Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бит тәрбиә ярата
Бит тәрбиә ярата Яҙын һауа торошоноң йыш үҙгәреп тороуы бит тиреһенә кире йоғонто яһай — ҡорой, һырҙар барлыҡҡа килә, һипкелдәр сыға. Бындай хәл күҙәтелмәһен өсөн түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.


Йүкә сәскәһенән тоник. Бер аш ҡалағы йүкә сәскәһен 150 мл ҡайнар һыуға һалалар. 10-15 минут төнәтәләр. Һөҙгәс, 1 там­сы бал өҫтәйҙәр. Һыуынғас, төнәтмәгә манылған мамыҡ менән битте таҙарталар. Әлеге тоник тирене туйындыра, уның тонусын күтәрә.
Ҡоро һәм һиҙгер тире өсөн. Бер стакан ноҡот борсағын һыуға һалып бер нисә сәғәт тоталар. Артабан аҙ ғына йом­шарғансы утта бешерәләр. Иләк аша сығарғас, әлеге ҡатнашмаға 1 лимон һуты һәм 1 аш ҡалағы зәйтүн майы һалып болғаталар. Шуны биткә һөртөп, 15-20 минут тотҡас, йылы һыу менән йыуып төшөрәләр.
Ағартыусы скраб. 2/3 аш ҡалағы геркулесҡа 1 аш ҡалағы зәйтүн майы һәм 5 тамсы лимон һуты һалып болғаталар. Ҡат­наш­маны массаж яһай-яһай биткә һөртәләр. Һуңынан йылы һыу менән йыуып төшөрәләр.
Тирене сафландырыусы са­ра. Киң ауыҙлы һауытҡа һалҡын минераль һыу ҡойоп, бит менән шунда ҡапланып 10-15 секунд торалар. Ошо ваҡыт эсендә минераль һыуҙан сыҡҡан газлы ҡыуыҡсалар тиренең тонусын күтәрә.
Бетсәле тире өсөн. Бер төй­мә аспиринды иҙәләр һәм бер аҙ ғына һыу ҡушып болға­талар. Барлыҡҡа килгән ҡат­наш­маны проблемалы урынға һөртөп, 10 минут тоталар. Аспирин соста­вын­дағы ацетилсалицил кисло­та­һы ялҡынһыныуҙы бөтөрә, бет­сәнең кибеп төшөүен тиҙләтә.
Муйын һәм түш өсөн. Муйын менән түш тиреһе айырым тәрбиәгә мохтаж. Кәүҙәнең был өлөштәрен көн һайын таҙартып, дымландырып торорға кәрәк. Махсус тоник ҡулланырға мөм­кин. Өй шарттарында әлеге маҡ­сатта үлән төнәтмәләрен файҙаланырға ярай. Берәр аш ҡалағы ромашка, йәшел сәй һәм бөтнөктө 1 стакан һыуға һалып төнәтәләр һәм һөҙәләр. Бар­лыҡ­ҡа килгән шыйыҡлыҡты мамыҡ менән муйын һәм күкрәк тире­һенә һөртәләр. Әлеге төнәтмәне туңдырып, боҙ итеп файҙала­нырға ла була. Тирене 100 мл һыуға 1 аш ҡалағы лимон һуты һалып туңдырылған боҙ менән ышҡыу ҙа — һөҙөмтәле сара.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840