Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » –Игенсенең кәйефе көр
 –Игенсенең кәйефе көр Яҙғы баҫыу эштәрен көр кәйефтә башлап ебәрҙе әбйәлилдәр. Беренселәрҙән булып һоло сәсеүгә “Урал аръяғы-Агро” МТС-ы филиалы төштө. Быйыл хужалыҡ игенселәре алдында 8767 гектарҙа яҙғы иген культуралары, шул иҫәптән 100 гектарҙа ҡаты бойҙайҙың “башкирская-27”сортын, 3607 гектарҙа йомшаҡ бойҙай, 1844 гектар майҙанда һоло, 1800 гектарҙа арпа сәсеү бурысы тора. Шулай уҡ тәүге тапҡыр 300 гектарҙа техник культураларҙан шепкән һәм 700 гектарҙа көнбағыш сәселәсәк.
Филиал директоры урынбаҫары Айҙар Ғил­манов әйтеүенсә, яҙғы баҫыу эштәренә һигеҙ берәмек техника йәлеп ителгән.
— Әле тупраҡта дым етерлек, шуға күрә сәсеүҙе тиҙ арала атҡарып сығарыу кәрәк, — ти Айҙар Илдар улы. – Орлоҡ менән ҡытлыҡ юҡ, барыһы ла үҙебеҙҙеке. Республика Хөкүмәте, һәр ваҡыттағыса, быйыл да үҙ ярҙамынан ташламаны, яғыулыҡ-майлау материалдары өсөн субсидия бүленде. Шуныһы ҡыҙғаныс: былтыр 1300 гектарҙа сәселгән ужым культураларының 454 гектары ғына имен ҡышланы.
 –Игенсенең кәйефе көрСәсеүҙе тиҙ арала тамамлау өсөн баҫыу батырҙарына барлыҡ шарттар тыуҙырылған: улар ике сменала эшләй, ашнаҡсылар Динә Әхмә­ҙуллина менән Рәйсә Насырйәнова игенселәрҙе тәмле аш-һыуы менән һөйөндөрә.
Орлоҡ ташыуҙа Әлфир Илһамов, сәсеүҙә Сәғит Сафин, Камил Килдейәров, Рәмил Зәйнуллин ҙур тырышлыҡ һала, иретеп йәбештереүсе Фәнис Уйылданов та уңғанлыҡ күрһәтә. Яҙғы бер көн йылды туйҙыра, ти халыҡ. Тап шуны аңлаған Әбйәлил игенселәре буласаҡ уңышҡа нигеҙ һала, яҙғы сәсеү эштәрен тәғәйен ваҡытта һәм тейешенсә атҡарып сығыу өсөн барынса тырыша. Иң мөһиме — игенсенең кәйефе көр, өмөтө ҙур.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509