Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йәнкиҫәк” тетрәндерҙе
Башҡорт дәүләт университеты профессоры, филология фәндәре докторы Тимерғәле Килмөхәмәтовтың “Йәнкиҫәк” хикәйәһе буйынса сәхнәләштерелгән спектаклде
А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Өфө тамашасыһы хөкөмөнә сығарҙы.
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры шығырым тулы ине, хатта ултырғыс ҡуйып ҡарағандар ҙа күп булды.

Урыҫсаға “Бәхет” тип тәржемә ителгән “Йән­ки­ҫәк” пьесаһы әсә булыу бәхетен татыр өсөн на­мыҫын аша атлап, дыуамал аҙымға барған, кеше йәберләүҙәрен кисереп йәшәгән түҙемле, көслө ҡатындың ғүмер тарихын тасуирлай. Һуғыштан һуңғы осорҙа ир-егет­тәрҙең аҙ булыуы арҡаһында килеп тыуған проб­лема-ысынбарлыҡ сәхнәлә киҫкен рәүештә са­ғыл­ды. Сибай актерҙары һәр эпи­зодты тетрәндергес башҡарҙы, спектаклдең ба­шынан аҙағына тиклем тамаша­сыларҙы көсөр­гә­нештә тотто.
Тормоштоң әсе дөрөҫлөгө оло һәм йәш быуын актерҙарының оҫта уйнауында тәбиғи һынланды. Төп ролдәге ауыр яҙмышлы ҡатындың тормошонда булған хәл-ваҡиғалар залда ултырыусы­ларҙы битараф ҡалдырманы тип әйтергә була – тамаша дауамында мыш­ҡылдауҙар даими ишетелеп торҙо. Ҡатын-ҡыҙҙың ғына түгел, ир-егеттең дә йөрәге сәхнәләге күренештәрҙән һыҡтаны, улар ҙа йәштәрен тыя алманы. Антракт ваҡытында ла кешеләрҙең ныҡ тәьҫирләнгән йөҙҙәрен күреү әҫәрҙең көслө йоғонто­һон дәлилләй.
Халыҡсан телле яҙыусы, ғәҙел булмаған донъя­ла әҙәм балаларының күпме ғазап-әрнеү кисере­үен тәфсирләп, төрлө характерлы кешеләрҙең киҫкен бәрелешен, түрәнең үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыуы арҡаһында тыуған конфликтты ышандырырлыҡ сағылдыра.
— “Йәнкиҫәк” хикәйәһен уҡып сығып, Илсур Ҡаҙаҡ­баев миңә театр сәхнәһе өсөн пьеса яҙырға тәҡдим иткәс, шатланып риза булдым. Ысынын әйткәндә, уны илай-илай яҙҙыҡ, — тине Тимерғәле Әбделғәлим улы.
— Спектаклдең премьераһын беҙ Сибай ҡала­һына барып ҡараныҡ. “Йәнкиҫәк” спектакле — Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына лайыҡ­лы бүләк. Театр коллективына һәм Тимерғәле Әбделғәлим улына “афарин” тиергә генә ҡала, — тип халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев үҙ фекерен белдерҙе.
— Көслө ихтыярлы ҡатын Миңйыһан образы автор тарафынан төрлө аспектта асыла. Яңғыҙ­лыҡтан асырғанып, киләсәге хаҡына тәүәккәл аҙымды яһауы көсөргәнешле эске көрәш арҡылы хәл ителә. Тиҫтерҙәре әйткән кәмһетеү һүҙҙәренән үҫмер йәшенә еткән улының өҙгөләнеүҙәре Миң­йы­һандан тағы ла аҡыл һәм сабырлыҡ талап итә: ул хат яҙырға көс таба. “Атаһы”ның хатын уҡып ҡыуанған малайҙың күңел тантанаһын, уны күк­рәгенә ҡыҫып шатланыу­ҙарын аңлатырға һүҙ етмәй, тамаҡҡа төйөр тығыла, үкереп илауҙан көскә тыйылып ҡалаһың. Сабиттың адресын мәңге­леккә күҙен йомор саҡта ғына улына биреүе лә — башҡорт ҡатындарына хас ғорурлыҡ, ныҡ­лыҡ өлгөһө. Малай атаһын таптырғанда адрес­ты биргән булһа, бәлки, яҙмыштары ла икенселәй булыр ине, тигән үкенес тә тыуа... — тине шағирә Әлфиә Әсәҙуллина.
Спектакль һуңында тамашасыларҙың һөйө­үен яулаған актерҙарҙы, автор Тимерғәле Кил­мөхә­мә­товты, режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевты халыҡ оҙаҡ алҡышланы, сәскәләргә күмде.
Йәштәрҙе хаталы аҙым яһауҙан киҫәткән­дәй, әҫәр уйға һала, ҙур фәһем бирә. Элекке заманда бәхетле булыу өсөн күп ҡаршы­лыҡтар, юғал­тыу­ҙар, күңел яралары аша үтеп тә бирешмәгәндәр. “Йәнкиҫәк” хәҙерге заманда ваҡ-төйәк ығы-зығы өсөн оло ғауға ҡуптарып, төшөнкөлөккә бирелеп ултырмаҫҡа өндәй, һәр кемдең бәхете үҙ ҡулында икәнен иҫбатлай.

Динара КӘРИМОВА,
БДУ студенты.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518