Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “туҡһандың да тупһаһына баҫылды”...
“туҡһандың да тупһаһына баҫылды”... Башҡортостандың иң гүзәл төбәктәренең береһендә — Әбйәлил районындағы “Юбилей” шифаханаһында — ял иткәндә осраттым уны. Яҡтыкүлдең матурлығын тамаша ҡылабыҙ. Йәйәүлеләр һуҡмағынан олпат йәштәге ил ағаһы таяҡҡа таянып, әкрен генә төшөп килә. Уның тотош ҡиәфәте иғтибарҙы йәлеп итә. Төҙ кәүҙәле, сал ҡупшы мыйығы үҙенә килешеп тора. Күҙ ҡарашы ихлас, яҡты. Күкрәге тулы орден-миҙал. Уны бер йәш кеше оҙатып бара.


Ҡайтыр көнөм яҡынлашты. Их, мин әйтәм, аҡһаҡалдың үҙен күреп һөйләшеп ҡалаһы ине. “Бирәм тигән ҡолона…” Форсаты ла тыуып тора. Иртәгәһенә юл өҫтөндә осраштыҡ:
— Әссәләмүғәләйкүм, олатай, — тип сәләм бирҙем.
— Вәғәләйкүмәссәләм, ҡәрендәш.
— Хәлегеҙ нисек, текә һуҡмаҡтарға үрелеү бик арытмаймы?
— И-и-й, туған! Туҡһандың өҫтөнә баҫҡанда 18 йәшлек һылыу ҡыҙ етәкләп йөрөтһөн әле! Ниндәй арыу ти ул? — тип уйынға бора бабайым.
Ниәтемде әйткәс, осрашырға килештек. Кис бүлмәләренә барып керһәм, олатай гәзит уҡып ултыра. “Баш­ҡортостан”ды ҡараштыра инем. Яратып уҡыйым мин уны. Бер йыл да алдырмайынса ҡалғаным юҡ”, — тине Йыһанур Маннапов.
Ул 1926 йылдың 8 апрелендә донъяға кил­гән икән. Тыуған төйәге — Баймаҡ ра­йонының Түбәнге Иҙрис ауылы. Йәшләй етем ҡалғас, биш бала араһында иң олоһо булған Йыһанурға бар ауырлыҡты күтә­рер­гә тура килә. Һигеҙ йәшенән үк эшкә еге­лә: күбә тарттыра, бесән саба, утын ташый.
1943 йылда, 17 йәше тулғас, Маннаповты һуғышҡа алалар.
— Артиллерияла хеҙмәт иттек, — тип бәйән итә башланы ул. — Тәүге мәлдәрҙә өйрәнеп китеүе бик ҡыйын ине. Һөжүм башланһа, донъяның аҫты-өҫкә килә. Күҙ асырлыҡ түгел, бер нәмәне аңлап булмай. Өлкән яугирҙәр беҙҙе йәлләй. Түҙегеҙ, бө­тәһенә лә өйрәнелә, тип йыуатырға тырышалар. Ысынлап та, һуңынан өйрәндек тә киттек. Әйтерһең, шулай булырға те­йеш. Иң ҡыйыны — иптәштәрҙе юғалтыу. Күпме аҫыл егет ятып ҡалды һуғыш яланында! Ғәжәп итәм: шул мәхшәрҙә ауыр яраланманым, бер ярсыҡ ҡына тейеп үтте. Госпи­талдә оҙаҡ ятманым, яңынан сафҡа баҫ­тым. Литваны азат итеү хәтерҙә. Дошманды ҡыуабыҙ. Беҙҙекеләр Кенигсбергка килеп еткәс, һуғыш бөттө. Армияны Япо­ния­ға ебәрҙеләр. Унда барып өлгөрмәнек, Кировтан һуғыш бөттө, тип кире ҡайтарҙылар.
Был юлы йәштәрҙе һайлап алып Сверд­ловскиға оҙаттылар. Завод тө­ҙөй­ҙәр. Ҡулға алыныусылар ҙа бар. Башта һәр беребеҙҙән 41 һораулы анкета тултырт­тылар. “Иләктән үткән” 12 егет эләк­тек. Бер нәмә лә, ни эшлә­гәнебеҙҙе лә белмәй­беҙ. Ҡулға һыҙма тотторалар, шу­ның буйынса эшләтәләр. Бер ҡайҙа ла сығармайҙар. Барактарҙа торабыҙ. Эшкә алып китәләр, килтереп ҡуялар. Ер менән элемтә юҡ. Өйҙәгеләр минең ҡайҙа икән­лекте белмәй. Ашау насар ине, тип әйтеп булмай, хатта аҙ булһа ла аҡса түләнеләр. Уны йыйып өйгә ебәрергә мөмкин ине. Аҡса килә, алалар, ә ҡайҙан, кемдән икәне әйтелмәй.
Шулай итеп, һигеҙ йыл ғүмер үтеп кит­те. Беҙҙе 1952 йылдың май айында ғына заводтан сығарҙылар. Был төҙө­лөштә эш­ләгән һигеҙ йыл бер документта ла, бер урында ла иҫәптә түгел, юғалған, биографиямдан төшөп ҡалған. Шуныһы ғына бар: столяр һөнәренә өйрәнелде. Тыуған төйә­гемә ҡайтҡас, иҫәпкә торҙом. Ауыл емерек хәлгә килгән, бөлгән. Етем-еҫер күбәйгән. Аслыҡ, яланғаслыҡ. Ке­ше­ләр ҡоро “таяҡ­ҡа” эшләй. Былай йәшәп булмай тип уй­лап, Темәскә леспромхозға эшкә керҙем. Утын ташып, ағас ҡырҡып йөрөнөм. 1952 йыл­да Әбйәлилдән Бибия­малға өйләндем. Ағас эшен белеүҙең файҙаһы тейҙе шун­да. 1956 йылда ауылға ҡайтып өй һалдым. Әйткәндәй, Түбәнге Иҙристә беренсе ағас өй булды ул.
Ул йылдарҙа эшләмәгән эш ҡалманы: колхозда ла, леспромхозда ла, алтын руднигында ла… Береһенән дә баш тартманым, ниндәй хеҙмәт булһа ла икеләнеп, ауырһынып торманым.
Бибиямалым менән ун балаға йән бирҙек: биш малай, биш ҡыҙ. Иң әрнет­кәне, үкенеслеһе шул: балаларҙы етем итеп, ҡатыным йәшләй генә үлеп китте. Яҙмыш әҙәм балаһына һынауҙарҙы өҫтәп кенә тора икән. Был фажиғә ныҡ тет­рән­дерҙе, әммә өмөт-ышаныстарым ҡаҡша­маны. Ни тиһәң дә, минең генә түгел, ә балаларымдың да яҙмышы бергә төй­нәлгән бит. Ғаилә бағыу һуғыш ғәрәсәтен күреү түгел. Рухты төшөрмәҫкә, биреш­мәҫкә! Ҡомарланып, башкөллө эшкә сумдым. Балаларымды ла йәштән эшкә өй­рәттем. Ни менән шөғөлләнһәм дә, ма­лайҙарым янымда. Ҡыҙҙарыма өй эше етерлек. Аптырап торманым: һандыҡ, өҫтәл, урындыҡтар, төрлө йыһаз яһап һаттым. Теге ваҡытта столяр һөнәрен өйрәнеүемдең файҙаһы ныҡ тейҙе. Улдарым да балта эшен үҙ итте. Хәҙер үҙҙәре донъя көтә, ҡулдарынан кил­мәгән эш юҡ. Ете балам — өс улым, дүрт ҡыҙым — иҫән. Барыһы ла тормошта, һөнәр эйә­ләре: шофер, уҡытыусы, завод инженеры һ.б. Ике улым — янымда. Кесеһе Нижне­вартовскиға барып эшләп, “мая” туплап ҡайтты ла тыуған ауылда төпләнде. Ҡар­та­тай тип өҙөлөп торған ейән-ейәнсәр­ҙәремә ҡарайым да, ырыу ағасым тар­маҡ­лана тип ҡыуанам.
Шуны әйткем килә: күптән инде дин юлындамын. Күңелем тыныс: Үрге Иҙрис, Түбәнге Иҙрис һәм Ҡолсора ауылдарын­да мәсет төҙөү эшен башлап йөрө­нөм. Беҙҙә халыҡ дәртле бит ул, ниә­темде күтәреп алдылар, мәсет­тәребеҙ эшләй, буш тормай. Тәүге мәлдә үҙемә имам-хатип вазифаһын башҡарырға тура килде. Иншалла, хәҙер йәш имамдар уҡып ҡайтты, матур итеп эшләп йөрөйҙәр.
Бына шулай ғүмер тигәнең һиҙелмәй ҙә үтә икән. Туҡһандың тупһаһына баҫылды. Көс-ҡеүәтем ташып тормаһа ла, яҡты донъянан һис тә туйған юҡ. Бына хәҙер Еңеүҙең 70 йыллығын көтәбеҙ. Рәхмәтле­мен, байрамдарға, осрашыу­ҙарға һәр ваҡыт саҡыралар. Быйыл да, насип булһа, баш ҡалабыҙға барып, фронтташ дуҫтар­ҙы осратып, күрешеп ҡайтаһы ине. Тик, ҡыҙғаныс, һирәгәйҙе сафтар.
Һуғыш илебеҙ, халҡыбыҙ яҙмышында ҡара ҡырғын булып үтте. Ул осорҙа ха­лыҡтың күргән ғазаптарын, аһ-зарын бергә йыйһаң, ерҙән күккә олғашыр ине. Йылдар үткән һайын яңы борсолоуҙар, хафалар ҡалҡып сығып ҡына тора.
Иң мөһиме — һуғыш булмаһын, донъяны ут ялмамаһын. Ҡәҙерле һәм һөйөклө илебеҙҙә, еребеҙҙә именлек, бәхет, ырыҫ төйәкләнһен.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 088

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518