Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нисек онотолһон инде ул йылдар?
Нисек онотолһон инде ул йылдар? Йыл миҙгелдәренең һәр береһе үҙенә хас үҙенсәлекле сифаттарға эйә. Шулай ҙа араларынан тәбиғәтте өр-яңынан кейендереп, тереклеккә йән өрөп, күңелдәргә наҙ бүләк итеп килгән яҙ миҙгеле айырыуса яҡын. Иң ҙур байрамыбыҙ — Еңеү көнө лә ошо миҙгелгә тура килә… Юлдыбайҙа йәшәгән оло шәхес — Данияр Искәндәр улы Ильясов та хозур май айын ашҡыныу менән көтөп ала. Быйыл ғүмеренең 90-сы яҙын ҡаршылай ул. Күп һөнәргә эйә һуғыш һәм хеҙмәт ветеранын төбәктә белмәгән кеше юҡтыр, моғайын.

Ул 1943 йылдың ғинуарында Ҡыҙыл Армия сафына саҡырылып, Ырымбур өлкәһенең Бы­ҙаулыҡ ҡалаһына эвакуацияланған 2-се Әстрхан пехота училищеһына уҡырға ебәрелә. Ләкин уны тамамлауға аҙ ғына ваҡыт ҡалғас, хәлдәрҙең киҫкенләшеүе һәм көс етешмәүе арҡаһында бер батальон курсанттарҙы фронтҡа ебәрергә мәжбүр булалар. Августа дошманды Курск — Орел дуғаһынан ҡыуған осорҙа Воронеж фронтында (һуңыраҡ 1-се Украина фронты) 3-сө танк армияһының 69-сы бригадаһы составында тәү башлап ут эсенә инә. Украинаның байтаҡ ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашып, сентябрҙә Днепр йылғаһына килеп етәләр. Ошондағы көслө бәрелештә яугир Данияр Ильясов ҡаты яраланып, Рязань ҡала­һындағы госпиталдә дауалана. 1943 йылдың декабрендә 3-сө Белоруссия фронтының 3-сө гвардия артиллерия дивизияһының 11-се миномет полкында тоҫҡаусы сифатында яңынан сафҡа баҫа. Миномет расчеты командиры вази­фаһында Еңеү көнөнә тиклем һуғышта ҡатнаша. Уның яу юлы Белоруссия, Литва, Көнсығыш Пруссияны үтеп, Кенигсбергты штурмлау менән тамамлана. Яугирҙең хәтере шәп, азат иткән ауылдарының күбеһенең исеменә, ваҡытына, хатта сәғәтенә хәтлем иҫләй.
— Һуғыштағы ауыр операцияларҙа ҡатна­шыу, әйтәйек, Днепрҙы аша сығыу, “Баграти­он” операцияһында Витебск, Орша ҡалалары янында дошман оборонаһын емереү, Кенигсбергты штурмлау нисек кенә онотолһон инде, — тип көрһөнөп ҡуя олпат уҙаман. — Дошман бик хәйләкәр ҙә, көслө лә булды шул, ҡәһәрең. Прилуки ҡалаһын алғас, уны Днепрға ҡыҫы­рыҡларға тейеш инек. Ә фашистар үҙҙәре беҙҙе туҡтауһыҙ утҡа тотоп, һөжүмгә күсте. Взюнищи ауылы эргәһендәге кисеүҙән беҙҙең танктар сыға алмай, улайтып-былайтып аҙап­ланған арала, дошман нығынып та өлгөргәйне. Бына ошо Букринский плацдармында, төп көстәр килеп еткәнсе, беҙҙең бер батальон дошмандың ун ике һөжүменә ҡаршы торҙо…
Данияр Искәндәр улы япон һуғышында ла шул уҡ миномет расчеты командиры булараҡ ҡатнаша. Кесе лейтенант 1946 йылдың яҙын­да ғына ҡайтып төшә тыуған Юлдыбайына. Днепрҙы кисеүҙәге ҡыйыулығы “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән билдәләнә, Белоруссияла “Багратион” операцияһында Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, Көнсығыш Пруссияла “Хәрби ҡаҙа­ныштары өсөн” миҙалы менән наградлана. Һуғыштан һуң Данияр Искәндәр улы Темәс педагогия училищеһын һәм ситтән тороп Орск педагогия институтын тамамлай. Төрлө мәк­тәп­­тәрҙә уҡыта, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге инспекторы, Үрге Ғәле мәктәбе директоры, директор урынбаҫары вазифаларын башҡара. Дүрт тиҫтә йылдан ашыу педагогик хеҙмәтен юғары баһалап, 1985 йылда яугир-педагог Данияр Ильясовҡа “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелә. Шәхси архивында бик күп Маҡтау ҡағыҙы, рәхмәт, ҡотлау хаттары һаҡлана.
Ә инде сәнғәткә килгәндә, ветеран тормошон скрипкаһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Һуңғы осорға тиклем һабантуйҙарҙа, смотр­ҙар­ҙа, байрам концерттарында әүҙем ҡат­нашҡан. Уның тағы ла бер һөнәрен телгә алмау мөмкин түгел. Атай-олатайҙары төрлө биҙәкләү эшенә оҫта булған. Атанан күргән — уҡ юнған тигәндәй, Данияр ҙа үҙаллы рәсем төшөрөргә өйрәнә. Һәр байрамға унан күпләп лозунг яҙҙыралар, плакат эшләтәләр. Һәүәҫкәр рәссамдың буяуҙары сағыу, уңмай, оҙаҡ һаҡ­ла­на. Уның рәсемдәре, портреттары әле лә күп урында элеүле тора. Был таланты ҡусты­һына һәм улдарына ла күскән.
Бөгөн яугир, һәүәҫкәр рәссам һәм музыкант, педагогия хеҙмәте ветераны Данияр Искәндәр улы Ильясов ике оло юбилейҙы — Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулыуҙы һәм үҙенең 90 йәшен ҡаршылай.
— Пенсия арыу, машинаһын да, фатирын да бирҙеләр, етәкселәребеҙгә рәхмәт инде, — тип ҡалды хушлашҡанда оло яугир.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518