Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ЮРИСТ КӘҢӘШТӘРЕ
Хәл ялға
барып етһә...


Ярты ставкала педагог-психолог булып эшләйем. Йыл һайын бирелә торған ялым 24 көн тәшкил итәсәк һәм аҡ­саһы яртылаш ҡына түләнә­сәк, тинеләр...

Илгизә.
Бөрө районы.

Хеҙмәткәр тулы ставкала эш­лә­мәһә лә, йыл һайын тәҡдим ителгән түләүле отпуск яртылаш ҡына бирелергә тейеш түгел (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 93-сө статьяһы). Тимәк, һеҙҙең дә ялы­ғыҙҙы тулыһынса файҙалана алыу хоҡуғын сикләй алмайҙар. Дө­йөм белем биреү ойошма­һын­да эшләгән педагог-психологтар өсөн был – 56 календарь көн. Етәкселек һеҙгә 24 кенә көн ял тәҡдим итеп, хоҡуғығыҙҙы боҙа. Є бына түләү мәсьәлә­һенә килгән­дә, ул уртаса эш хаҡына ҡарап билдәләнә. Ћеҙҙең хеҙмәт өсөн хаҡ ставканы уртаға бүлеп ҡу­йылғас, отпуск өсөн аҡса күләме лә ике тапҡырға кәмерәк килеп сыға.


Бер тинлек ҡуян ун тинлек зыянмы? Әллә...

Магазинда быҡтырыл­ған ит һатып алдым. Өйгә ҡайт­ҡас, һауыттың тулы түгел­ле­ген, өҫтәүенә аҙыҡ­тың си­фаты насар икәнлеген асыҡ­ланым. Икен­се көндө ит­те тотоп магазинға киттем. Єммә аҡсаны кире ҡайтар­маны­лар, мине консерваны асып итте ашауҙа һәм һы­уыт­ҡысҡа ҡуймауҙа ғәйеплә­неләр...

Ильяс.
Өфө ҡалаһы.

“Ҡулланыусылар хоҡуҡта­рын яҡлау тураһында”ғы Закондың 7-се статьяһына ярашлы, быҡ­ты­рылған итте икенсеһенә алмаш­тырырға йә­ки аҡсағыҙҙы кире ҡайтарырға тейештәр ине, сөнки ҡануниәт­тә һауыттың асылыу-асылмауына бәйле бер ниндәй ҙә сик­ләүҙәр юҡ.
Тағы бер иҫкәр­мә бар: нин­дәй ҙә булһа аҙыҡ-түлекте һа­тып алып сифатһыҙ икәнлеген асыҡлағас, мага­зин­ға тиҙ ара­ла дәғүә белдерергә кәрәк. Єгәр һатыусылар тиҫ­кәре­лә­неп маташһа, аҙыҡҡа экспертиза үткәреү мөмкин. Є был процедура бушлай эш­лән­мәй. Өҫтәүенә осһоҙ әйбер һатып алынған икән, уның хаҡынан да күберәк аҡсаның кеҫәгеҙҙән “сығып осоуы” ихтимал. Ћеҙгә магазин етәкселе­генә дәғүә­геҙ­ҙе белдереп ике дана ғари­за ҡал­дырырға кәрәк ине. Унда хәлде асыҡлап яҙырға һәм сауҙа нөк­тәһенең эшмәкәрле­ген тикше­реү­ҙәрен һорап, “Роспот­реб­надзор”ға мөрәжә­ғәт итергә теләүегеҙ ха­ҡында белдерергә тейеш­һегеҙ. Магазин хеҙмәткәрҙәре ҡул ҡуй­ған ғаризаның берәүһе – үҙе­геҙҙә, икенсеһе магазинда ҡала.
Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.










Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518