Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Барыһына шөкөр. Һуғыш ҡына булмаһын”
“Барыһына шөкөр.  Һуғыш ҡына булмаһын” Сират Иванға ла етә. Юҡ-юҡ, ун һигеҙе тулмаған әле, тағы һигеҙ ай туғандары ҡырында тораһы, уларҙы ҡарайһы бар. Атаһы ла һуғышҡа киткәндә: “Һин – иң ҙуры, туғандарыңды тәрбиәләп үҫтер, уҡыт”, — тине бит. Ә Евдоким Захарович үҙе 42-лә үк хеҙмәт армияһына алынғайны, бомба аҫтында ҡалыпмы, ауырып китепме, һәләк булып ҡуйҙы. Моғайын, оҙатҡан саҡта “бына-бына һуғыш бөтөр, һин үҫеп өлгөрмәҫһең” тип уйлағандыр. Беҙҙең ил сиктәрен уҙһа ла, ике йыл үткәс тә туптар шартлауы тынмаған әле, “ҡара ҡағыҙ”ҙар ҙа килеп тора. Бына сират Евдокимдың өлкән улына етте. Дөрөҫөрәге, сиратһыҙ етте.


Силсәүит рәйесе ун етеһен дүрт ай элек кенә тултырған үҫмерҙе саҡыр­тып алды ла: “Ата­йың­дың паегына ғына йәшәп ятмағыҙ. Мин нәҫел тейешле апайығыҙға туғандарыңды тапшырам да һине фронтҡа ебәрәм. Ике паек алырҙар, исмаһам. Былай бөтөнләй ас тораһығыҙ бит”, — тине.
Шулай шул, ти Иван эстән генә. Ул ауылдан иң һуңғыһы булып фронтҡа китә. Белмәйем, етем балалар йәл булғандырмы силсәүит рәйесенә, әллә “өҫтән” ҡушҡас, һу­ғыш­ҡа ебә­рергә башҡа кеше бул­мағандырмы Семен-Петровскийҙа, ләкин йәше лә етмәгән егетте хәрби комиссариатҡа оҙаталар.
Етем тигәндән, Иванға — иң өлкән балаға — һигеҙ генә йәш була әсәһе үлгәндә. Ҡустыһы ике йәшкә ке­серәк. Ҡатынһыҙ бер аҙ йәшәгәс, Евдоким йәш кәләш ала. Ләкин уныһы ла... сабыйын тапҡанда фани донъя менән мәңгегә хушлаша. Шулай итеп, ир күкрәк ҡыҙ балаһы, ике бәләкәй малайы менән яңғыҙы тороп ҡала. Һуғыш сығып, үҙе алынғанда Иванға 15 кенә йәш була, ә бәләкәй ҡыҙына — ете. Балалар яңғыҙы ғына донъя көтә башлай. Иван, күпме генә ты­рышмаһын, “таяҡ”ҡа ғына эшләп әллә ни ҡыра алмай. Аталарының “паегы” ла етмәй.
– Һуғышта оҙаҡ йөрөй алманым, – тип көрһөнөп ҡуя хәҙер ветеран. — Ҡаты алыштарҙың береһендә яҡында ғына снаряд шартлап, терһәктән ҡулды өҙҙө. Госпиталдә наркоз юҡ, ауыҙға спирт һалдылар ҙа, таяҡ тешләтеп, киҫтеләр...
Ҡайтҡанда Лукьяновтың саҡ ун һигеҙе тула. Яҙмыш шулай бит, әй­терһең, пуля, йәҙрә ямғыры аҫтына, тимер иреп аҡҡан ҡыҙыу афәт эсенә ҡулын ҡалдырыр өсөн генә барған үҫмер. Ә бит күптәр мәңгелеккә лә ятып ҡала. Миллион-миллион ҡор­бандар бирелә. Һаман осона сыға алмайҙар. Хәйер, эш һандамы ни, һәр әҙәм балаһы йәшәр өсөн тыуа был донъяға. Ошо мәхшәрҙә һин бер сәғәт булдыңмы, көнмө, ай, йылмы — уны­һы мөһим түгел. Ғүмереңде һаҡлаған икән Хоҙай, һин башын һалғандар өсөн дә йәшәргә тейешһең.
Йәшәү мәғәнәһен ғаиләһендә күрә Иван: һөйгән ҡыҙына өйләнә, балалар үҫтерә, атаһы васыятына тоғро ҡалып, туғандарын уҡыта, бар булмышы менән эшкә сума...
Тик ҡартаймалы көнөндә – тағы алыш, быныһы инде көн дә түҙемлек талап иткән йән-тән алышы булыр тип башына ла килтермәй. Бынан бер нисә йыл элек аяуһыҙ “ҡара гангрена” тигән ауырыу уның аяғын киҫтертә. Ун ете йәштәгесә, ҡулын киҫтерт­кәндәгесә. Тик шарттар баш­ҡа, йәш бүтән. Бөгөн уның үҙен ҡыҙы Нина, ейәне Сергей Дремов ме­нән килене Марина Дараган тәр­биә­ләй. Шу­лай ҙа күңел төшөнкө­лөгөнә би­рел­мәй ҡарт яугир. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллы­ғына арнап уҙға­рылған фес­тивалгә лә килде. Йәш быуынға, йыйылыусы ауыл халҡына һүҙен әйтте.
– Мин ауылда иң йәше инем. Һуң­ғыһы – 104-се – булып һуғышҡа киттем. Шуларҙың 75-е кире әйләнеп ҡайтманы... Бөгөн бер үҙем ҡалдым. Васыятым шул – тыныслыҡты һаҡ­ла­ғыҙ. Заман ауыр тимәгеҙ, эшлә­геҙ, үҙе­геҙ өсөн тырышығыҙ. Бөгөнгөләй мөмкинлектәрҙең булғаны юҡ. Бары­һы­на ла шөкөр. Һуғыш ҡына бул­маһын...
Ветерандың күкрәгенә Еңеүҙең 70 йыл­лығы айҡанлы булдырылған юбилей миҙалын таҡҡас, ҡарт фрон­товиктың күҙҙәренә йәш эркелде. Әллә ошо көндәрҙе күреү шат­лы­ғынан, әллә инде тәүҙә аранан киткән 75, һуңынан яйлап бәхилләшкән ҡалған ауылдаш-яугирҙәрҙе иҫләүе ине был йәштәр...







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840