Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Берҙәмлек үҙ емешен бирә
Берҙәмлек үҙ емешен бирә Благовещен районында урындағы үҙидара көнөн үткәреү күркәм йолаға әйләнгән. Ул эстафета рәүешендә бара: бер ауыл Советы икенсеһенә тапшыра.

Илебеҙ өсөн еңел булмаған иҡтисади шарттарҙа халыҡ нисек көн күрә? Көр­сөктөң әсе елдәре йонсотмаймы? Бер кемгә лә сер түгел: ауылдағылар район үҙәктәрендә төпләнергә тырыша, унда­ғылар иһә ҡалаларға китә. Сәбәбе – ауылда эш урындарының үтә аҙ булыуы.
Танышымдың Благовещендан Өфөгә, дөрөҫөрәге, Черниковка биҫтә­һенә көн дә йөрөп эшләүен беләм. Беҙ ҡаланан тағы ла алыҫҡараҡ юл тоттоҡ. Бараһы еребеҙ – Благовещен районының Яңы Надеждин ауылы. Был биләмәлә бөгөн хәлдәр нисек? Ауыл исеме дәүләт телдәрендә матур итеп яҙылған, ҡаланы көнләш­терерлек асфальт түшәлгән урамдан еләбеҙ, өйҙәрҙең төҙөклөгө иғтибарҙы йәлеп итте, мәҙәниәт йортон да оҙаҡ эҙләмәнек, сөнки бина әллә ҡайҙан балҡып күренә.
Берҙәмлек үҙ емешен бирә– Киләсәктә урындағы үҙидара органдарына күп вәкәләттәр йөкмә­теләсәк, – тип ауыл Советы хакимиәте башлыҡ­тарының күңеленә дәрт өҫтәне Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Мосабиров. – Халыҡҡа яҡын булыу, кешеләр менән үҙ-ара кәңәшләшеп эш итеү һәр йәһәттән дә уңыш килтерәсәк.
Депутат бынан бер йыл элек, эшлекле комиссия ағзаһы булараҡ, был бинаны ҡарап сығыуы тураһында һөйләне, хәҙер иһә уның танымаҫлыҡ хәлгә етеп яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә ҡыуанысын йәшермәне.
Ауыл Советы хакимиәте башлығы Наталья Акимкина билдәләүенсә, Яңы Надеждин, Каменная Поляна, Яңы Бла­го­вещенка, балыҡ питомнигы, Сергеевка, Трошкин, Языков, Седовка ауылдарында егермегә яҡын милләт вәкиле татыу ғүмер кисерә. Орлоҡ­солоҡ буйынса махсуслашҡан “Нива” ауыл хужалығы предприятиеһы күптәрҙе эш урыны менән тәьмин иткән, тимәк, бында йәшәү­селәр социаль йәһәттән яҡланған. Урындағы хакимиәт менән хужалыҡтың хеҙмәт­тәшлек ептәре ныҡлы, пред­прия­тиеның халыҡҡа ярҙамы ҙур. Шуның арҡаһында ауылдың инфра­струк­тураһы яҡшырған. Юлдар һалыныуы, биләмәнең төҙөклөгө, мәктәпте һәм мәҙәниәт йортон ремонтлауҙары һәм башҡа эштәр – шуға асыҡ миҫал. Район үҙәге менән ауылдар араһында автобус маршруты ла асылған. Белем усаҡтары һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшләй, ҡайһы бер ауылдарға газ ингән, уңғандар йорттарына һыу торбалары ла һуҙған, шәхси эшҡыуарҙар магазин асҡан, мәсет менән сиркәү бар.
– Борон был урында ҡарурман шаулаған. Төрлө яҡтан йыйылған халыҡ яйлап тамыр йәйгән, – тип тарихҡа ҡыҫҡаса байҡау яһаны Наталья Павловна. – Электән килгән эшһөйәрлек, аныҡ маҡсат менән йәшәү әле лә дауам итә. Малсылыҡ һәм үҫемлекселек – надеждиндарҙың төп шөғөлө. Бөйөк Ватан һуғышында ауыл Советынан 600 самаһы кеше ҡат­нашҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күбеһенә тыуған яғына әйләнеп ҡайтыу насип булмаған.
Наталья Акимкина, ауыл Советы депутаттары һәм старосталарҙың хеҙмә­тен юғары баһалап, уларҙың һәр ва­ҡытта ла терәк-таяныс булыуын бил­дәләне, артабан да берҙәм эш итә­сәктәрен, ошо ысулдың үҙен аҡлауын ышаныс менән әйтте.
Ҡыҫҡаһы, Яңы Надеждин ауыл Советының киләсәкте хәстәрләп йәшә­үенә шаһит булдыҡ. Бөтә ерҙә лә ошон­дағы ише һәйбәт хәл-торошҡа өлгәшелһә ине! Тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны һаналған Яңы Надеждин ауыл Советының бер генә булһа ла ыңғай тәжрибәһен башҡалар өйрәнһә, сара юҡҡа уҙғарылмаған тигән һүҙ.
Рәсми өлөштән һуң сарала ҡатна­шыусылар өсөн бер нисә йүнәлештә экскурсия ойошторолдо. Берәүҙәр “Нива” хужалығы менән яҡындан танышты, икенселәр “түңәрәк өҫтәл”дә фекер алышты. Һуңынан байрам концерты тәҡдим ителде.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518