Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәсәйҙең үҙ юлы бар...
Рәсәйҙең үҙ юлы бар... Нигеҙ таштарын йылдар төптә ҡалдырып, өҫтөнә ҡый үләне, сирәм япҡан. Ҡайһы берҙәре генә мүкләнеп, ҡасандыр бында ауыл булғанлығын һөйләй төҫлө. Ситтән ҡарағанда уйҙым-уйҙым кесерткән, алабута, әрем, дегәнәк үҫкән “утрауҙар”ҙы хәтерләтә был урын. Зыярат менән дә ошо уҡ хәл тиерлек, тик ара-тирә яңы ҡәберҙәр күренә. Эйе, ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан ауыл зыяратына бынан сығып киткән һуңғы яҡташтарын алып ҡайталар.
Был — Манат ауылы зыяраты. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Шәриф Манатовтың тыуған ауылы. Ҡурған өлкәһенең Әлмән районына ҡарар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “перспективаһыҙҙар” осоронда, бөгөн иһә үҙгәртеп ҡороуҙар, ҡулайлаштырыу мәлендә бөткән, бөтөүгә дусар ителгән Рәсәйҙең тиҫтәләгән мең ауылдарының береһе ул. Урынын белер өсөнмө, зыяратҡа табан юлды онотмаҫҡамы, оло юлдан ситтә кемдер торба ултыртып, ҡалай киҫәге йәбештергән дә “Манат” тип яҙып ҡуйған. Ҡәберҙәрҙең ҡайһы берҙәре ташында ла “Манатов” фамилиялары бар.
Был изге урын Һамар өлкәһенә ҡараған Ырғыҙ йылғаһы буйында. Халҡыбыҙҙың мәшһүр ҡыҙы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуған ауылы Хәсән ул. Ике генә өй һерәйеп ҡалған. Береһендә өйләнмәгән ағалы-ҡустылы йәшәй, икенсеһендә — ситтән килгән Урта Азия халҡы вәкилдәре. Ҡасандыр яҙыусы донъяға ауаз һалған йорт нигеҙен ҡарайбыҙ, мәсет, мәктәп...
Рәсәйҙең үҙ юлы бар...Ил буйынса меңдәрсә ауыл бөтә, бөтөү алдында... Ни өсөн автор ошо икеһен генә атаны икән, тиер бәғзе берәү. Әлбиттә, барыһын да телгә алғы килә. Тик уның өсөн бер мәҡәлә түгел, һуңғы ике тиҫтәнән ашыу йылда юҡҡа сыҡҡан 23 меңен исемләр өсөн генә лә томдар кәрәк булыр ине. Ә Совет осороноң “перспективаһыҙ”ын алһаҡ, унан да күберәк. Манат менән Хәсәнде атауым шунан ғибәрәт: шәхестәрҙең күпселеген ауыл тәрбиәләй. Рухи шишмәбеҙ ошонда. Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, тамырыбыҙ ошо бәрәкәтле ерҙән һут ала. Тимәк, ауылдарҙың юҡҡа сығыуы барлыҡ халыҡтарҙың да тарихи асылын юғалтыуына килтереүе мөмкин. Йөҙөбөҙҙө әле Европаға, әле Азия яғына борғолаһаҡ та, киләсәктә лә Рәсәй күп милләтле халыҡ йәшәгән аграр ил булып ҡаласаҡ. Беҙҙең көсөбөҙ ҙә шунда — Ергә берегеүебеҙҙә!

Барыһы ла
етәксегә бәйле


Йыш ҡына илдә демографик хәл­дең ҡырҡыу тороуы тураһында һөй­ләйбеҙ, ғалим, сәйәсмәндәр, башҡа белгестәр яр һала: был йәһәттән ҡыйралыр хәлдәбеҙ, фәлән дә фәс­мәтән. Эйе, Рәсәй, Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан йәштәргә ярҙам йөҙөнән төрлө программалар ҡабул ителә. Рәсәй тарихында бер ҡасан да булмағанса әсәлек капиталы булдырылды. Тик... Быларҙың барыһы ла тиерлек чиновник тупһалары аша атлағанда, документ юллағанда, баш­ҡа төр яһалма ҡаршылыҡтар, аралашсылар “ярҙамы”нда бушара килә. Һис йәшерен түгел, тәғәйен кешегә барып еткәнсе “тунала” тора. Шуға һөҙөмтәһе әллә ни һиҙелмәй ҙә һымаҡ. Әсәлек капиталы булды­рылған заманда, ысынлап та, балалар тыуыуы һиҙелерлек артты. Ләкин йылдар үтә торҙо, капитал күләме күтәрелһә лә, тыуыусылар һаны арта барманы. Сәбәбе уның күп. Иң төп сәбәбе, моғайын, шундалыр: беҙҙә буласаҡ атай, әсәй тәрбиәләү мәк­тәбе бөттө тиерлек. Өләсәй, әсәй, ҡыҙ бәйлә­неше, күсәгилешлелек өҙөлөү алдында. Ҡулайлаштырыу, ҡыҫҡартыу елдәре нәҡ бәләкәй ауылдар өҫтөнә ябырыла. Һылтауҙар ҙа табыла: балалар һаны аҙ — мәктәп ябыла, кеше етмәй — фельдшер пункттарына йоҙаҡ эленә, әлегә тиклем эш урыны итеп тотоп килгән фермалар юҡҡа сыға. Күп, бик күп сәбәптәр.
Һүҙҙәр ҡоро булмаһын өсөн бер аҙ һандарға туҡталайыҡ. Интернет сел­тәр­ҙәренән алынһа ла, улар “Росстат”, 2010 йылғы Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, “Российская газета” (2014, 284-се һан) мәғлүмәттәре, башҡа сығанаҡтар буйынса би­релгән.
Рәсәйҙең социаль үҫеш һәм һау­лыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Владимир Стародубов әйтеүенсә, һуңғы 10 йыл эсендә Рәсәй халҡы 9 миллион кешегә кәмегән. Тотош ауылдар, бәләкәй ҡалалар кешеһеҙ ҡала бара. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса ғына ла, 13 йыл эсендә илдә 11 мең ауыл, 290 ҡала юҡҡа сыҡҡан, ә 13 мең ауыл әлегә картала бар, ләкин халҡы юҡ. Һәр көн һайын ике ауыл Ер йөҙөнән юҡҡа сыға тип иҫәпләнә. Тыуымдың аҙ булыуы, кешеләрҙең йәшәгән урындарын ташлап китеүе менән бер рәттән, йәштәр ҡалмай, һөҙөмтәлә ауылдар ҡартая. Шундай парадокс килеп сыға: ҙурыраҡ ауыл, район үҙәктәре саманан тыш ҙурая, киңәйә. Ә бит һыу, газ үткәреү, эсәр һыуҙы еткереү уның һайын ҡатмар­лаша. Ошо иғтибар бәләкәй ауыл­дарға булһа, бәлки, улар юҡҡа сыҡмаҫ, халыҡ мал-тыуар аҫрап, ҡорт тотоп та йәшәр ине. Миҫалға Күгәрсен районының Тир­мән ауылын килтереү ҙә етә. Район хакимиәте башлығы Фәрит Мырҙа­гилде улы Мусиндың, урындағы башҡа етәксе­ләрҙең тырышлығы менән бер генә өйлөк ауылға юл үткәрелеүе була, унда ун бер йорт ҡалҡып та сыға. Бағаналарҙа электр уты яна, зыярат кәртәләнгән. Шулай уҡ бөткән Сығырыш ауылы тергеҙелеп ята. Барыһы ла етәксегә бәйләнгәнлеген ошолар ғына ла һөйләмәйме ни?

Ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу ғына ҡотҡарасаҡ

Силәбе өлкәһе этнографы Владимир Теплов “Рәсәй ауылдарының Хә­тер китабы”н төҙөй башлай. Башҡорт­остан, Пермь крайы, Себер тарафтары, Сыуашстан, башҡа төбәк­тәрҙе үтә. Ғалим билдәлә­үенсә, иң аяныслы хәл Киров өлкәһендә икән. Унда 17 мең ауылдан 5 меңе генә тороп ҡалған, тип әсенә ул. “Кешеләргә ауылда, бигерәк тә Көньяҡ Урал, Баш­ҡортостан һымаҡ гүзәл тәбиғәтле ауылда йәшәүе тыныс, шул уҡ ваҡытта файҙалы икәнен аңлатырға кәрәк, — ти этнограф. Һуңынан былай тип өҫтәй: — Рәсәй Америка ла, Израиль дә түгел. Беҙҙең үҙ юлыбыҙ бар...”
Сербский исемендәге дәүләт ғилми үҙәгенең эпидемиология һәм психик һаулыҡ проблемалары бүлеге етәксеһе Борис Положий әйтеүенсә, 1990 йылдан башлап 2010 йылға тиклем илдә 800 мең рәсәйле үҙ-үҙенә ҡул һалған. Аборттар һаны, ата-әсәһе балаларын ташлап китеү буйынса ла донъяла беренселәрҙән һа­на­лабыҙ. Ҡатын-ҡыҙ менән ир-аттың уртаса йәш айырмаһы 13 йыл булһа, ир­ҙәрҙең йәше 58,8 иҫәпләнә. Аҙ йәшәү­ҙәренең төп сәбәбе — онкология, алкоголизм, йәрәхәттәр һәм ағыуланыу. Эскелек афәтенән үлеүселәр һаны һуңғы йыл­дарҙа 3,5 тапҡырға артҡан, ти белгестәр. Рәсми сәбәптәргә ир-ат елкәһенә һалынған ғаилә, ил мәнфәғәтен, ауыр эште лә өҫтәргә кәрәктер.
Һуңғы халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, илдә 142 миллион 857 мең кеше йәшәй. Рә­сәйҙә уртаса йәш — 39. Һан яғынан донъяла 8-се урында торабыҙ. Илдең ҙурлығын иҫәпкә алһаҡ, был бик аҙ. Күп белгестәр, был йәһәттән иле­беҙҙе тик ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу ғына ҡотҡарасаҡ, тип иҫәпләй.


* * *

Ауыл халҡын аҙ ғына булһа ла дәрт­ләндереү, сәмләндереү маҡ­са­тында “Башҡортостан” гәзите “Төп­көл” проектын булдырғайны. Тиҫ­тә­ләрсә ауыл тура­һында яҙып сыҡтыҡ, тағы яҙылыр. Хәҙер иһә юғарыраҡ маҡсаттар ҡуйып, ауыл­дарыбыҙҙың яҙмышы тураһында ҡайғыртып, мөхәрририәт киләһе йылдарҙың береһен “Ауыл йылы” тип иғлан итеү өсөн сығыш яһай. Булдырылған, ҡабул ителгән программалар менән бер рәттән, телә­гәндәргә тыуған төйәктәрен тер­геҙергә, үҫтерергә мөмкинлек бирһәк ине. Ҡасандыр ата-бабабыҙ сикһеҙ далала, ҡара урмандар эсендә лә нигеҙ ташы һалған. Беҙ һуң, бөгөнгө быуын, уларҙан ҡайһы еребеҙ кәм?
Боронғо бабаларыбыҙ рухы шуны талап итә, киләсәгебеҙ ошоға өмөт­ләнә. Ҡый үләндәре баҫҡан баҡса, баҫыуҙар бөгөн һабан көтә. Мүк­ләнгән нигеҙ таштарында ла өй буралары күтәрерлек ныҡлыҡ бар...







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840