Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Был дәрестең әһәмиәте ниҙә?
БДУ-ның Сибай институтындағы барлыҡ факультеттарҙа ла башҡорт теле дәүләт статусында уҡытыла. Дәрестә грамматиканы ғына өйрәнеп ҡалмайбыҙ, күберәк тарихҡа, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә ҡағылышлы темаларға туҡталабыҙ. Телмәрҙе шымартыуҙа, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүҙә халыҡ ижады өлгөләрен, милли матбуғат баҫмаларында донъя күргән яҙмаларҙы ҡулланыу отошло.
Башҡа факультет студенттары, филология йүнәлешен үҙләштермәһә лә, ижад менән ихлас шөғөлләнә, шәжәрәһен, ауылы тарихын, ер-һыу атамаларының килеп сығышын өйрәнә, фольклор материалдарын йыйыуҙа ҡатнаша. Башҡорт теле дәрестәренә ҡарата уларҙың фекерҙәре менән ҡыҙыҡһындыҡ.


Зөлхизә ЯҠУПОВА, биология бүлеге студенты:
– Беҙҙең төркөм башҡорт теле дәрестәренә ҙур теләк менән йөрөнө. Уларҙың һәр береһендә халҡыбыҙҙың тарихы буйлап сәйәхәткә сыға инек. Мәшһүр “Урал батыр” эпосын айырыу­са ҙур ихласлыҡ менән өйрәндек, ошондай әҫәребеҙ барлығына ғорурландыҡ.
Шәжәрәбеҙҙе, нәҫелдәрҙең килеп сығышын өйрәнгән дәрестә уҡытыусыбыҙ менән берлек­тә тема буйынса ҙур мәҡәлә әҙерләнек, һөҙөм­тәлә институттағы “Фән аҙналығы” уңайынан ойошторолған ғилми конференцияла I урынды яуланыҡ. Тик­шеренеү эшебеҙ аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетында үткән конференцияға тәҡдим ителде, республика баҫмаларында донъя күрҙе. Ғөмүмән, ниндәй генә һөнәр эйәһе булыуына ҡарамаҫтан, һәр кеше үҙ халҡының тарихын белергә, туған телендә иркен аралашырға, уны яратырға бурыслы тип уйлайым.

Алена ТАРАСОВА, психология бүлеге студенты:
– Дәрестәрҙә, грамматиканы өйрәнеү менән бер рәттән, башҡорт халҡының мәҙәниәте буйынса ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белдек. Шәхсән мине был ижади яҡтан үҫтерҙе. Үҙем институттың бейеү түңәрәгендә шөғөлләнәм, бейеүҙе тарихын белеп башҡарыу мөһим икәнен аңланым. Сығыштағы һәр хәрәкәт, ым, ҡараш тәрән мәғәнәгә эйә. Дәрестәрҙә башҡорт халыҡ йырҙарының тарихын да ҡыҙыҡһынып өйрәндек.

Рушана БИЛАЛОВА, башланғыс белем биреү бүлеге студенты:
– Темаларҙың күбеһен аудио- һәм видео­яҙмалар ярҙамында үҙләштерҙек. Башҡорт милли кейемен өйрәнгәндә башҡа милләт ҡыҙҙарының “һаҡал” тигән биҙәүес атамаһын “борода” тип тәржемәләп көлдөргәне иҫтә ҡалған. Үҙебеҙ ҙә йыш ҡына бындай әйберҙәр исеменең урыҫсаһын белеп еткермәйбеҙ шул.
Мәҡәләләремдең республика баҫмаларында донъя күреүе мине дәртләндереп ебәрҙе. Әле башҡорт филологияһы кафедраһының журналистика буйынса өҫтәмә курстарына яҙылырға йыйынам.

Алина НАРЫНБАЕВА, башланғыс белем биреү бүлеге студенты:
– Дәрестәр теҙмәһендә башҡорт телен күреп, тәүҙә аптырашта ҡалдым. “Филология бүлегендә белем алмаған студенттарға уның кәрәге бармы икән?” тип уйланым. Уҡыуҙар башланғас, яңылышҡанымды аңланым. Йолаларға, ғөрөф-ғәҙәткә бәйле темаларҙы өйрәнгән саҡта атай-әсәйем дә ярҙам итте. Улар үҙҙәре лә ҡыҙығып китә торғайны. Йолалар онотолоп бара бит, уларҙы ентекле өйрәнеү, үтәү кәрәк тигән һығымтаға килдек.

Александра КУПРИЯНОВА, биология бүлеге студенты:
– Башланғыс төркөмдә уҡыным. Хәҙер башҡортса һәйбәт аңлайым, тик әлегә был телдә яуап ҡына ҡайтара алмайым. Тимәк, белемемде артабан камиллаштырырға бурыслымын. Кеше мөмкин тиклем күберәк тел өйрәнергә тейеш тип уйлайым. Уларҙың һәр береһе – яңы мәҙәниәткә, башҡа халыҡтың фәлсәфәһенә асҡыс. Телдәрҙе сағыштырып өйрәнеү халыҡтарҙың менталитетын аңларға ярҙам итә. Биология бүлегендә уҡығас, үҫемлек атамаларының килеп сығышы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе айырыуса ҡыҙыҡһынып өйрәндем.

Гөлкәй СӘМЕРХАНОВА,
институттың өлкән уҡытыусыһы.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 172

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840