Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Бешкән тел 100 грамм тел
100 грамм кишер, hуған
Тәменә ҡарап тоҙ, борос.


Һыйыр, hарыҡ h.б. hуйылған малдың телен hәйбәтләп йылы hыуҙа йыуып, яй утта, янына теленгән кишер, hуған, лавр япрағын hалып бешерегеҙ. Бешкән телде, өҫкө ҡатламы тиҙерәк ҡупhын өcөн, hалҡын hыуға hалып торорға кәрәк. Һыуынған телдең төбөнән осона табан өҫкө ҡатын ҡуптарығыҙ ҙа ҡайнап торған тоҙло hыуҙа тағы ла бер аҙ ҡайнатып алығыҙ. Телде йоҡа ғына телемдәргә турап, тәрилкәгә hалып, әсе йәки hыуытылған килеш табынға бирегеҙ. Янына бешкән картуф, кишер ҡуйырға мөмкин.
Быҡтырылған ит

Итте hөйәгенән айырып алығыҙ ҙа артыҡ эре итмәйенсә турағыҙ. Кәрәгенсә тоҙ, борос, лавр япрағы hалып, бөтәhен бергә ҡушып әҙерләп ҡуйығыҙ.
Ярты йәки бер литрлыҡ банкаларҙы таҙа итеп йыуығыҙ. 10 минут парҙа тотоғоҙ. Әҙерләнгән итте банкаларға бүлеп hалығыҙ ҙа банкаларҙы ҡапҡас менән нығытмайынса ғына ҡаплағыҙ.
Кәстрүлгә hалҡын hыу hалығыҙ ҙа шунда банкаларҙы теҙеп ултыртығыҙ (тик hыу һауыттарҙың өҫтөнә сыҡмаhын, уларҙың эсенә инмәhен) hәм утҡа ҡуйығыҙ. Банкалағы иткә hыу hалырға ярамай, ул кәстрүлдәге hыу ҡайнау арҡаhында бығып (томаланып) бешә. Ҡарт йәки йәш мал булыуына ҡарап, оҙаҡ йә тиҙ бешерәләр. Бешеп сыҡҡас, банкаларҙы үҙ hыуында көйө йылы хәлгә килгәнсе hыуытығыҙ ҙа ҡапҡастарын ныҡлап ябығыҙ. Әҙер консерваларҙы hалҡын ерҙә hаҡларға кәрәк.

Бауыр ҡоймағы
0,5 кг һыйыр бауыры
2 йомортҡа
5 баш һуған
3 картуф
200 грамм һөт
0,5 сәй ҡалағы сода
Тәменә ҡарап тоҙ, борос.

Бауырҙы, йомортҡаларҙы, һу­ғанды, сей картуфты ит ту­рағыстан үткәрегеҙ, һөт һәм тоҙ-борос ҡушып болғатығыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашма ҡуйы ҡоймаҡ ҡамыры хәленә еткәс, ҡоймаҡ ҡойоғоҙ.

Сәк-сәк

Ҡамыр өсөн:
3 дана йомортҡа (йылы булырға тейеш),
1 сәй ҡалағы иретелгән аҡ май,
2 стакан иләнгән он,
1 семтем сода,
300 грамм бал.

Сироп өсөн:
100 грамм шәкәр ҡомо,
60 грамм бал,
1 аш ҡалағы hыу.

Йомортҡаларҙы һәйбәтләп бутап, тоҙ, сода, иретелгән аҡ май ҡушығыҙ, hуңыраҡ иләнгән он ҡушып йомшаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Ҡамырҙы дымлы туҡыма менән ябып 1 сәғәт тотоғоҙ.
Сәк-сәкте төрлө яҡта төрлөсә эшләйҙәр: эре, ваҡ, йомро, оҙонса итеп киҫәләр.
Ҡамырҙы йоҡа итеп 5 мм ҡалынлығында йәйегеҙ, йәймәне 5-7 мм ҡалынлығында таҫмалар итеп киҫегеҙ. Ул таҫмаларҙы ҡәләм ҡалынлығына тиклем ҡул менән тәгәрләтегеҙ. Әҙерәк кипкәндән hуң (5 минут тирәhе) вак ҡына итеп бармаҡ быуынындай ҙурлыҡта турағыҙ. Сәк-сәкте ҡалын төплө hауытта (ҡаҙанда) ҡайнаған майҙа hалам төҫөнә ингәнсе бешерегеҙ. Болғатып торорға кәрәк, сәк-сәктең бөтә яҡтары бер төҫтә бешhен, унан hуң ҡайнап торған майҙан алып дуршлагка hалығыҙ, артыҡ майы ағып төшhөн.
Сироп әҙерләү: шәкәр ҡомона hыу ҡойоғоҙ, утҡа ҡуйып иретегеҙ, болғата-болғата ҡайнатып сығарығыҙ hәм бал өҫтәгеҙ. Сироп ҡуйыра башлағансы яй утта 30 минут болғатып ҡайнатығыҙ.
Сәк-сәк hыуынғас, айырым hауытта балдан эшләнгән сироп менән бутағыҙ.
Аҙаҡ hауыттарға өйөп hалығыҙ, ҡулдарҙы hыуыҡ hыуға манып, сәк-сәктән формалар яһағыҙ. Йөҙөм, борсаҡ, кәнфиттәр менән биҙәп була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510