Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Икмәк тәмен һуғыш бөткәс кенә белдек”
Үҙәк телевидение каналдарында һәм төрлө баҫмаларҙа Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған фильмдар күрһәтелә, яҙыла. Әммә тыл һалдаттарына — олатайҙарыбыҙға, өләсәйҙәребеҙгә, әсәйҙәребеҙгә арналғандары аҙ.

Беҙҙең ауылда һуғыш алдынан 92 шәхси хужалыҡ иҫәпләнгән, шунан 124 ир-егет яуға киткән. Эшкә яраған йәш үҫмерҙәр, олатайҙарыбыҙ, апайҙарыбыҙ хеҙмәт армияһына юлланған. Улар, Сверд­ловск өлкәһе һаҙлыҡтарында торф киҫеп, яғыулыҡ әҙерләнеләр, Урал аръяғындағы ҡорал заводтарында эшлә­неләр. Өйҙә ҡалған бабайҙарыбыҙ, өлә­сәйҙәребеҙ, әсәйҙәребеҙ 10-15 йәшлек балалары менән ир-ат башҡара торған эште үҙ өҫтөнә алды. Һөрөү, сәсеү, утау, урыу, һуҡтырыу, елгәреү – барыһы ла ҡул, ат көсө менән башҡарылды. Бөгөн ул эш ҡоралдарын музейҙарҙа ла осратмаҫһың. Емеш-еләк, йәшелсә, картуф үҫтерҙеләр. Ҡошсолоҡ, умарта­сылыҡ менән шөғөлләнделәр, уңыш хаҡында алдан хәстәрлек күреп, баҫыуҙарҙа ҡар тоттолар.
Колхоз алдына дәүләт ҡуйған йөкләмәләрҙе үтәгәндән һәм яңы йылға сәсеүгә келәткә иген һалынғандан һуң, ҡалғанын колхозсыларға эш көнө иҫәбенән бүлеп бирҙеләр. Күрәһең, ул йылды ҡоролоҡ булғандыр, әсәйем бирелгән ҡапсыҡ төбөндәге игенде алып ҡайтып өҫтәлгә ҡуйҙы ла: “Бына, балалар, ошоноң менән яңы уңышҡа ҡәҙәр йәшәргә тейешбеҙ”, — тине. Ыумас ыуҙыҡ, бешергәнебеҙ бәрәңге булды. Яҙға сыҡҡас, төрлө үлән ашаныҡ. Ҙур байрам көндәрендә генә ҡул тирмәнендә ярҙырылған бойҙай ярмаһынан бутҡа, ҡоймаҡ бешерҙеләр. “Икмәк” һүҙен ишетһәк тә, тәмен һуғыш бөтөп күп йылдар үткәс кенә татыныҡ.
Мәктәптән асығып ҡайтып, ҡара арыш икмәген һындырып алып, һалҡын һыу менән ашаһаң, унан да тәмле аш юҡ кеүек ине. Колхоз етәкселәре һәм район үҙәгенән килгән тикшереүселәр йыш ҡына иген һуҡҡан, ырҙын табаҡтарында эшләгән колхозсыларҙы ҡаршы алып, уларҙың төшкө аш-һыу алып барған һауыттарын, кеҫәләрен тикшерә ине. Игендәрҙе баҫыуҙан йыйып алғандан һуң да башаҡ йыйырға рөхсәт ителмәне. Колхозсының кеҫәһендә 200-300 грамм иген тапһалар, ҙур енәйәт итеп иҫәпләп, хөкөмгә тарттырҙылар.
Колхоз һәм шәхси хужалыҡтағы малды, ҡош-ҡортто ҡышлатыр өсөн ем, бесән әҙерләнеләр. Шәхси хужалыҡта бер баш һыйыр, өс баш һарыҡ тоторға рөхсәт ителде. Мал башы иҫәбенән һөт йәки май, йомортҡа, йөн тапшырҙыҡ һәм башҡа йөкләмәләрҙе түләнек. Шунан ҡалған ғына май, һөт, йомортҡаны һатып, балаларға өҫ кейеме, уҡыу кәрәк-ярағы алдылар. Йүкә ағасының ҡабығын эшкәртеп, ғаиләләренә сабата яһа­нылар, киндер үләнен һуҡтырып, күлдәк, таҫтамал, ашъяулыҡ, һарыҡ йөнөнән балаҫ һуҡтылар, фронттағы һалдаттарға һәм үҙҙәренең ғаиләләренә йылы кейем бәйләнеләр.
Әсәйем, атайығыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһа, мине ғәфү итер, кейем табылыр, тип өлкән ағайыма атайымдың итеген, салбарын ҡыҫҡартып кейҙерҙе, миңә пинжәгенең эслегенән күлдәк текте. Беҙҙең яҡтарҙа яғыулыҡ мәсьәләһе ауыр, урман йыраҡ, киҫергә рөхсәт ителмәне. Ҡыш буйы ат, һыйыр тиҙәге йыйып, яҙ сыҡҡас, өйөп яндыралар; һыу һибеп, үҙләнгәнсе ат менән тапатып, ҡалыптарға һалып, һуҡтырып кипте­рәләр. Шулай итеп, һәр ғаилә үҙенә ҡышҡылыҡҡа яғыулыҡ әҙерләне.
Шәхси хужалыҡтағы эштәр — тауыҡ себештәрен, ҡаҙ бәпкәләрен ҡарау, малдарҙы көтөүҙән ҡаршы алыу, баҡса һәм башҡа йорт мәшәҡәте беҙгә, кескәй­ҙәргә, йөкмәтелгәйне. Был эштәрҙе йәшәүҙең төп сығанағы икәнен аңлап, тырышып башҡара торғайныҡ. Ул йылдарҙа ауылыбыҙҙа радио ла, телефон да юҡ ине. Ил, район үҙәге менән бәйләнеш — почтальон Ғосман баба­йыбыҙ. Ул район үҙәгенә аҙнаһына бер-ике мәртәбә барып, хат-хәбәр алып ҡайтты. Икенсе бәйләнеш мәктәп булды. Һуғыштан яраланып ҡайтҡан Фәрит ағай Яппаров етәксеһе булып эшләне. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә әсәйҙәребеҙҙе йыйып, һуғышта, илдә булған ваҡиғалар, хәбәрҙәр, Башҡортостан һуғыш барған яҡтарҙан алыҫ булыуға ҡарамаҫтан, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән таныш­тырҙы. Уҡырға, яҙырға өйрәтте. Бер класты ла бөтөрмәгән әсәйҙәребеҙ ғәрәп, иҫке латин яҙмаһын да, яңы алфавитты ла белде. Мәктәпкә бармаған кистәрҙә әсәйҙәребеҙ кемдең өйө ҙурыраҡ (кәрәсинде күп бөтөрмәҫ өсөн), шунда йыйылып ултырҙы. Улар һуғыштағы һалдаттарға һәм ғаиләләренә бәйләм бәйләне. Бергәләшеп үткәндәрҙе иҫкә алып, почтальон Ғосман бабай алып ҡайтҡан хәбәрҙәр менән уртаҡлашып, илап та, йырлап та алалар ине. Шулай итеп, ауырлыҡтар, юғалтыуҙар, күҙ йәштәре менән бер-бер артлы дәһшәтле йылдар үтә торҙо. Беҙҙең “Ленинсы” колхозы алдынғыларҙан иҫәпләнде. Атай­ҙарыбыҙ нисек ҡалдырған булһа ике бригада ярышып эшләп, колхоздың абруйын төшөрмәйенсә, шулай һаҡла­нылар. Әсәйҙәребеҙ, олатайҙарыбыҙ, өләсәйҙәребеҙ, йәш үҫмерҙәр, яуҙан яраланып ҡайтҡан ағайҙарыбыҙ колхоз­дың ҡола яландарында бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға ҡәҙәр “Бөтәһе лә — фронт өсөн!”, “Бөтәһе лә — Еңеү өсөн!” тип эшләне. Ауылыбыҙҙан 124 кеше яуға китте, 70-е яу яландарында башын һалды. Улар хөрмәтенә эшҡыуарҙар Римма менән Ринат Исламовтарҙың ярҙамында былтыр ауылыбыҙҙың уртаһында обелиск асылды.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506