Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтте
Тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтте Атайыбыҙ Хәниф Ахунов Дәүләкән районының Мәкәш ауылында тыуған. Уның атаһы Зариф Ахунйән улы менән әсәһе Ғәлимә Хәйрулла ҡыҙы “Колос” колхозын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан. Уларҙың ҙур ғаиләһендә 11 бала тыуған.

Ауыл хужалығын күтәреүгә күп көс түгеп, Зариф олатай төрлө тармаҡта эшләгән, ә Ғәлимә өләсәй көнө-төнө колхоз өсөн икмәк һалған.
Атайыбыҙ Хәниф Зариф улы күрше Ҡоръятмаҫ ауылында ете класс бөтөр­гәс, Дәүләкән педагогия техникумына уҡырға инә. Ике курс тамамлағандан һуң, 1939 йылдың яҙында хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм 26 Баҡы комиссары исе­мендәге Ҡыҙыл байраҡлы Тбилиси артиллерия училищеһына уҡырға ебәрелә. Уны өлкән лейтенант дәрәжәһендә тамамлап, Бөйөк Ватан һуғышында взвод, батарея командиры булып ҡатнаша. Хәрби юлын 1941 йылдың авгусында башлап, 1946 йылдың 30 апрелендә тамамлай. Уның үткән юлы — Ҡырым, Төньяҡ Кавказ, айырым Приморск, 4-се Украина фронты. Өлкән лейтенант Х.З. Ахунов батареяһы Новороссийск ҡала­һында диңгеҙ десанты составында героик “Кесе Ер”ҙе яҡлауҙа ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн атайыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышының II дәрәжә ордены менән бүләкләнә. 12 маҡтау хаты, “Батырлыҡ өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары, Бөйөк Ватан һуғы­шының III дәрәжә ордены, Жуков миҙалы — уның архивында. Өс тапҡыр яра һәм контузия ала. Польша, Германия, Чехословакияны немец оккупанттарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көнөн Прага ҡалаһында 8 майҙа ҡаршылай. Шул уҡ көндө ҡаты яраланып, 1946 йылдың 30 апреленә тиклем 4-се Украина фронты составында резервта тора, запас офицеры итеп ҡайтарыла.
Ҡаты йәрәхәттәр алыуға ҡарамаҫтан, атайыбыҙ урындағы хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Йәш уҡытыусы Әминә Тимерйәр ҡыҙына өйләнеп, биш ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Ахуновтар колхоз тормошонда ғына түгел, һәр сарала әүҙем ҡатнашып, йәштәрҙе үҙ артынан әйҙәй. Концерт, спектаклдәр ҡуйып, кино ҡарап, кистәрҙе ауыл йәштәре менән клубта уҙғаралар. Икеһе лә оҙаҡ йылдар агитатор була. Бер нисә тапҡыр урындағы ауыл Советына депутат итеп һайланалар.
Беҙҙең өйҙөң ишеге һәр кем өсөн асыҡ ине. Кәңәш, ярҙам һорап килгәндәр күп булды. Шуны иҫкә төшөрөп үтке килә: беҙҙең Ғәлимә өләсәйҙең дүрт ағаһы һуғышта ятып ҡала. Барыһы ла Мәкәш ауыл Советына ҡараған Ахундан яуға саҡырыла һәм тыуған яғына әйләнеп ҡайта алмай. Сәмиғулла, Рәхмәтулла, Төхвәтулла, Яхъя Хәйруллиндарҙың Бөйөк Еңеүҙе яулауҙа өлөштәре ҙур! Уларҙың дүртәүһенең дә ғаиләһе, балалары ҡалған. Әсәйебеҙ Әминә Тимерйәр ҡыҙының да һуғышта ике ағаһы — Тәминдәр һәм Мәүлийәр Аллаяровтар — ятып ҡалған. Дәүләкән районының Фәриҙун ауылынан улар. Ғөмүмән, беҙҙең нәҫелдә һуғыш еле ҡағылмаған бер ғаилә лә юҡ. Һәр береһе ярҙамсыһыҙ, яҡлаусыһыҙ, балалар — атайһыҙ, ҡатындар ирһеҙ ҡалып, күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтарға түҙеп йәшәгән. Үлем менән күҙгә-күҙ осрашып, бихисап хәрби дуҫын юғалтҡан, йәшәү менән үлем араһында йөрөгән атайыбыҙ тормоштоң ҡәҙерен белде. Беҙҙе, ҡыҙҙарын, эш һөйөүсән, татыу, матур итеп тәрбиәләне.
Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, фронттан һуңғы йылдарҙа ауыл Советы секретары, бухгалтер, ревкомиссия рәйесе вазифаларын тартып, хаҡлы ялға газовик булып сыҡты. Һуғыш яраларынан арына алмай, 74 йәшендә ҡаты ауырып, донъя ҡуйҙы.
Беҙ атайыбыҙ һәм әсәйебеҙ менән ғорурланабыҙ. Улар беҙгә тормошто һөйөргә, уның ҡәҙерен белергә, һәр көндө Хоҙайҙан бирелгән бүләк кеүек ҡабул итеп йәшәргә өйрәтте. Бер кем дә, бер ни ҙә онотолмай. Һуғыш яраларынан беҙҙең тыныс тормош өсөн башын һалған яугирҙәр алдында баш эйәбеҙ, уларға мәңге рәхмәтлебеҙ. Еңеү көнөн үҙ иңдәрендә тыуған яҡтарына алып ҡайтҡан яугирҙәргә мәңге рәхмәтлебеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512