Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Үлемһеҙ полк” үтте урамдарҙан
“Үлемһеҙ полк” үтте урамдарҙанӨсөнсө көн епшек ҡар яуа,
Өсөнсө көн тоташ, өсөнсө көн
Әрней минең иҫке бер яра.
Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа...


Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулыу ай­ҡанлы баш ҡала­быҙҙа үткән парадҡа барған саҡта Башҡорт­остандың данлы улы, утлы яу яланында йөрәге тапҡырында ятҡан комсомол билетын пуля тишеп үткән халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ошо шиғыр юлдары иҫкә төштө. Бына Өфөлә өсөнсө көн инде ямғыр һибәләй. Көн болотлағанда яралар ҙа ҡуҙғыусан була шул. Күк йөҙөнән ҡойолған был тамсылар шатлыҡ ҡатыш хәсрәт йәштәре булып тойолдо. Шатлыҡ – илебеҙгә ябырылған дошман тар-мар ителде, хәсрәт – күпме кеше ғүмере өҙөлдө ҡанлы ғәрәсәттә!
Байрамға республикабыҙ төбәк­тә­ренән Бөйөк Ватан һуғышында ҡат­наш­ҡан 300 ветеран килде. Уларҙы, оло хөрмәт күрһәтеп, «Йәшел сау­ҡалыҡ» шифаханаһына урынлаш­тырҙылар.
“Үлемһеҙ полк” үтте урамдарҙан 8 майҙа Хәрби Дан музейында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хә­ми­тов яугирҙәргә юбилей миҙал­да­ры тапшырҙы, һуңынан «Башҡортостан» концерт залында байрам концерты һәм төбәк Башлығы исеменән тантаналы ҡабул итеү ойошторолдо.
Әйткәнемсә, ямғыр һибәләп тороуға ҡара­маҫ­тан, Өфө ҡалаһы хакимиәте бинаһы алдындағы майҙанға 20 меңдән ашыу кеше йыйылды. Уларҙың ҡулдарында яуҙа һәләк булған атай-олатайҙарының, әсәй-өләсәйҙәренең, туғандары­ның фотоһүрәттәрен күреп, тәндәр семерҙәп китә: илебеҙҙә һуғыш һөрөмө ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡтыр!..
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, парадта ҡатнашыусыларҙы һәм тотош Башҡортостан халҡын республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тәбрикләп:
– Ҡәҙерле ветерандар! Йөрәге­беҙҙә Һеҙгә булған оло рәхмәт тойғоһо йәшәй. Ватан азатлығын һаҡлап ҡалдығыҙ, емерелгән ҡала һәм ауылдарҙы тергеҙҙегеҙ, тыныс тормошта намыҫ менән хеҙмәт итеп, бөгөн үҙегеҙҙең өлгөгөҙҙә йәш быуынды тәрбиәләйһегеҙ. Һеҙгә хөрмәт һәм дан! – тине.
“Ура!” тауыштарынан һауа һелкенде. Был оран­ды әруахтарҙың рухы ла ишетеп ҡыуан­ғандыр. Улар ғүмерҙәрен юҡҡа ҡорбан итмәне: шөкөр, илебеҙҙә – именлек, төрлө милләттәр татыу тормош ҡора...
Парад менән командалыҡ иткән полковник Салауат Яҡуповтың көр тауышы яңғыраны: “Смирно!” Күкрәгендә орден-миҙалдар бал­ҡыған полковник Башҡортостандың хәрби комиссары, полковник Анатолий Балтинскийға парадҡа әҙер булыуҙары тураһында доклад яһағандан һуң, улар хәрбиҙәрҙең, курсанттарҙың, кадеттарҙың тигеҙ сафы аша сәләм биреп үтте.
Парадты Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатының барабансылары асып ебәрҙе. Оборона, Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Эске эштәр министрлыҡ­тары, Таможня, суд приставтары хеҙмәттәре вәкилдәренең, курсант­тарҙың, кадеттарҙың, һуңғы осор­ҙағы ҡораллы бәре­лештәр яугирҙә­ренең тигеҙ сафына һоҡланып һәм ғорурланып баҡты халыҡ.
Артабан Өфө урамдары буйлап “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡат­нашҡандар атланы. Ҡәҙер­лелә­ренең фотоһүрәттәрен күтәргән халыҡ ағы­мына ҡараһаң, яу ҡырында ятып ҡалған һал­даттар тыуған иленә ҡайтып килә һымаҡ. Хәйер, үҙҙәре ут эсендә ҡалһа ла, уларҙың исемдәре Бөйөк Еңеү булып илгә ҡайтты!
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек: Икенсе донъя һуғышында Башҡортостандан 700 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, уларҙың яртыһы фронтта һәләк булған.




Илеш

Тантаналы митинг йола буйынса осоусы-штурмовик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы М. Гәрәевтең бюсына, Дан монументына һәм яу ҡырҙарында ятып ҡалған илештәр иҫтәлегенә ҡабыҙылған Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыуҙан башланды. Ямғыр ҡойоп тороуға ҡарамаҫтан, ветерандар ҡатнашлығындағы тантаналы митингка олоһо ла, кесеһе лә йыйылды. Район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин ҡотлау һүҙендә Бөйөк Еңеү көнөн яу яланында һәм хеҙмәт тылында яҡынайтыусыларға тәрән ихтирамын белдерҙе.
Артабан барса халыҡ һуғыш йылдарына, Совет һалдаттарының батырлығына арналған театрлаштырылған тамашаны ҡаранылар. Район мәҙәниәт һарайы байрам концерты, йәрминкә, төрлө уйындар ойошторғайны.
Был көндө ауылдарҙа ла тантаналы йыйылыштар, мәҙәни саралар, һуғыш һәм тыл ветерандары менән осрашыуҙар үтте.


Йылайыр

Ошо юбилейға арнап, 8 гектарға яҡын майҙанда 35 мең төп ҡарағай үҫентеһе ултыртылды. Киләсәктә Еңеү урманының шауларына һис тә шик юҡ, тине өмәлә ҡатнашыусылар.
Байрам алдынан район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин Ҡаҙырша ауылында йәшәүсе һуғыш ветераны Нуретдин Игебаевҡа торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сертификат тапшырҙы. Йылайырҙа райондың данлы улдарының береһе, Советтар Союзы Геройы Николай Ириковҡа һәйкәл асылды, Ҡартлаҙма ауылында обелиск сафҡа инде.


Көйөргәҙе

Еңеү көнө алдынан Ермолаевка ауылында “Еңеү һәм Дан” аллеяһын асыу тантанаһы булды.
Бындағы туғыҙ гранит таҡтаташҡа районда тыуып үҫкән батырҙарҙың исеме мәңгеләштерелгән. Үҙәк стелала Көйөргәҙенең гербы һынлана. Аллеяның ҡоймаһы Георгий таҫмаһы рәүешендә эшләнгән.


Нефтекама

Байрам көнөнә тиклем һуғыш һәм тыл ветерандары ҡала етәкселеге, депутаттар һәм йәмәғәтселек вәкилдәре менән бер нисә биҫтәлә шыршы үҫентеләре ултыртыуҙа ҡатнашты. Йүгереп ярышыу, “Башҡортостандың алтын ҡулсаһы” республика акцияһы барышындағы авиашоу ҙа данлы юбилейға арналды.
Еңеү скверындағы митинг барышында тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш осоронда үҫкәндәр хөрмәтенә стелалар асылды, Мәңгелек утҡа һәм яугир һәйкәленә сәскәләр һалынды. Үҙәк майҙанда хәрби парад һәм меңдән ашыу кеше ҡатнашлығында “Үлемһеҙ полк” акцияһы үтте, ял һәм мәҙәниәт паркында һуғыштың тәүге көнөн сағылдырған театрлаштырылған тамаша күрһәтелде, төрлө бәйгеләр ойошторолдо, күргәҙмәләр эшләне.

Салауат ҡалаһы

Һуғыш һәм тыл ветерандары тантананың түрендә булды. Башта улар ҡала буйлап автобуста сәйәхәт ҡылды, һуңынан тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейын барып күрҙе. Сара барышында Мәңгелек утҡа сәскә һалынды, байрамда ҡатнашыусылар ялан кухняһы аштары менән һыйланды.

Сибай

Бөйөк Еңеү көнөн бында күтәренке рухта ҡаршыланы. 5 майҙа “Башҡорт­остандың алтын ҡулсаһы” проектында ҡатна­шыусылар Сибайҙа булғайны. Улар “Роланд”, “Саванна”, “Бекас”, “Текнам” маркалы самолеттар менән күктә төрлө фигуралар яһап күрһәтте. Ҡала халҡы сығыштарҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтте.
Йылдағыса, байрам тантанаһы парадтан башланды, “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашыусылар бигерәк тә күп булды. “Бөйөк яу йылдарына баш эйеп...” тип аталған театрлаштырылған тамаша барыһына ла оҡшаны.


Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Бындағы күренеш, ғөмүмән, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын хәтерләтте: парадта ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар ҙа уҙған быуаттың 40-сы йылдарындағылай кейенеп килгәйне, яу осорондағы техника ла дәһшәтле замандарҙы сағылдырҙы. Бигерәк тә “Зенитсы ҡыҙҙар”, “Катюша хаҡында”, “Еңеү эшелоны”, “Рейхстаг стенаһында” тамашалары ветерандарҙың күңеленә хуш килде, тетрәндерҙе лә.


Хәйбулла

Бөгөн районда Бөйөк Ватан һуғышының 22 ветераны, яугирҙәрҙең 133 тол ҡатыны, 470 тыл хеҙмәтсәне йәшәй.
Райондың бөтә ауылдарында ла һәйкәл-обелисктар яңыртылған, Быҙаулыҡ ауылында яңы мемориал асылған. Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған һәм яуҙан һуңғы йылдарҙа вафат булған ветерандарҙың фотолары менән “Хәтер стенаһы” тергеҙелгән.


Шишмә

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Сәлих” социаль-белем биреү үҙәге биләмәһендә Тыуған ил өсөн һуғышта башын һалған яугирҙәргә мемориал асылды.
Тантанала ветерандар, Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, урындағы хакимиәт башлығы Флүр Уразмәтов, генерал-майор Әхәт Әсәҙуллин, яҙыусы, Башҡортостандағы Урыҫ география йәмғиәте етәксеһе, ошо төбәктә тыуып үҫкән Камил Йыһаншин һәм башҡалар ҡатнашты.
Бөйөк Ватан һуғышына Шишмә районынан 12 меңдән ашыу кеше киткән, шуларҙың яртыһы яу яланында ятып ҡалған. Әле районда 33 һуғыш ветераны йәшәй.
Әбйәлил

Бында байрам тантаналары бер нисә көнгә алдан башланды. Ҡырҡ йыл элек яҙылған һәм Еңеү бай­рамының гимнына әүерелгән “День Победы” йырын күмәкләп башҡарыуҙан ғибәрәт флэшмобта ҡатнашыу­сыларҙы район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов тәбрикләне. Артабан район ветерандар хоры йырҙы башлап та ебәрҙе, уны бөтә майҙан күтәреп алды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыл­лы­ғын районда 19 ғына ветеран ҡаршылай. Улар араһында Хәмит ауылынан 100 йәшлек Әхмәт Хәлфетдинов та бар ине.
Райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендә митингтар, һуғыш һәм тыл ветерандарын тәбрикләү, байрам концерттары ойошторолдо.

Яңауыл

Райондан сыҡҡан Советтар Союзы Геройҙары Мәғсүм Имаметдинов, Виктор Лоскутов һәм Ғайнанша Хәйҙәршинға арналған стеланы асыу байрам сара­ларының иң мөһиме булды. Тантанала ҡатнашҡандан һуң Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев һуғыш һәм тыл ветерандарына юбилей миҙалдары, яугирҙәрҙең тол ҡатын­дарына торлаҡ сертификаттары тапшырҙы. Горький тимер юлы­ның 1945 йылдағыға оҡшатып биҙәлгән һәм йы­һаз­ландырылған “Еңеү поезы”н Яңауыл стан­ция­һында ҡаршылау ҙа үҙенсәлекле булды.
9 Майҙа тантаналы митинг, байрам парады, йөҙәр­ләгән кеше ҡатнашлығында “Үлемһеҙ полк” акцияһы булды, һуғыш барышына арналған театрлаштырылған тамаша күрһәтелде, дөйөм Рәсәй акцияһына ярашлы, меңдән ашыу уҡыусы “День Победы” йырын баш­ҡар­ҙы. Йылдағыса, Советтар Союзы Геройы Ғ. Хәйҙәр­шин исемендәге призға еңел атлетика кросы үткәрелде.

***
Еңеү көнөнә арналған тантаналар башҡа ҡала һәм райондарҙа ла шаулап үтте. Тик күпселек ауылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы вете­рандарының ҡалмауы йөрәкте өйкәй. Заманында яу һөрөмө ҡағылмаған ғаилә, йорт булмаған бит. Ил именлеге, донъя тыныслығы өсөн көрәшкән батыр­ҙарыбыҙ хаҡында онотмау, уларға ҡарата ихтирам рухын йәшәтеү – һәммәбеҙҙең мөҡәддәс бурысы.

К. УСМАНОВА, Э. ҒИЛМУЛЛИНА,
А. НУРЕТДИНОВ, Р. МАНСУРОВ,
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840