Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
(27 апрель – 3 май)
ҠУҘЫ (21.03 — 19.04).
Һеҙҙең өсөн уңышлы осор дауам итә. Был бөтөн өлкәләргә лә ҡағыла. Эшмәкәрлектә иң яҡшы сифаттарығыҙҙы күрһәтеп, хеҙмәттәш­тәрегеҙ араһында абруй ҡаҙанырһығыҙ. Етәк­селек тырышлығығыҙҙы тейешенсә баһалар, аҡсалата бүләкләр, моғайын. Аҙна уртаһы – башлаған эште тамамлау өсөн уңайлы мәл. Ғаиләгеҙҙә лә татыулыҡ һәм тыныслыҡ тантана итер. Яҡындарығыҙ менән бергә үткәргән ялдан ҙур кинәнес алырһығыҙ.
БУҒА (20.04 — 20.05).
Теләк-ынтылыштарҙа бер аҙ сама белергә кәңәш ителә. Башбаштаҡлыҡ үҙегеҙгә лә, яҡындарығыҙға ла файҙа килтермәҫ. Аҙна башында бар нәмәгә битарафлыҡ тойорһоғоҙ. Уның ҡарауы, ял көндәрендә барыһына ла артыҡ ҙур талапсанлыҡ менән ҡарарһығыҙ, ваҡсыллыҡ күрһәтерһегеҙ. Шуға күрә был осорҙа үҙегеҙҙе ҡулда тоторға, мөмкин тиклем тыныс, тотороҡло булырға тырышығыҙ, юғиһә шәхси мөнәсәбәттәрҙең боҙолоуы бар.
ИГЕҘӘКТӘР (21.05 — 21.06).
Нескә күңелле зат булғанға күрә, был аҙна­ла хис-тойғоға айырыуса ныҡ бирелерһегеҙ. Ләкин үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ, әүҙемләшеү өсөн уңайлы мәл. Аҡсаға бәйле мәсьәләләрҙе хәл иткәндә эске һиҙемләүегеҙгә ҡолаҡ һалығыҙ. Яңы эш башлау өсөн аҙна башы бик ҡулай. Эшлекле партнерҙар, етәкселек менән арала­шыуҙы тап ошо ваҡытҡа күҙаллағыҙ. Ял көндәрен тулыһынса үҙегеҙгә һәм яҡындары­ғыҙға арнарға тырышығыҙ. Ярайһы уҡ ҙур ғына килем көтөлә.
ҠЫҪАЛА (22.06 — 22.07).
Күңелһеҙ ваҡиғалар осоро тамамланды тиерлек. Шулай ҙа тынысланырға иртәрәк, ваҡ-төйәк мәшәҡәт сығып торор. Бәхетегеҙ үҙе­геҙҙең ҡулда. Дүшәмбенән башлап һәр нәмәне ентекле уйлап, алдан күҙаллап башҡарһағыҙ, хәлегеҙ яҡшырыр, ял көндәрен тыныс, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән үткәрер­һегеҙ. Ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн көс-ҡеүәтегеҙ етерлек. Ҡаушап ҡалмағыҙ, ҡыйыу алға барығыҙ.
АРЫҪЛАН (23.07 — 22.08).
Ваҡиғаларҙың ҡуйырыуында һеҙҙең ғәйеп юҡ түгел. Эш урынында ла, ғаиләлә лә көсөр­гәнеш, мәшәҡәт артҡандан-арта. Үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ, эшкә тотонорға ваҡыт. Мәсьәләләрҙе тауыш күтәреү, низағлашыу ярҙамында хәл итергә теләһәгеҙ, мөнәсәбәттәр ҡатмарлашыр ғына. Шуға күрә теге йәки был хәлгә бәйле фекерегеҙҙе ҡайтанан ҡарарға кәңәш ителә. Белемегеҙҙе камиллаштырыу, һәләтте үҫтереү өсөн уңайлы мәл.
ҠЫҘ (23.08 — 22.09).
Аҙна уртаһында шәхси мөнәсәбәттәрҙә уңыш көтә. Осор аралашыуҙарға, танышыу­ҙарға бай булмаҡсы. Сит кешеләрҙе үҙегеҙгә йәлеп итеү һәләте артыр. Тик тотороҡлолоҡ һаҡларға кәңәш ителә, юғиһә ял көндәренә арыуығыҙҙы тойорһоғоҙ. Шул арҡала кәйе­фегеҙ ҡырылыр, яҡындарығыҙҙың һүҙҙәре, ҡылыҡтары йәнегеҙгә тейер. Тыныс­ланып, ял итергә, сәбәпһеҙгә асыуланмаҫҡа тырышығыҙ.
ҮЛСӘҮ (23.09 — 22.10).
Аҙнаның башы танышыуҙар, романтик осрашыуҙар өсөн ҡулай мәл. Дуҫтарығыҙ менән аралашырға, бергәләп ял итергә мөмкин. Тик аҙна уртаһында байрам кәйефен эшлеклелеккә алмаштырыу зыян итмәҫ. Документтарығыҙҙы тәртипкә килтерегеҙ, башлаған эшегеҙҙе тамамлап ҡуйығыҙ. Был осорҙа алдығыҙға ҡуйған ҙур маҡсатҡа өлгәшерһегеҙ, моғайын.
САЯН (23.10 — 21.11).
Нисек кенә тырышһағыҙ ҙа, кеше менән ара­лашыуҙа хаталаныуҙарҙан, ахмаҡлыҡ менән ҡылынған ғәмәлдәрҙән ҡотола алмаҫ­һығыҙ. Уйламай әйтелгән хәбәр, тупаҫлыҡ, ҡәтғилек арҡаһында яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәтегеҙ боҙолор, низағлашырһығыҙ. Аҙна аҙағына үҙегеҙҙең хаҡлы булмауығыҙҙы аңларһығыҙ, һөҙөмтәлә кәйефегеҙ тағы ла нығыраҡ ҡырылыр, үкенерһегеҙ, әммә эш үткән инде.
УҠСЫ (22.11 — 21.12).
Дуҫтарығыҙ менән арағыҙ һыуыныр, моға­йын. Сит-яттарҙың мәшәҡәттәрен, проблемаларын иғтибарға лайыҡ булмаған ваҡ-төйәк тип ҡабул итерһегеҙ. Әле алдығыҙҙа етдиерәк бурыстар, мөһимерәк эштәр тора. Шуға ла үҙегеҙҙе башҡаларҙан ситләшкәндәй тойор­һо­ғоҙ. Борсолмағыҙ – был файҙаға ғына булмаҡсы. Һөҙөмтәлә байтаҡ эш башҡарыр­һығыҙ, әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итерһегеҙ.
ЫЛАҠ (22.12 — 19.01).
Байрам кәйефе, ял итеү теләге тантана итеүгә ҡарамаҫтан, мөһим эштәрҙе үҙағышына ҡалдырмағыҙ, ҡыйынлыҡтар тыуыуы ихтимал. Онотмағыҙ: һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Шуға күрә әле бөтә көсөгөҙҙө эшмәкәрлек өлкәһенә йүнәлтергә тырышығыҙ. Ял көндәрендә яҡын­дарығыҙ, дуҫтарығыҙ менән күңелле ваҡиға көтә. Һөйөү уты ла ҡабыныуы ихтимал, тик был мөнәсәбәттәр оҙаҡ дауам итмәҫ ахырыһы.
ҺЫУҒОЯР (20.01 — 18.02).
Аҙнаны уңышлы тип әйтеп булмай. Матди мәсьәләләр борсоуға һалыр, моғайын. Алды­ғыҙҙа ҙур һынауҙар тора. Уларҙы еңеп сығыр­һығыҙ, әлбиттә, шулай ҙа арыу-талсығыу тойорһоғоҙ. Кәйефегеҙ юҡҡа ғына ҡырылыр, үҙегеҙҙе яңғыҙ ҡалғандай тойорһоғоҙ. Ҡайғыр­мағыҙ: аҙна аҙағына хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрер.
БАЛЫҠ (19.02 — 20.03).
Көс-дәртегеҙ артыр, эшмәкәрлегегеҙ әүҙемләшер. Бүләк тапшырыуҙары, аҡсалата килем алыуығыҙ ихтимал. Матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу йәһәтенән яңы фекерҙәр тыуыр. Тик ниәттәрегеҙ саф булһын, юғиһә улар кире һөҙөмтә бирер. Эске һиҙемләүегеҙ сит-яттарҙың аҫтыртын ғәмәлдәренән һаҡланырға ярҙам итер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 977

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 236

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 459

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513