррәү башлап ебәр­ҙек: механизаторҙар техниканы ва­ҡы­тын­да яйлап-көйләне, яғыулыҡ туп­ла­ныҡ. Орлоҡ һәм уларға тейешле дарыу, минераль ашлама етерлек күләмдә.
Яныбыҙға килгән орлоҡ “дарыу­лау­сыға” тейешле кәңәш биреп, Нәзиф Ғәфүр улы беҙҙе яланға саҡырҙы. Юл ыңғайы һүҙен дауам итте:
— Күп йыллыҡ үләндәрҙе һәм 700 гек­тарҙа ужым арышын туҡ­лан­дырыу­ҙы теүәлләнек. Дым ҡаплауҙы уңған һәм тырыш тракторсыларыбыҙ Геннадий Дунаев менән Александр Беляев бөгөн тамамлай.
Ысынлап та, саң туҙҙырып ер тыр­матҡан ике агрегат, бар баҫыуҙы иң­ләп сығып, юл ситендә эштәрен те­үәл­ләй ине.
Етәксе әйтеүенсә, егеттәргә һүҙ тей­ҙерерлек түгел. Икеһенең дә тәжри­бә­һе етерлек, ҡушҡанды еренә ет­ке­реп үтәйҙәр. Ваҡыттың ҡәҙерен белергә лә уларҙы өйрәтәһе түгел. Бына Геннадий Дунаев хатта беҙҙең менән аралашырға туҡтап та торманы, эшен дауам итте. Александр ғына бер нисә ҡәҙерле минутын бүлде. Алты бала атаһы сирек быуат механизатор булып эшләй икән, иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә – баҫыуҙа. Бәхетте ҡайҙандыр ситтә йә яҡындағы ҡалаларҙа эҙлә­мәгән, иген­сенең бер ҙә еңел булмаған хеҙмәте­нән бәхет табып, уның тәмен тойоп, һәүетемсә генә йәшәп ята.
Игенселәр 1350 гектарҙа башҡа­ры­ласаҡ сәсеүгә лә ныҡлап тотонған. Улар бөгөн етерлек дәрәжәлә дым һаҡланған бәрәкәтле тупраҡҡа арпа һәм бойҙайҙың тос орлоҡтарын һала. Икенсе баҫыуҙа тракторсы Альберт Әхмәҙишиндың ҡеүәтле агрегатын нәҡ ошо эш өҫтөндә тап иттек.
– Үҙендә тупраҡты эшкәрткән культиваторы, берләштерелгән орлоҡ һәм ашлама сәскесе һәм ерҙе кәтүкләгән махсус тәгәрмәстәре булған бындай сәсеү агрегаты районда берәү генә, — тип маҡтанып та алды Нәзиф Ғәфүр улы.
Эйе, бер нисә эш төрөн бер үк ваҡытта башҡарып, һауыттарына тул­тырылған орлоғо өс сәғәт сәсеүгә ет­кән был комплексҡа һоҡланырлыҡ шул. Ошоға тағы ла уның менән бары тик бер тракторсы ғына идара иткәнен дә өҫтәһәң, өс тиҫтә йылға яҡын механик һәм баш инженер булып үҙ хужалығында хеҙмәт һалған, ә етәксе вазифаһында үҙенең 12-се яҙғы сәсе­үен башлаған рәйес Нәзиф Фәт­хиевтең ғорурлығын аңларға була...
Ул арала был заман сәскесе орлоҡ һалырға туҡтаны. Альберт Әхмәҙишин 300 гектарлыҡ был баҫыуҙа бойҙай сәсеүгә бөгөн генә тотонған. 28 йыл механизатор булып эшләүсенең дә күңеле күтәренке, эшен бер нисә көндә теүәлләргә иҫәбе.
– Баҫыуҙағылар өсөн уңайлы шарттар булдырылған, — тине ул сәскес йәшниктәренә орлоҡ тултырғанда. – Ойоштороу йәһәтенән хәл ителмәгән бер мәсьәлә лә юҡ. Туҡландырыу ҙа бик һәйбәт. Ашнаҡсы Ольга Абдуллова бешергән ризыҡ телеңде йо­тор­лоҡ. Бай­рам хөрмәтенә тәмле-тәмле кәтлиттәр, ҡоймаҡ менән һыйланы. Нисек тырышмайһың инде бынан һуң?!
Тиҙҙән Альберттың сәсеү агрегаты, мотор тауышын аяҙ күктә һайраған һабантурғайҙар моңона ҡушып, яҙғы баҫыу киңлектәренә ҡуҙғалды. Хәйер­ле юл һиңә, игенсе! Эштәрең уң булһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511