Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәҙел Нәжметдин ағай
Ғәҙел Нәжметдин ағай Йылдар бер-бер артлы серле йомғаҡ кеүек тәгәрәп үтеп торһа ла, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, тыл хеҙмәтсәндәренең фиҙакәр хеҙмәте онотолмай. Тарих биттәре улар тураһында һөйләп, йәш быуынға еткереп тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылыбыҙҙа һуғышта ҡатнашҡан бер генә ветеран да, шулай уҡ итәк тулы бала менән һөйөклө ирҙәрен яу яланына оҙатҡан тыл ветераны ла ҡалманы.

Һуғыштың беренсе айҙарында уҡ ауылыбыҙҙа ир-ат бөтөнләй ҡалманы. Ҡатын-ҡыҙҙың һәр береһендә итәк тулы бала. Бигерәк аяныслы: һәр ғаиләнән тиерлек бер нисә ир-ат яу яланында башын һалды. Сәйфуллиндар ғаиләһенән Кәбир, Сабирйән, Барый, Шакирйән һуғышта ятып ҡалды, бары Ғабдрахман абзый ғына Еңеү көнөн күрҙе. Ут күршеләрем, әхирәттәрем Миңлесара, Мөғлифә, Зәкиә, Зөләйхә апайҙарҙың да ирҙәре һәләк булды. Уларҙың йән йәрәхәттәре төҙәлмәне, ғүмер буйы мөхәббәттәрен көтөп йәшәне. Беҙҙең быуынға бик ауыр тормош һынауҙарын үтергә тура килде. Арҡа терәрлек ышаныслы кешеләребеҙҙе һуғышҡа оҙатып бөткәс, ауылда бала-саға, ҡарт-ҡоро ғына ҡалды.
Бик теләһә лә, аяҡҡа зәғиф булғанға һуғышҡа алынмаған үҙе бик ипле, һүҙе ҡиммәтле Нәжметдин Фәрхшатов беҙҙең менән бергә булды. Беҙ уны үҙ итеп, яҡын күреп “Фәрхшатов ағай” тип йөрөттөк. Ул үткер ҡәләмле ауыл хәбәрсеһе ине. Беҙ, ҡатын-ҡыҙ, көн-төн баҫыуҙа фронтты икмәк менән тәьмин итеү өсөн көрәштек. Тылдағы фиҙакәр хеҙмәтебеҙҙе ул ваҡытта сыҡҡан “Еңербеҙ” гәзитендә яҡтыртып торҙо. Һуғыш һәм ил яңылыҡтары, район, ауыл тормошо менән һәр саҡ таныш­тырҙы. Тырыштарҙы күреп, эшкә рухландырып мәҡәләләр яҙҙы. Төшөнкөлөккә бирелергә урын да ҡалдырманы. Баҫыу стандарында ла гәзиттәр сығарып элде. Ураҡ алдынғыларының һәр береһенә ҡыҙыл таҫмалар тапшырып торҙо.
Утлы, дәһшәтле һуғыш осоронда ул Ибраһим башланғыс мәктәбендә уҡытты. Йәмәғәт эштәренең алдынғыһы булды.
— Беҙ, Фәрхшатовтың уҡыусылары, үҫмер балалар колхоздың бер эшенән дә ҡалманыҡ: баҫыуҙа, утауҙа, мал аҙығы әҙерләүҙә, башаҡ йыйыуҙа, бәрәңге ҡаҙыуҙа ҡатнаштыҡ. Ул тормошобоҙҙо еңеләйтер өсөн барлыҡ көсөн һалды. Аталары һуғышта булған балаларға ярҙам итте. Беҙҙе лә тыуған ергә, халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итергә өйрәтте, — тип хәтерләй уҡыусылары.
Колхоздың элекке агрономы Фәйез Садиҡов та уҡытыусыһын онотмай:
— Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Атай­ҙарыбыҙ яуҙа ятып ҡалды. Фәрхшатов ағай беҙҙе кәмһетмәне, бөтәбеҙгә лә йөрәк йылы­һын тигеҙ бүлде, балаларҙы яратты, бик ғәҙел кеше ине.
Фәрхшатов ағайҙың бала сағы ауыр йылдарға – Беренсе бөтә донъя һуғышы йылдарына – тура килгән. Ул 1914 йылдың декабрь айында тыуған. Етенсе бала булғанлыҡтан, үҙен “артыҡ тамаҡ” тип ҡабул иткәндәр. Ғазап-михнәт менән үткән үҫмер йылдары. Белем алырға ынтылыш уны арҙаҡлы яугир-яҙыусы Ибраһим Ғиззәтуллин менән Стәрле­тамаҡ уҡытыусылар институтында таныштыра.
Еҙем-Ҡаран мәктәбенең әҙәбиәт уҡытыусыһы Миҙхәт Хәлилов оҙаҡ йылдар яҙыусы менән хат алышып тора.
“Еҙем-Ҡаранда Нәжметдин Фәрхша­тов исемле дуҫым булырға тейеш. Беҙ уның менән 1937 йылда Стәрлетамаҡта бергә уҡыныҡ. Сатан ине ул, таяҡҡа таянып йөрөй торғайны. Унда уҡыған иптәш­тәрҙең күбеһен онотоп бөтөргәнмен, ә бына “ах, черт возьми сатан Нәжми” тигәнен онотмағанмын. Әле лә шаҡ­маҡлы пинжәк, буйлы салбар кейгән килеш күҙ алдымда. Бик йор егет була торғайны...” — тип яҙған яҙыусы.

Флүрә ХӘЛИЛОВА,
хеҙмәт ветераны.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511