Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мода күрһәтеү урынымы?
Былтыр көҙмө икән, гәзиттәрҙең береһендә “ҡыҙыҡлы” фотоһүрәт донъя күрҙе: уҡытыусы дәрес бирә, үҙе кейеме, ҡиәфәте менән йәйге эҫе көндә урам ҡыҙырған кешене хәтерләтә – сәскәле, ҡыҫҡа еңле күлдәк, тишекле аяҡ кейеме...


Педагог бит балаға белем биреү менән генә сикләнмәҫкә, ә үҙ-үҙен тотошо аша тәрбиәле булырға ла өйрәтергә тейеш. Мәктәптәргә бар­ғанда, шулай уҡ гәзит биттәрендәге мәғарифҡа ҡағылышлы яҙмаларҙы ҡарағанда тәү сиратта уҡытыусы­ларҙың өҫ кейеменә иғтибар итәм. Йәш быуын алдына еңһеҙ, муйыны, түше саманан тыш асыҡ күлдәктә сығып баҫҡандарҙы һис тә аңламайым. Мәктәп мода күрһәтеү урыны түгел бит. Кейемең ыҡсым, килешле, ыҫпай булырға, әҙәплелекте сағылдырырға тейеш. Ошо хаҡта уҡытыусыларҙың үҙҙәре менән дә һөйләшкәнем булды. Кемдер мәктәптә берҙәм форма булдырылыуы, һөҙөмтәлә уҡыу­сылар­ҙың ғына түгел, үҙҙәренең дә бер иш кейенеп йөрөүе тураһында белдерһә, икенсеһе йәш белгес­тәрҙе ыҫпайлыҡҡа өйрәтеп алыу юлдары хаҡында бәйән итте. Ғөмүмән, мәктәп — эш урыны. Бер ни ҙә уҡыусыға белем биреүгә ҡамасауларға, уның фекерен ситкә йүнәлтергә тейеш түгел.
Балалар гәзитендә оҙаҡ йылдар эшләгән кеше булараҡ, миңә был мәсьәлә менән йыш “көрәшергә” тура килде. Үҙем дежур­лыҡ иткән һандарҙа төрлө етешһеҙлек күрен­гән фотоһүрәттәр килеп сыҡһа, рәссам менән һөйләшеп, әлеге уҡытыусының кейеменә төҙәтмә­ләр индерәбеҙ: асыҡ иҙеүен “ябабыҙ”, ҡыҫҡа еңен “оҙонай­табыҙ”, һылашып торған салбар кейгән булһа, кәүҙәһенең билгә тиклемге өлөшөн генә күрһәтәбеҙ. Шуға ла ҡайһы берәүҙәр гәзиттә үҙ-үҙен танымай ҙа торалыр, “Минең бындай кейемем бар инеме ни әле ул?” тип аптырауға ла ҡалалыр. Компьютерҙың мөмкинлектәре сикһеҙ шул – уның ярҙамында уҡытыусыларға балалар алдында нисек кейенергә кәрәклеген дә төшөндөрөргә мөмкин. Аңлағанға — ишара.
Был мәсьәлә хаҡында уҡытыу­сылар үҙҙәре ни уйлай икән?









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511