Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Еңеү шулай яулана
Ватанын дошмандан һаҡлау өсөн яугирҙәр фронтта йәнен-тәнен аямай һуғышһа, тылда ҡалғандарҙан да тормош көн дә батырлыҡ талап итә. Ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро, бала-саға ауылда колхоз йөгөн тарта. Хәрби йәштән үткән ирҙәр — хеҙмәт армияһына, йәш-елкенсәк ФЗО-ларға ебәрелә, ҡайһы берәүҙәр илебеҙҙең төрлө төбәгенә төҙөлөшкә, шахталарға, мәғдән, ташкүмер, торф сығарыуға, урман ҡырҡыуға оҙатыла. Ул ваҡытта бөтөн нәмә хәрби бойороҡҡа ярашлы башҡарыла, уға буйһонмаған өсөн төрмәгә ябалар йә хөкөмһөҙ-ниһеҙ аталар. Ни хәл итәһең, Еңеү шулай яулана.


Орсоҡ Ҡусҡары ҡыҙы Ғәлимә Ғилмановаға ураҡта йөрөгән ерендә ФЗО-ға повестка тотторалар. Әсәһе ул өс йәшлек саҡта уҡ мәрхүмә булған, ағалары күптән һуғышта, атаһының вафатына ла ике-өс көн генә. Ғәлимә япа-яңғыҙы, әле быуындары ла ҡатмаған 14 йәшлек кенә үҫмер... Келәттә эшләгән һәр кемгә икешәр килограмм ҡырҙыҡ ҡатыш бойҙай бирелә, шуны ҡыҙҙырып, тартып, йомарлап һалып алалар.
Араларынан Зөбәйлә исемле ҡыҙ ФЗО-ға китмәҫкә ҡырталашып илай. Уны ҡыҙҙар тейәл­гән оҙон күкрәкле арбаға арҡан менән бәйләп һалып, Асҡарға алып китәләр. Йыйылған үҫмер­ҙәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Ат арбаһына төйөн­сөк­тәрен тейәп, үҙҙәре йәйәүләп юлға сыға үҫ­мерҙәр, әммә ҡайҙа юл тотоуҙары хаҡында һис бер кем белмәй.
– Сентябрь аҙағы ине. Иртәле-кисле өшөй­бөҙ, көнө буйы ямғыр аҫтында ас көйөнсә, кү­шегеп атлайбыҙ, – тип хәтерләй Ғәлимә апай. – Арттан көр тауышлы бер һыбайлы, сыбырт­ҡыһын шартлата-шартлата һайт-һайтлап, беҙҙе мал кеүек ҡыуып бара. Аяҡ кейемдәре үксәне өйкәһә, сисеп тотаһың да ялан аяҡ китәһең. Табандар ярылып, ҡабарып бөттө. Хәлдән тайып, берәй ауылда туҡтап, йоҡлап, таң һарыһынан әлеге лә баяғы ыҙалыҡтар, мең михнәт менән ары китәһең. Аҙнаға яҡын барҙыҡ. Тәғәйен ер Белорет ҡалаһы булып сыҡты. Әйтерһең дә, беҙ – енәйәтселәр, бар ерҙә һаҡ тора. Шулай бу­лыуға ҡарамаҫтан, ауыр эшкә сыҙамай ҡасыу­сы­лар ҙа булды. Эштән ҡайтҡас та өҫ ке­йем­дәрен систереп, киптереү бүлмәһенә бикләп ҡуялар.
Егеттәр тирә-яҡты ҡойма менән урата, ә ҡыҙҙар унда килтерелгән станоктарҙы бетон менән ергә нығытып ултырта. 32 килограмлыҡ шлаклы блоктар эшләйҙәр, уларға үҫмер ҡыҙ­ҙарҙың саҡ-саҡ көсө етә. Был балаҡайҙарҙың ниндәй генә хәле булһын инде: көнөнә 400 грамм икмәккә, кесерткән һәм сөгөлдөр япра­ғынан “аш”ҡа 12 сәғәт эшләп нисек түҙергә кәрәк?!
Сермән карьерына күскәс, бәлки, яҡшыраҡ булыр, тигән өмөттәре юҡҡа сыға – 40 градус­лыҡ һыуыҡтарҙа Ағиҙел буйында вагондарға ҡом тейәйҙәр. Уныһы туң, цемент менән ҡатырғандармы ни, ауыр сүкеш, кәйлә менән дә аҡтарып булмай. Тағы шлаклы блок эшләргә алып китәләр... Бала-саға эшеме инде ул!
Апай бында һул ҡулының ике бармағын өҙҙөрә. Яраларының үҙәккә үтеп, тәҡәтте ҡо­ротоп һыҙлауына сыҙамай: “Эй, мәүләм, ошондай хәлдәргә ҡалдырып интектермәҫ инең”, – тип илай ҡыҙ.
Ғәлимә апай ауылдашы Хәснә, Иҙәш Ҡус­ҡарынан Яңылбикә, Яңауылдан Мәҫкүрә, Һәмәндән Факиһа, Исхаҡтан Әнисә, Асҡарҙан Мәрүә һәм башҡалар менән оло кеше күтәрә алмаҫтай ауырлыҡтарға түҙгәнен әле лә иламайынса һөйләй алмай.
Һуғыштан һуң уларға ял бирәләр. Ауылдан киткәнгә күпме йылдар үткән... Мәрүә менән ҡыуаныстарының сиге юҡ, ҡайтырға сығалар. Юлды яҡшылап белмәйҙәр. Ул саҡ ҡасҡындар күп булғанлыҡтан, бер кем дә ҡунырға индер­мәй. Бер нисә көн атлағас, тыуған ауылының Бейәғоҙа тауы күренә. Ысынмы-бушмы тип, ҡыҙҙар бер-береһен ҡосаҡлап үкһеп илай.
Ғәлимә апайым, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итеп һыңар ҡулһыҙ ҡал­ған Нөғәмәт Ғилманов менән яҙмышын бәйләп, һигеҙ балаға ғүмер бирә. Әммә ире һуғыш ҡоһоронан, ғаиләһен аяҡҡа баҫтырыша алмай, гүргә инеп китә. Ҡартайғансы ул-ҡыҙҙарын тәрбиәләү, уҡытыу бурысы бала саҡ рәхәтен татымаған, йәшлек ыҙалыҡтары күреп йәшәгән Ғәлимә апай иңенә төшә. Әммә бөгөн 88 йәшлек апай балалары ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәй. Тик иренең документтары теүәл булма­уы арҡаһында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға дәүләт сертификаты алыуҙан мәхрүм.
Йәше олораҡтар, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ ир-егет һуғыш осоронда хеҙмәт армияһына алына. Беҙҙең ауылдан Әғзәм Ғиззәтов, Малләхмәт Ғәлин – Магнитҡа, Хәкимйән Сәйфуллин, Әбүталип Ниғмәтуллин, Йосоп Ямалов, Ғүмәр Хәсәнов, Яҡуп Мәхмүтов – Карагандаға, аҙаҡ Ғибатулла Таһиров һәм башҡалар Белоретҡа ебәрелә. Бында ла һис кемде майлы бутҡа көтмәй. Көс еткеһеҙ ауыр хеҙмәт, аслыҡ кеше­ләрҙе аяҡтан йыға, ҡайһы берәүҙәрҙең үле кәүҙәләре сит-ят ерҙә ятып ҡала. Хеҙмәт армия­һынан ҡасҡан хәлдә лә, барыбер төрмәгә эләгәһең. Шуға фронтҡа һорап китеүселәр йә, ауырлыҡтарға сыҙамай, үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыусылар ҙа булған ауылда.
Хәкимйән Сәйфуллин Инйәрҙә урман ҡырҡа. Көс-ғәйрәте ташып торған бәһлеүәндәй ирҙе лә һаҡ аҫтында алһыҙ-ялһыҙ эшләү, аслыҡ тамам хәлһеҙләндерә. Шундай уҡ хәлгә ҡалған Ярлы­ҡап ауылы егете Әҡсән Илһамов менән икәүһен кешелектән сығарып ҡайтарып ебәрәләр. “Ҡай­тып етә алырҙармы, юлда үлеп ҡалмаҫтармы, үҙәк ялғарлыҡ булһа ла юлға ризыҡ һалып ҡайтарайыҡ”, – тип уйлау бер етәксенең дә башына инеп сыҡмай. Юлды ыратып атларлыҡ хәл булмай. Ашар нәмә юҡ, үлән, ағас япрағы һәм ҡайырыһы менән туҡланып, сыҡмаған йән генә булып ҡайтып аунайҙар. Өйҙә лә нимә генә ашаһындар инде – бишәр-алтышар балалары тилмерешеп, күҙгә генә ҡарап ултыра.
“Атайым ҡаҡ һөйәккә ҡалған, күҙҙәре өңөрә­йеп төпкә батҡан. Кейемен икешәр-өсәр ҡатлап өҫтө-өҫтөнә бет һырыған, көнө-төнө тырнаны­уы... Әсәйем мунса яғып, кейемен быуға тотҡас, ундағы беттәрҙең эҫе ташҡа ҡойолоп, хатта шытырлап янғаны ла ишетелгән. Алай ҙа шул бер һыйыр булды, шуның ағы менән бер ай бар хәленсә тәрбиәләнек. Тик, аяҡҡа баҫа башлауы булды, атайымды фронтҡа алып китеп тә бар­ҙылар”, – тип ул саҡта 12 йәштә генә булған (хәҙер мәрхүмә) ҡыҙы Мәғрифә Фәйзуллина һөйләне.
Хәкимйән Украина, Белоруссия, Польшаны азат итеп, Жуков командалығында Берлинғаса барып етә. Украинаның Ковель ҡалаһын азат иткәне өсөн Сталиндың рәхмәт хаты әле лә һаҡлана. Ут ямғыры аҫтында Висла аша ете күпер һалалар, береһен шартлатыуға икенсе­һен өлгөртәләр. Украина, Белоруссия һәм баш­ҡа фронттарҙа ҡатнаша Хәкимйән Сәйфуллин. Дошман ҡулына эләгеп, әсирлек ғазабы кисер­гән, ҡайтҡас, ҡыйырһытыуҙарға дусар булған яугирҙәр яҙмышы бигерәк аяныс ине.
Мораҙым Ҡужиндың яралы килеш әсирлеккә эләгеүе хаҡында ғаиләһе хәбәрҙар була. Ул Совет ғәскәрҙәре тарафынан ҡотҡарылғас, Полесьела барған ҡаты һуғышта башын һала, шунда ерләнә. Мораҙымдың ҡатыны Ғәфүрә апайҙың икенсе ире, шул уҡ Иҙәш Ҡусҡары егете Ғәлимйән Сафин да тотҡонлоҡ ғазабын кисерә. Миңә 11 йәш саҡта ул беҙгә түңәрәк мейес һалып биргәйне. Эш бөтөп, ике яугир бер аҙ “төшөрөп” тә алғас, оло йәштәге ирҙең асылып китеп, үҙенең әсирлектә булыуын, унда күр­гән михнәттәрен һөйләп, сеңләп илағаны бөгөн­гөләй хәтерҙә. Былар хаҡында атайымдың ләм-мим булырға ҡушҡанын байтаҡ йыл үткәс кенә аңланым.
Хәрби әсирҙәрҙе дезертирға, һатлыҡ йәнгә тиңләү, уларҙың ғаиләләрен ҡулға алыу һәм дәүләт ярҙамынан мәхрүм итеү башланғайны. Шул сәбәпле, иҫән-һау ҡайтып та, совет лагер­ҙарына эләгеүҙән ҡурҡты әсирҙәр, пленда бу­лыуҙарын һөйләмәҫкә тырыштылар. Ә иң ауыры эргәңдәге кешеләрҙән рәнйетелеү ине.
Белоруссия ерендә биш көн һуғышҡандан һуң, хәрби припастар бөтә, өҫтәмә көс тә, си­генергә бойороҡ та килмәй. Шул арҡала Әхтәм ағай Насирйәнов өс йөҙ самаһы һалдат менән әсирлеккә төшә һәм көнбайышҡа ҡыуыла. Ике иптәше менән ҡасып ҡотолдом тигәндә, эттәр менән эҙенә төшөп, талатып, үлтерә яҙғансы туҡмай фашистар. Ауыр эш, аслыҡ, йәбер­һетелеү – барыһын һөйләп бөтөрлөк түгел. Шулай булмаһа, Әхтәм ағай икенсегә ҡасырға батырсылыҡ итер инеме һуң? Был юлы ул Белоруссияла партизандар отрядына ҡушылып, тимер юлдарҙы шартлатыуҙа ҡатнаша. Шунда ҡаты яраланып, госпиталгә эләгә.
Йыл һайын Еңеү байрамында үткәрелгән митингтар, ауыл Советы үҙәге Гусевҡа саҡырып, ветерандарҙы хөрмәтләүҙәре Әхтәм ағай өсөн әсирлек ғазабына тиң булғандыр. Ул бер ҡасан да ауыҙ асып һүҙ һөйләй алманы, Гусевтан ҡайтҡанда бер аҙ “төшөрөп”, ҡыйыуланып алған ҡайһы бер ветерандар: “Әхтәм һуғышҡанмы ни ул, ниместәргә һатылып, ҡасып йөрөгән...” – тип күҙен дә астырмаҫ ине. Шуға ла ағай ундай сараларға йөрөмәҫкә тырышты, һәр саҡ йөҙөн­дә кәмһенеп йәшәгәне һиҙелеп торҙо. Ярай әле, туҡһанынсы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороуҙар тарихтағы күп хәлдәргә, шул иҫәптән әсирҙәргә ҡарашты үҙгәртте. Шунан һуң ғына ағай 45 йыл буйы йөрәгендә һаҡлаған әрнеү-һыҡтауҙарын әсе күҙ йәштәре аша бәйән итте. Әле булһа Әхтәм ағайҙы йәлләүем йөрәгемде телеп алған­дай итә.
Әсирлектә булғандар байтаҡ ине ауылда, тик бик иртә үлеп бөткәндәр, ҡайтҡас та көн күрһәтмәҫтәрен белеп, хатта ҡайһы берәүҙәре үҙ-үҙенә ҡул да һалған.
Ауылымдан 72 ир-егет һуғышҡа китеп, 38-е яу яланында ятып ҡалды. Ҡайтып та, яраларҙан мандый алмай үлгәндәр ҙә күп булды. Ҡус­ҡарҙар (бөтәһе биш ауыл) көнбайышта – немец фашистарына, көнсығышта япон милитаристарына ҡаршы яуҙа ҡатнашты. Полковник дәрә­жәһенә лайыҡ булып, яу яланында ятып ҡалған Хәмит Ғәйзуллин, 15 йыл самаһы элек мәрхүм булған Ламиҡ Мирйәнов, Хәтип Мөбәрәков, лейтенант званиелы бик күп ағайҙар, төрлө дәрә­жәләге Дан һәм башҡа орден алған яугирҙәр, сержанттар, офицер-политрук Моталлап Мортазин һәм, ғөмүмән, Ватанды ҡотҡарыусы­ларҙың һәр кеме менән ғорурланабыҙ.
Һуғыштан ауыр яраланып, һыңар аяҡлы булып ҡайтҡан Ғүмәр Хәсәнов, Рамаҙан Яҡупов, һыңар ҡуллы Нөғәмәт Ғилманов, бер яҡ ҡабыр­ғаһыҙ, һөйләшә алмаған Мостафа Асҡаров, ауыр контузия алған Зиятдин Фәттәховтарҙың беҙҙең күҙ алдында ыҙалап йәшәүе йән әрнеткес бер күренеш ине. Бындай һуғышты, әлбиттә, ҡабат күрергә яҙмаһын.
Атайҙар һуғышҡа китеүгә, күп тә үтмәй, “ҡара ҡағыҙ”ҙар килә башлай. Репрессиялар тулҡы­ны, һуғыш, бер ус бойҙай өсөн төрмәләргә ябыл­ған әсәләрҙең етем балалары күбәйеүе һөҙөмтәһендә, Орсоҡ Ҡусҡарындағы алтын приискы биналарында балалар йорто асыла. Ете класты бөткән Һөйәрбикә Аллаярова райондың мәғариф бүлегенә бойороҡ алырға ялан аяҡ бара, балалар йортона шул уҡ итекһеҙ килеш тәрбиәсе булып эшкә килә. Бында ла үҙе ише ас-яланғас балалар: 100 балаға — ни бары 20 итек, бәләкәйерәктәрен дәрестән-дәрескә йөкмәп ташыйҙар. Етемдәр һаны 232-гә етә!
Ни тиклем ҡыйын булмаһын, дәүләт балалар хаҡында ҙур хәстәрлек күрҙе, бала йәнле тәрбиә­селәр арҡаһында күп кенә етемдәр, ошонда килтерелгәс, аяҡҡа баҫып, уҡып, кеше булып китте. Иң мөһиме — һуғыш осоро балалары эшһөйәр, намыҫлы шәхестәр булып үҫте.

Мөнирә КИРӘЕВА,
хеҙмәт ветераны.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840