Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өлгө миңә олатайым
Өлгө миңә олатайым Олатайымдың исемен телгә алғандар Ишембай районында бик күп. Уны йылы, яҡты хәтирәләр менән иҫкә төшөрәләр. Шул саҡ олатай тере һындай күҙ алдына килеп баҫа. Тормош ниндәй генә ауыр һынау ҡуйһа ла, бирешмәйсә, үҙенә үҙе терәк булып аяҡҡа баҫҡан кеше бит ул.

Ғүмәр ауылында тыуып үҫкән Ғайса Көнәфиә улы Кәримов хаҡында һүҙем. Алда әйткәнемсә, ул бала саҡтан уҡ ҙур ҡайғы-хәсрәт күргән. Олатайымдың ата­һы Алыҫ Көнсығышта шахтала эшләгәндә һәләк бул­ған. Ул ярты етем үҫ­кән. Туғандары ла йәшләй генә вафат булған.
Олатайым һуғышҡа 17 йәшендә китә, гитлер­сылар­ға ҡаршы 2-се Укра­ина фронтында алыша. Элемтә хеҙмәтенең уңыш­лы эшен тәьмин итеү бурысы йөкмәтелә уға. Һу­ғыш тамамланып, Со­вет иле Еңеү байрамын ҡаршылаһа ла, яугир 1947 йылда ғына тыуған яғына ҡайта.
Ауылда ул Латифа исем­ле ҡыҙға өйләнә, йәғ­ни өләсәйебеҙ менән бер-береһен табышалар. Улар ете балаға – өс ул һәм дүрт ҡыҙға – ғүмер биргән.
Олатайым һуғыштан һуң Стәрлетамаҡ педагогия техникумын тамамлай, артабан Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Вуздан һуң ғүмер буйы мәктәптә эшләй. Уҡыусыларын шул тиклем ярата, хатта иртә менән сығып китеп, ҡара төнгәсә ҡайтмай тиергә була. Киске мәктәптә колхозсыларға ла белем биргән. Талапсан­лығын, белем һәм тәртип яратыуын әле булһа башҡаларға өлгө итеп һөйләйҙәр. Ул матбуғат менән дә тығыҙ бәйләнештә йәшәгән: һәр гәзит һәм журналды алдырып уҡыған, редакцияларға йыш ғына мәҡәләләр ебәреп торған. Уҡыусыларын да шуға ылыҡтырған. “Башҡорт­остан” гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе булған. Уның тәрбиәләнеүселәренең өсәүһе – Вафа Әхмәҙиев, Рауил Ниғмәтуллин, Салауат Кәрим – Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағза­лары.
Атайым, балалар яҙыусыһы Салауат Кәрим хәтерләүенсә, олатайым үҙенең ул-ҡыҙҙарына ҡарата бик талапсан булған. Уларға талап юғарыраҡ ҡуйылған хатта – уҡытыусының балаһы үҙе өлгө күрһәтергә тейеш тип иҫәпләгән олатай. Бөтә балалары ла мәктәптең алдынғы уҡыусылары булған.
Ҡартайғас, фалиж һуғып, ҡаты ауырығас та кәңәш бирер, бар донъя хәлдәре менән ҡыҙыҡһыныр булды олатайыбыҙ. Күңеле барыбер нескә ине. “Әсирлеккә алынған немецтарҙы кемдер мыҫҡыллай, уларҙан көлә, туҡмай торғайны, ә мин уларҙы хәстәрләргә тырыштым, йыуынырға, теш таҙартырға рөхсәт итә инем. Улар ҙа – кеше балалары. Һуғыш сығыуҙа ябай һалдаттың ни ғәйебе бар инде”, – тигәндәре хәтергә ныҡ уйылып ҡалған.
2005 йылда улдары ауылда Ғайса Кәримов исемендәге премия булдырҙы, ул мәктәп уҡыусыларына бирелә. 2010 йылдан Ишембай районы кимәлендә лә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына олатайымдың исемен йөрөткән премияны тапшыра башланылар. Бына шундай тарихи шәхес, һоҡланғыс кеше беҙҙең олатай! Сикһеҙ ғорурланам уның менән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512