Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бер аҙым алға баҫам да...”
“Бер аҙым алға баҫам да...” Яңыраҡ Красноусол башҡорт гимназия-интернатында “Ғафури уҡыуҙары” республика ғилми-ғәмәли конференцияһы булды. Был уҡыу йорто һәләтле балаларҙы асыҡлап артабан үҫтереүҙе, фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙы, киң ҡарашлы шәхес тәрбиәләүҙе, заман менән бергә атлаған лайыҡлы алмаш әҙерләүҙе төп маҡсат итеп ҡуя. Сарала Өфө, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Күмертау ҡалаларынан, шулай уҡ ундан ашыу райондан өлгөлө уҡыусылар ҡатнашты.

– Конференция балаларҙың ижа­ди офоҡтарын киңәйтер, яңы идея­ларға этәрер, юғарыраҡ бейеклектәр яулауға маҡсаттар ҡуйыр, – тине тәбрикләү телмә­рендә Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Рауил Солтанморатов. – “Бер аҙым алға баҫам да әйләнәмен артыма. Ҡайҙа баҫҡандар икән тип, күҙ һаламын халҡыма” тигән юлдар бар Мәжит Ғафуриҙың шиғырын­да. Бөгөнгө уҡыусылар ҙа киләсәк­тә оло шәхестәр булып, халҡыбыҙ мәнфәғәте менән янып йәшәр тип ышанам.
“Бер аҙым алға баҫам да...”Ысынлап та, уҡыусыларҙың һә­лә­тен асыҡлау өсөн төрлө йүнә­леш буйынса ижади бәйгеләр ойош­торолғайны. Берәүҙәр баш­ҡорт, урыҫ, инглиз телдәренә маһирлығын күрһәтһә, икенселә­ре тарих һәм иҡтисад, физика һәм математика, педагогика һәм психология буйынса ҡыҙыҡлы док­ладтар менән сығыш яһаны, ә инде тыуған яҡты өйрәнеү менән мауыҡҡандар асыштары хаҡында бәйән итте.
Юғары кластарҙа уҡыған ҡыҙ­ҙар һәм үҫмерҙәр өсөн ойош­торолған “Сая ҡыҙ” һәм “Шоңҡар” бәйгеләре үҙе бер тамашаға әүерелде. Уҡ атыу, гер күтәреү, ҡул көрәше, тиҙлеккә йүгереү ярыш­тарында һәр кем таһыл­лы­ғын һынаны. Бынан тыш, улар йыр-моңға, нәфис һүҙгә оҫта­лы­ғын да күрһәтте. Ярыштар һөҙөм­тәһе буйынса Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыу­сылары Алмас Шәйәхмәтов менән Ләйсән Йәғәфәроваға етеүсе булманы.
– Рәми Ғарипов, Мәжит Ғафури уҡыуҙары республикабыҙҙа бер нисә йыл рәттән уңышлы бара, – тине Мәғарифты үҫтереү инсти­тутының һәләтле балалар менән эшләү үҙәге директоры Флорида Фәхретдинова. – Бындай саралар балаларҙың белемен камиллаштырыу, рухын күтәреү өсөн бик кәрәк. Унда ҡатнашҡан уҡыусы бүтәнсә фекерләй башлай, килә­сәккә ҙур хыялдар менән баға. Ә инде Красноусол башҡорт гимназия-интернаты шәхесте үҫтереү йәһәтенән күптәргә өлгө булып тора.
“Бер аҙым алға баҫам да...”М. Аҡмулла исемендәге БДПУ до­центы, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев:
– Балалар менән аралаш­ҡан­дан һуң шуға инандым: улар үҙҙә­рен ошо ерҙең хужаһы итеп тоя, киләсәген аныҡ күҙаллай, шуға кү­рә уҡыусыларҙы дәртлән­дерергә, төрлө олимпиадаларға ылыҡты­рырға кәрәк, – тип белдерҙе.
Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының баш белгесе Людмила Богуславская, ҡунаҡтарҙы ҡабул иткән мәғариф усағының ҡаҙаныш­тарын юғары баһалап, гимназияға “ЮНЕСКО клубының дуҫтары” сертификатын тапшырҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 061

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 425

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 956

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 861

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 608

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 215

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 439

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504