Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Гәзит уҡыусыларҙан килгән мөрәжәғәттәргә Аллергология һәм педиатрия клиникаһының баш табибы, медицина фәндәре кандидаты Айритта ХАНОВА яуап бирә.

— Йыл һайын ошо ваҡытта тымау тейгән ише танауымдан һыу ағып, сөскөрөп-быш­ҡырып яфаланам. Тәүҙәрәк һыуыҡ тейгәндән дарыуҙар эсә торғайным, файҙаһы булмағас, туҡтаттым. Таныштарым, бәлки, аллергиялыр, ти. Был ваҡытта ниндәй аллергия булыуы мөмкин?

Камил ШӘРИПОВ.
Миәкә районы.

— Поллиноздан яфалана­һы­ғыҙ­ҙыр, моғайын. Бындай аллергик елһенеү сирен үҫемлектәрҙең һәм ағастарҙың һеркәләре ҡуҙ­ғыта. Һеҙгә иң башта тикшере­нергә, анализдар бирергә, сәбәбен асыҡларға, һуңынан инде тейешле дауаланыу курсы үтергә кәрәк.

— Аллергиянан ҡотолоп булмай, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?

Фәүзиә ХӘСӘНОВА.
Ишембай районы.

— Юҡ, дөрөҫ түгел. Йөҙ йылдан ашыу инде был сирҙе шул уҡ аллергендар менән дауалау алымы (үҙенсәлекле аллерген иммуно­тера­пияһы) ҡулланыла. Ул дарыу­ҙар­ға ихтыяжды кәметә. Аллер­ген­дар менән дауалауҙың оҙайлылығы кәмендә 3-5 йыл тәшкил итә. Һөҙөмтәлелеге иһә алынған аллерген күләменә бәйле. Ҡайһы саҡта тәүге курстан һуң хәле яҡшырыуын тойған пациенттар дауалауҙы туҡтата. Бындай осраҡта сирҙең 1-2 йылдан ҡа­бат­ланыуы ихтимал. Башлағас, ярты юлда ташлап ҡуйырға ярамай, тимәксемен. Ғөмүмән, бөгөн аллергология шул тиклем алға китте: яңы, заманса препараттар, диагнос­тика, дауалау алымдары... Улар­ҙың файҙаһы ла, йоғонтоһо ла ҙур.

— “Үҫемлек” аллергияһын булдырмау, ғөмүмән, был сир­ҙән ҡотолоу йәһәтенән ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

Сания ХОҘАЙҒОЛОВА.
Сибай ҡалаһы.

— Тәү сиратта бигерәк тә үҫем­лектәр сәскә атҡан, ағастар япраҡ ярған осорҙа урамға мөмкин тиклем сыҡмаҫҡа тырышығыҙ. Ни өсөн тигәндә, һауалағы һеркә кон­центрацияһы был осраҡта — төп аллерген. Хатта тәҙрәләрҙе лә ныҡ­лап ябырға, асҡан осраҡта ла еүеш марля ҡулланырға кәңәш итәм. Автомобилдең быялаһын да төшөрмәү хәйерле. Урамда йөрө­гәндә танауығыҙҙы, ауыҙығыҙҙы ҡаплағыҙ, махсус маска, күҙлек кейегеҙ, өйгә ҡайтыу менән өҫ кейемен алыштырып, душҡа инеп сығығыҙ, ауыҙығыҙҙы, күҙегеҙҙе, танауығыҙҙы сайҡағыҙ.
Был, әл­бит­тә, иҫкәртеү саралары ғына. Симптоматик терапия­ға килгәндә, дарыуҙарҙы мотлаҡ белгестәр тәғәйенләргә тейеш. Ни өсөн ти­гән­дә, аллергияға ҡаршы препараттар бик күп, йүнәлештәре лә төрлө, ә һәр кемде шәхсән тикшереү шарт.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 051

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 415

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 947

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 853

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 595

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 206

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 430

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 400

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 310

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 497