Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ватаныбыҙ киләсәге өсөн Һәм бәхете өсөн халыҡтың!..
Ватаныбыҙ киләсәге өсөн Һәм бәхете өсөн халыҡтың!.. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы республика журналистары ҡәләмдәрен ҡоралға алмаштырып, шанлы яу юлы үткән ветеран-коллегаларын Матбуғат йортона саҡырып тәбрикләне.

Башҡортостандың Журналистар союзы идараһы рәйесе Артур Дәүләтбәков әйтеүенсә, юбилей йылында төрлө саралар үткәреү ҡаралған: Бөйөк Ватан һуғышы яугире һәм тыл хеҙмәтсәне булған журналис­тарҙың көнкү­решен яҡшыртыу, уларға матди ярҙам күрһәтеү; тармаҡ аҡһаҡалдарының йәш быуын вәкилдәре менән осрашыуҙарын ойоштороу; һуғышта ҡатнашҡан гәзит-журнал хеҙмәткәр­ҙәренең хәтирәләренән буклет әҙерләү; яуҙа һәләк булған ҡәләмгирҙәргә арналған мемориалдарҙы тергеҙеү; республика баҫмалары редакцияларында ветерандарҙың фоторәсемдәренән торған галереялар булдырыу; мәктәп уҡыусылары араһында Бөйөк Ватан һуғышы темаһын яҡтыртыуға ижади конкурс ойоштороу...
Ватаныбыҙ киләсәге өсөн Һәм бәхете өсөн халыҡтың!..Мәскәүҙәге Поклонная тауында урынлашҡан музейҙа 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған журналистарҙың “Хәтер китабы” һаҡлана. Унда һуғышта һәләк булған 564 журналистың исеме теркәлгән, әммә араларында Башҡортостандан бер генә вәкил дә юҡ. Ошо сәбәпле Башҡортостандың Журналистар союзы исеменә Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Всеволод Богдановтан һәм Рәсәй Журналистар союзының Ветерандар берлеге советы етәкселәренән хат килгән. Башҡорт­остандың Журналистар союзы һәм Журналистика ветерандары берлеге республиканың барлыҡ журналистар ойошмаларына Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хеҙмәттәштәренең исем­дәрен дөрөҫләү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Дөйөм исемлек Мәскәүгә, Рәсәй Журналистар союзының Ветерандар берлеге советына ебәреләсәк.
Еңеү көнө алдынан Өфөнөң Матбуғат йортонда урынлашҡан таҡтаташ яңыр­тылды һәм, һуғышта һәләк булған журна­листарҙың тулы исемлеген иҫәпкә алып, «Журналистарҙың Хәрби дан стенаһы» исемле мемориаль таҡтаташ асылды.
– Беҙгә тыныс тормош, аяҙ күк бүләк иткәнегеҙ өсөн һеҙгә, хөрмәтле ветерандар, рәхмәтебеҙ һәм ихтирамыбыҙ сикһеҙ. Киләсәк быуындар намыҫығыҙға тап төшөрмәҫ, Еңеү байрағы быуаттарҙан быуаттарға күсеп елберҙәр, – тине Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов.
Бөйөк Ватан һуғышында “Башҡортостан” гәзитенең 50-нән ашыу журналисы ҡатнашҡан. Берәүҙәр Бөйөк Еңеү менән тыуған иленә әйләнеп ҡайтһа, икенселәр яу юлында ятып ҡалған. Гәзит редакцияһында ошо уңайҙан “Еңеү рухы – беҙҙең йөрәктә” тигән фотокүр­гәҙмә лә асылды.


Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 442

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513