Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер кем дә онотолмағанмы?
Бөйөк Ватан һуғышының был яугире тураһында Башҡортостандың ҡыҫҡаса энциклопедияһында түбәндәгеләр яҙылған.

“1913 йылда Ғафури районында тыуған, башҡорт яҙыусыһы, журналист. Журналист эшмәкәрлеге “Совет Башҡортостаны” гәзите менән бәйләнгән. 1931 – 1937 йылдарҙа ошо гәзит редакцияһының әҙәби хеҙмәткәре, бүлек мөдире булған. 1942 – 1943 йылдарҙа — Башҡорт кавалерия дивизияһының “Ҡыҙыл атлылар” гәзитендә яуаплы секретарь. 1947 – 1955 йылдарҙа – Башҡортостан китап нәшриә­тенең баш мөхәррире. 1955 – 1964 йылдарҙа “Һәнәк” журналы редакцияһында эшләй. 1961 йылдан – профессиональ яҙыусы, хикәйәләр, фельетондар, бәләкәй драмалар авторы. Л.Н. Толстойҙың, И.С. Тургеневтың, М. Горькийҙың һәм башҡаларҙың әҫәр­ҙәрен башҡорт теленә тәржемә итә. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943), миҙалдар менән бүләк­ләнгән”.
Был кешенең исем-шәрифе – Шакир Ғиниәт улы Насиров. Атайым Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың яҡташы һәм дуҫы ул. Шакир ағай ҙа, атайым да 1968 йылда вафат булды, икеһе лә Өфөләге мосолман зыяратында ерләнде. Атайымдың архивында Шакир Насировтың фронттан яҙған бер нисә хаты һаҡ­ланып ҡалған.
Уҙған быуаттың 70-се йылдарында Башҡорт­остандың Яҙыусылар союзы изге эш башҡара ине – вафат булған яҙыусыларҙың ҡәберенә граниттан ҡәбер таштары ҡуя торғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Шакир Насировтың ҡәберендәге таш бер-ике йылдан ҡоланы. Насар нығытылғандыр, күрәһең. Мин Яҙыусылар союзына бер нисә тапҡыр шылтыраттым. Унда ҡәбер ташын яңыртырға вәғәҙә иттеләр. Тик ниңәлер 40 йылға яҡын был вәғәҙә үтәлмәй килә. Шакир ағайҙың ҡәбере юлға яҡын ғына. Зыяратҡа килгән кеше уның янынан үтмәй ҡалмай. Был ташландыҡ ҡәберҙең абруйлы шәхес, Бөйөк Ватан һуғышы яугиренеке булыуын берәү ҙә белмәй.
Ошо арала ғына был мәсьәлә буйынса төрлө ойошмаларға, шул иҫәптән Яҙыусылар союзына ла мөрәжәғәт иттем. Барыһы ла аҡса юҡлыҡҡа һылтана. Башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандары советында ла ошондай уҡ хәл. “Берҙәм Рәсәй” партияһының ҡабул итеү бүлмәһендә секретарь ҡыҙ Шакир Насиров исемле яҙыусыны бөтөнләй белмәүен, әҫәрҙәрен уҡымауын белдерҙе. “Кәрәк икән, ҡәберҙе үҙегеҙ тәртипкә килтерегеҙ”, – тип, мине депутаттың ҡабул итеү исемлегенә яҙманы.
“Бер кем дә, бер нәмә лә онотолманы” тигән һүҙҙәрҙең беҙҙең республикала ябай лозунг ҡына булмауын яҡшы беләм. Башҡортостан етәкселеге лә, төрлө учреждениелар ҙа, йәмәғәт ойошмалары ла Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хаҡында даими хәстәрлек күрә. Шакир Ғиниәт улы Насировтың ҡәбере лә, ниһайәт, тәртипкә килтерелер, тип ышанам.

Зөһрә КЕЙЕКБАЕВА,
доцент, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы,
хеҙмәт ветераны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840