Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Әллә нимә булды: ҡысынам да ҡысынам. Дарыухананан таблеткалар ҙа алып эсеп ҡарайым — файҙаһы әллә ни тойолмай. Ярай көндөҙ бер сама йөрөйөм дә ул, ә бына төнөн түҙеп булмай. Тәнемә тимгел-тимгел таптар сыҡты. Ахыры, киттем поликлиникаға. Утыҙ йәштәрҙәге ҡап-ҡара сәсле мөләйем ханым мине тегеләй-былай әйләндереп ҡараны ла өҫтәлендәге ҡалын китабын ҡыштырҙатып аҡтара башланы. Унан бер биттәге яҙыуҙы апаруҡ ҡына уҡып ултырҙы ла:
— Ҡысынма! — тине.
Бындай диагнозды көтмәгәйнем. Телһеҙ ти­гәндәй ҡалдым. Ғәрлеге ни тора бит! Ҡысын­маның бысраҡлыҡтан барлыҡҡа килгәнен белеү өсөн әллә ниндәй ғилем эйәһе булыу кәрәкмәй. Шулай ҙа башҡортса:
— Был ҡысынма түгел шикелле, китаптан уҡып ҡарағайным, ул бармаҡ араларына сыға, тип яҙылғайны. Ә минең тәнгә таралған бит, – тип өндәштем, уның беҙҙең ха­лыҡ кешеһе булыуы йөҙөнә яҙылғайны.
Телем сығыуы врачҡа оҡшаманы, күрәһең. Ул сәнсеп ҡараны ла урыҫса ғына:
— Минең менән бәхәсләшмә! Кем алты йыл буйы медуниверситетта уҡыған?! — тимә­һен­ме! Унан үҙ алдына һөйләнде:
— Һәр береһе тота ла өйрәтә башлай, улай күпте белгәс, бөтөнләй килеп тормағыҙ!
Ул миңә рецепт яҙып бирҙе. Киттем да­рыуханаға. Ояла-ояла ҡулымдағы яҙыуҙы һуҙҙым. Үҙем эргә-тирәмә ҡарайым: таныштар килеп сыҡмаһын, йәнәһе.
Табип ҡушҡан майҙы һөртә башланым, әммә һис кенә лә шифаһы тойолманы. Төнө буйы тырнанып, йоҡлай алмай сығам. Кире­һенсә, ҡысыныу көсәйгән кеүек. Врач тәғә­йенләгән көнгә йәнә поликлиникаға килдем.
— Хәлдәр нисек? — тип һораны.
— Бер ҙә бөткәнгә оҡшамай.
Ул тағы ла тегеләй-былай әйләндереп ҡа­раны ла:
— Мин яҙып биргән майҙы һөртәһеңме? — тип һораны. — Бер ауырыу ҙа шунда уҡ бөт­мәй. Тейешенсә дауаланырға кәрәк.
Бер аҙна үтте, ун көн. Теге майҙы ятыр алдынан да һөртәм, иртән торғас та. Әммә файҙаһы ғына күренмәй. Аптырағас, ҡаланың икенсе осондағы түләүле поликлиникаға киттем. Бында иһә ҡысынма түгеллеген, аллергия булыуын асыҡлап, дауаханаға һалдылар.
Врач дипломы менән тәкәббер генә ул­тырған теге ханым ярҙам һорап килеүселәр өсөн үҙе бер ҡысынма булып тойолдо миңә.

Үкенес

Ҡышҡы селлә. Ҡайҙан кемде табып бәй­ләнергә белмәй темеҫкенеп йөрөгән ике полиция хеҙ­мәткәре туҡталыш янында ятҡан ирҙе күргәс тә, эләктерә һалып, машиналарына алып барып тыҡты. Йығылған ыңғайға башынан ысҡынып осҡан шәшке бүркен әллә шәй­лә­мәнеләр, әллә үрелеп алырға тү­­бән­һенделәр.
— Алкаш, хатта уянмай ҙа бит әле! — тине айыу кеүек һимеҙе.
— Ярай, айнытҡыста йоҡоһо туйыр әле, — тип кеткелдәне ыржайып торған тешлеһе.
Бер аҙ барғас, “иҫерек” аңына килде лә ҡайҙа китеп барыуын аңланы.
— Аяғым һыҙлай, — тине. — Йығылып ятып аяғымды ауырттырҙым, үлтереп һыҙлай. Дауаханаға алып ҡына барһағыҙсы!
— Дауаханаға, тиһеңме? Башыңды иҫәргә һалма! Шым ғына ят! — Тәртип һаҡсыларының йәшерәге ирҙең баш осонда таяғын уйнатты.
– Хәҙер арҡаңа берҙе ямаһам, аяғың һә ти­гәнсе төҙәлер ҙә ҡуйыр.
“Каталажка”нан егетте барыбер дауаханаға алып китергә тура килде. Уның аяғы һын­ғайны, врач тамсы ла эсмә­гәнлеген асыҡланы. Был мәлдә ике тәртип һаҡсыһы ла эстән генә үкенгән һымаҡ ине.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 053

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 418

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 949

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 855

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 598

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 208

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 432

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 402

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 487

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 313

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 498