Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Еңеп ҡайтырмын…”
“Еңеп ҡайтырмын…” Ҡатмарлы, шау-шыулы, ҡайһы саҡта шаҡ ҡатырлыҡ осорҙа йәшәйбеҙ. Бындай мәл оҙаҡҡа һуҙылһа, заманында яҙмышыбыҙҙы хәл иткән бөйөк тарихи хәл-ваҡиғалар төҫһөҙләнер кеүек.

Беҙ, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең балалары, миллиондарҙың ғүмере менән яуланған Еңеү байрамы бер көнлөк хәтирә һәм тантана рәүешле генә булмаһын ине, тигән уйҙабыҙ. Хәүефләнергә урын бар, сөнки тиҙҙән ғәййәр алыштың тере шаһиттары бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡаласаҡ. Шуға күрә һуғыш яланында ятып ҡалған һалдаттарҙың өскөл хаттарын, иҫән ҡайтҡан ветерандарҙың иҫтәлектәрен йәштәргә еткереү – беҙҙең бурыс, тип иҫәпләйем, сөнки улар – иң дөрөҫ, ышаныслы документтар.
Мәҫәлән, оҙаҡ йылдар Сибай педагогия училищеһында эшләгән ветеран-уҡытыусы Рәшиҙә Ғәфүр ҡыҙы Нәҙерғолованың шәхси архивында ҡәҙерле аманат – Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған оло ағаһы Хәмит Мотаевтың хаттары, фотоһүрәттәре һаҡлана. Ир-азамат 1922 йылда Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында тыуған. Атаһы Ғәфүр Мотаев, заманының күренекле кешеһе булараҡ, төбәктә ғүмер буйы балалар уҡытҡан. 16 йәшлек Хәмитте белемле итеү маҡсатында 1938 йылда Өфө Башмедрабфагына алып бара. Бында бар яҡлап та булдыҡлы егеткә Белоруссияның Калинковичи ҡалаһындағы хәрби-пехота училищеһына йүнәлтмә бирәләр. Ауылдан барған егеткә уҡыу еңел бирелмәй: көнөнә һигеҙ сәғәт эшләй, дүрт сәғәтен ғилемгә арнай. Тырышып-тырмашып уҡыу йортон тамамларға бер аҙ ваҡыт ҡалғас, һуғыш башлана. Фронтҡа китер алдынан яҙған хатында: “Минең өсөн ҡайғырмағыҙ, дошманды өңөнә тиклем ҡыуып, әйләнеп ҡайтасаҡмын”, – тигән. Береһендә ошондай юлдар бар: “Ҡәҙерле әсәйем, атайым! Оло улығыҙ, өлкән лейтенант, взвод командиры Хәмиттән һағынышлы сәләмдәр ебәреп, иң изге уйҙарҙы аҡ ҡағыҙға төшөрөп, һеҙгә оҙатам. Туғандарыма, күршеләргә, дуҫтарыма, ауылдаштарыма ла күптин-күп сәләм. Әле ҡаты алыштың бер аҙ тынған мәле, ваҡыт яғы самалы, башҡа яҙыр һүҙем юҡ… Атай, үҙең 4-6 биттән торған хат яҙ”.
Хаттар араһында шәхсән әсәһенә, атаһына, Файза, Факиһа апаларына тәғәйенләнгәндәре лә байтаҡ. Ут эсенән килгән остоҡ хәбәрҙәр ата-әсәһенең күңеленә май булып яғыла: ”Атай, әсәй, һеҙ һәйбәт йәшәгеҙ! Ашарығыҙға бармы? Әсәйем һыйыр ағын әрәм-шәрәм итмәй бит ул. Ала һыйыр иҫән булһын инде… Һеңлем, апай, ағайҙарым, күрше-күлән, ауылдаштар тураһында күберәк яҙығыҙ. Мине көтөгөҙ! Дошманды еңәсәкбеҙ. Киләсәктә беҙҙең илдә Еңеү көнө иң ҙур байрам итеп билдәләнәсәк. Өйгә әйләнеп ҡайтҡас, ус төбөндә йөрөтөп ҡарармын үҙегеҙҙе. Тәрбиәле булырһығыҙ, бер ниндәй ҡыйынлыҡ, мохтажлыҡ кисермәҫ­һегеҙ. Бар теләгем шул: мин ҡайтҡансы барығыҙ ҙа имен-аман тороғоҙ… Һағынышлы сәләм менән – һуғыштың иң алдынғы утлы һыҙығында башҡаларҙы әйҙәп алға барыусы взвод командиры Хәмит улығыҙ”.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был – уның иң һуң­ғы хаты. Хәмит Мотаев ҡаты алыш­тарҙың береһендә хәбәрһеҙ юғала. Тыуған илем ерем, халҡым тип йәнен фиҙа ҡылған­дарҙы, яу ҡырында ятып ҡалғандарҙы һәр саҡ ололап, хөрмәтләп иҫкә алыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506