Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һорағыҙ – яуап бирәбеҙ
– Былтыр тауыҡтар һатып алғайным, улар ҡарт булып сыҡты. Ҡоштоң йәшен нисек билдәләргә?
– Ҡошсолоҡ фабрикаһының махсус журналына күҙ һалһаң, ҡоштоң йәшен белергә була. Тик һеҙгә уны бирмәйәсәктәр. Ғәҙәттә, фабрикалар йомортҡа һалып арыған оло тауыҡтарҙы һата. Иң яҡшыһы – биш айлыҡ себештәр алыу. Алты айлыҡ булғас, йәғни бер айҙан, улар йомортҡа һала башлаясаҡ. Йәш тауыҡтың тәпәйҙәре һары төҫтә, аяҡтарында балыҡтыҡы һымаҡ тәңкәләр булмай (ҡарттарыныҡында аҡһыл тәңкәләре ныҡ беленә). Ҡарт ҡоштоң янбаш һөйәктәре киң, күкрәк һөйәге ҡаты була. Әтәстең йәшен тәпәйҙәрендәге типкеләренән дә белеп була. Йәштәренең типкеләре тәүҙә саҡ ҡына беленһә, йәше үткән һайын ул йылына 1,5-2 сантиметрғаса үҫә.
* * *
– Инкубатор алырға ине. Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?
– Ҡошсолоҡ менән ныҡлап шөғөлләнер булһағыҙ ғына, инкубатор алырға кәңәш итәбеҙ. Ә инде 50-100 йомортҡа һыйҙырышлыға аҡса түгеүҙең файҙаһы юҡ. Күпселек ғаиләгә йылына 50-60 себеш үҫтереү етә. Ә алда телгә алынған инкубаторҙың хаҡына шундай 500 себеш килә. Тимәк, йылына 100 себеш алһағыҙ ҙа, инкубатор хаҡына биш йыл ҡош-ҡортло булаһығыҙ.
Әйтәйек, һеҙҙең 100 тауыҡ аҫрарлыҡ бәләкәй фермағыҙ, ошо саҡлы ҡошоғоҙ бар, ти. Марттан башлап июлгәсә (инкубация осоро) тауыҡтарҙың 60-70 проценты йомортҡа һала, йәғни 100 ҡошҡа кө­нөнә 60-70 йомортҡа тура килә. Ләкин бөтәһенән дә себеш сыҡмаясағы мәғлүм. Яҡынса 50-һенән сығасаҡ тип иҫәпләйек. Тимәк, йылына 1 мең 500 йомортҡанан себеш сығыуы ихтимал. Шулай итеп, яҡынса иҫәпләгәндә, шәхси хужалыҡта инкубация менән шөғөлләнергә теләгәндәргә ике “ИЛ Б-5” инкубаторы һатып алыу отошло буласаҡ.

* * *
– Кирбестең төрлө маркалыһы бар, ҡайһыһы төҙөлөшкә йә мейескә ярай?
– Йорт һәм башҡа бина төҙөгәндә ябай кирбес файҙаланыла. Уның өҫтө тупаҫ һәм ҡытыршы була. Тәбиғәт шарттарында сыҙамлылығы түбән.
Силикат кирбес ҡыҙылға ҡарағанда нығыраҡ һәм ауырыраҡ. Тик үҙенә һыуҙы нығыраҡ һеңдерә. Шуға ла йорт нигеҙен, мейес мөрйәһен һалғанда уны ҡулланмайҙар.
Мейес һалғанда эҫелеккә сыҙам кирбес кәрәк. Уға “Ш” хәрефе ҡуйыла. Төҫө төрлөсә булыуы мөмкин.
Кирбестең маркаһы (М-50-нән М-300-гә ҡәҙәр) ныҡлыҡты күрһәтә. Бер ҡатлы йорттарҙы һалғанда М-100, М-150 маркалы кирбес тә ярай.
Кирбестәрҙе һалҡынға сыҙамлылыҡ буйынса ла бүләләр. Мәҫәлән, Мрз-15, Мрз-100. Беҙҙең яҡта файҙаланғанда иһә Мрз-25-тән түбән булмаҫҡа тейеш.

* * *
– Бесәй, эт кеүек йәнлектәрҙә бөрсә була. Унан нисек ҡотолорға?
– Махсус дарыуҙар һатыла. Уларҙы ветеринария станцияларынан дарыухананан һәм махсус магазиндарҙан да һатып алып була. Халыҡта шундай ысул таралған: йорт йәнлектәрен ылыҫлы ағас ботаҡтары түшәлгән урында йоҡлатырға кәрәк. Сайыр еҫе бөрсәнән арынырға ярҙам итә. Ылыҫты ваҡыты-ваҡыты менән алыштырып торалар.
Тәмәке төнәтмәһенән яһалған ванна ла яҡшы һөҙөмтә бирә. Тик һуңынан эт һәм бесәйҙе таҙа, йылы һыуҙа йыуындырырға онотмағыҙ.

* * *
– Өйҙө ҡара ҡырмыҫҡа баҫты...
– Тәрилкәгә аҙ ғына әсетке йә әсе ҡамыр өҫтәлгән бал ҡатнашмаһы (шәкәр сиробы ла ярай) һалып, бөжәктәр күренгән урынға ҡуйырға кәрәк. Был ҡатнашма – улар өсөн ағыу.

* * *
– Себендәр ниндәй үҫемлектән ҡурҡа икән?
– Уларҙың дошманы – еҙтөймә. Уны ҡыр миләше тип тә йөрөтәләр. Был үҫемлекте бүлмәгә ҡуйһаң, себендәр шунда уҡ осоп сығып бөтә.
* * *
– Башмаҡ ауырып киткәс, ветеринар саҡырттым. Ул авитаминоз тигән диагноз ҡуйҙы...
– Витамин ныҡ етешмәүҙән барлыҡҡа килгән бер төркөм ауырыуҙы (бери-бери, пеллагра зәңге) шулай тиҙәр. Халыҡта был сиргә ҡаршы борондан кесерткән файҙаланғандар. 1:20 нисбәтендә яһалған төнәтмәне, ашатырға ярты сәғәт ҡалғас, бер стакан эсерәләр. Был көнөнә 3-4 тапҡыр ҡабатлана. Миләш емешенән яһалған төнәтмә лә бик файҙалы. Унда ла витаминдар күп. Әнис (укроп) төнәтмәһе иһә малдың йөрәген нығыта, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта.
* * *
– Тауыҡтарға ағас көлө бирергә ҡушалар. Уның файҙаһы нимәлә?
– Ғәҙәттә, ҡыш ҡоштарға көлдө “ванна ҡабул итеү” йәки “йыуыныу” өсөн бирәләр. Ул тауыҡтарға төрлө паразит бөжәктәрҙән арынырға булышлыҡ итә. Йәй ҡоштар тупраҡҡа, тиреҫкә күмелеп таҙарына. Ә ҡыш бындай мөмкинлек юҡ. Ағас көлөн ашағандан һуң тауыҡтарҙың тамағы ныҡ кибә, шуға алдарынан һыу өҙмәгеҙ. Көл организмда минераль матдәләр етешмәгәндә лә файҙалы. Ундай хәлдә тауыҡтарҙың аппетиты юғала, ябыға, ауырыуҙарға бирешә. Быны булдырмаҫ өсөн аҙыҡҡа төйөлгән аҡбур, һөйәк оно, тоҙ, аҙыраҡ көл ҡушалар. Эзбиз һалғанда һаҡ булырға кәрәк. Ул яндырылған һәм кәмендә ярты йыл асыҡ һауала ятҡан булырға тейеш.
* * *
– Һыйырымдың ике елене шеште, һауып булмай башланы. Уны һуғымға тотонорға тура килде...
– Һыйырҙарҙа мастит сире йыш осрай. Ябай итеп әйткәндә, ул имсәк биҙенең шешеүе тип атала. Күпселектә шеш елендең бер яғын ҡаплап ала, бик һирәк кенә икенсе яғына ла күсә. Сәбәптәре төрлөсә – бәрелеү, дөрөҫ һауылмау, һөтөнөң тулыһынса һауып бөтөрөлмәүе, елендең йыуылмауы, малдың һыуыҡ, бысраҡ урында ятыуы һ.б.
Мастит ваҡытында шешкән имсәктең һөтөн кешегә лә, быҙауға ла эсерергә ярамай. Һауғанда һаҫыҡ эрен, хатта ҡан килә. Елендең ауырыу яғын 2-3 сәғәт һайын һауып торорға, малды көтөүгә ҡыумаҫҡа кәрәк.
Һыйырҙы мотлаҡ ветеринарға күрһәтегеҙ. Ғәҙәттә, ул шешкән имсәктәрҙе һауғас, еленде камфора, ихтиол йәки йодалы май менән йомшаҡ ҡына ыуырға кәңәш бирә.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 085

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 444

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 976

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 886

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 638

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 235

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 458

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 961

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 427

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 504

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 327

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513