Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Пенсияның йыйылма өлөшө һаҡлана

Ил Хөкүмәте пенсияның мотлаҡ йыйылма өлөшөн һаҡлап ҡалырға ҡарар итте. Министрҙар Кабинеты ултырышында Хөкүмәт Премьер-министры Дмитрий Медведев ошо турала белдерҙе.

– Ҡарар ҡабул ителде. Йыйылма өлөш һаҡла­на­саҡ. Эксперттарҙың күпселеге, иң мөһиме, илебеҙ граждандары ошо фекер яҡлы. Беҙ пенсия систе­маһын үҫтерергә, уны камиллаштырырға, ҡайһы бер алымдарҙы ҡулайлаштырырға тейешбеҙ, — тине Дмитрий Медведев.
Премьер-министр әйтеүенсә, пенсия аҡсаһы иҡтисад өсөн оҙайлы инвестиция сығанағы булырға тейеш. Ул пенсияның йыйылма өлөшөн һөҙөмтә­лерәк файҙаланыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Был эшкә беренсе вице-премьер Игорь Шувалов контроллек итәсәк.
Ошо рәүешле бер нисә ай дауамында барған бәхәскә нөктә ҡуйылды, пенсияның мотлаҡ йыйылма өлөшөнөң яҙмышы хәл ителде. Әйткәндәй, Хөкүмәттең социаль блогы был өлөштө бөтөрөү, ә иҡтисади блок һаҡлап ҡалыу яҡлы ине. Ултырышта Дмитрий Медведев йыл аҙағында Рәсәйҙә иҡтисади үҫештең яңы һулыш аласағы хаҡында хәбәр итте.

Р. ИБРАҺИМОВ.

Ярҙамға мохтаж булһаң…

Башҡортостандың дәүләт юридик бюроһы Өфө һәм республика халҡына түләүһеҙ юридик ярҙам күрһәтә.

Ҡануниәткә ярашлы, аҙ тәьмин ителгән граждан­дарға, I һәм II төркөм инвалидтарына, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, ауыр хәлгә тарыған кеше­ләргә, инвалид һәм етем балаларға, суд тарафынан юридик хоҡуҡһыҙ тип танылғандарға ошондай хеҙ­мәт күрһәтелә. Бюрола күсемһеҙ мөлкәткә, ҡулла­ныусыларҙың хоҡуғын яҡлауға, юридик хоҡуҡты сикләүгә бәйле мәсьәләләр буйынса консультация алырға мөмкин. Ярҙамдың телдән йәки яҙма рә­үеш­тә булыуы ихтимал. Шулай уҡ ғаризалар, ялыуҙар, юлламалар төҙөүҙә булышлыҡ күрһәтелә.
Консультацияны түбәндәге адрестар буйынса алырға мөмкин: Өфө ҡалаһы, Октябрь револю­цияһы урамы, 3; Сибай ҡалаһы, Островский урамы, 30; Октябрьский ҡалаһы, Чапаев урамы, 16; Нефтекама ҡалаһы, Төҙөүселәр урамы, 59; Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Хоҙайбирҙин урамы, 83; Мәсәғүт ауылы, Крупская урамы, 1 а. Белеш­мәләр өсөн телефон: 8 (347) 272-29-23.

А. ХӘЛИЛОВ.

Махсус портал ярҙам итер

Башҡортостанда ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау өсөн Интернет селтәрендә махсус портал асыла. Ведомство-ара комиссия ултырышында республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Рөстәм Камалетдинов ошондай башланғыс менән сығыш яһаны.

– Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса бик күп йәмәғәт ойошмалары, федераль һәм төбәк структуралары бар. Кеше йыш ҡына ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, тейешле мәғлүмәтте нисек алырға белмәй, юғалып ҡала. Сауҙа буйынса дәүләт комитеты берҙәм портал асырға тәҡдим итә. Ул мөрәжәғәт иткән кешене квалификациялы ярҙамға эйә булыу өсөн тейешле ойошмаға ебәрәсәк, — тине ул. Дәүләт комитеты етәксеһе шулай уҡ хоҡуҡтарҙы яҡлау йәһәтенән халыҡтың белемен камиллаштырыу зарурлығын билдәләне.

Ғ. ХӘБИРОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 050

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 415

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 947

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 853

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 595

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 206

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 430

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 400

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 309

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 497