Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Болот ала, яуын ҡала
Мөхлис ағайҙың әйтеүенсә, шул тамуҡ хәтерҙә яңырһа, серем итерлек тә тәҡәт ҡалмай. Утлы дауыл эсендә йөрөгән ай эсендә пулемет расчетындағы ете кешенән Шакиров ҡына иҫән ҡала. Тере, әммә ауыр йәрәхәт менән. Сталинград эргәһендә ҡамауға эләккән Паулюс армияһын дөмбәҫ­ләгән саҡта, ҡырҡ өсөнсөнөң ғинуарында була ул хәл. Ҡарҙа ыҙғар һыуыҡта инде туңып үлә тигән пулеметсыны бер танкист шәйләп ҡалып, госпиталгә килтереп тапшыра. “Даланы” шулай булғандыр, Мөхлисте операция өҫтәленә һалғанда госпиталдә наркоз бөткән. “Әҙәм тыуыуына ышана, үлеменә ышанмай”, тиһәләр ҙә, тәҡәтһеҙ һыҙланыуҙан теге донъяны күргәндәй булдым”, — тип, Шакиров ағай күптән уңалған яраһын, ирек­һеҙҙән, йәнә усы менән ҡаплай.
Яу йылдары, Бөйөк Ватан һуғышының һәр көнө тарихсыларҙың иләге аша мең тапҡыр үткәрелгәндер, ижад кешеләре өсөн тор­мошобоҙҙоң ошо иң ҙур фажиғәһе әҙәм балаһының кемлеген һәм нисек булырға тейешлеген күрһәтеү критерийы булғандыр. Һуғыштың һәр мәле хәҙер көллөбөҙгә мәғлүм һымаҡ тойолһа ла, ул хатта махсус тик­шеренеүселәр, шул ғәрәсәтте үткән кешеләр өсөн дә асылып бөтмәгән донъя булып ҡала. Мөхлис Баҙиҡ улы кеүек һәр һалдаттың фронттағы көнөн, аҙымын, уйҙарын, ҡайғы-ҡыуаныстарын зиһен һәм күңел күҙе аша үткәреү әмәле булһа! Бына мин Шакировтың, тәүге йәрә­хәтенән күтәрелә алып, Украи­на, Белоруссия, Балтик яны республикалары аша үтеп, Поль­ша һәм ахырҙа Герма­нияға барып етеүен үҙем дә һиҙмәҫ ғафиллыҡ менән ҡағыҙға төшө­рәм. Тотанаҡлы ир булараҡ, Мөхлис ағай яу көндәрендә ниҙәр уйлағанын бөгөн түгеп бармай, һуғышты күрмәгәс, ни ҡәҙәре генә көсәнһәм дә, уның язаһын бөтөн теүәллеге менән йөрәк аша үткәрә алмайым. “Һуғыш тураһында, мырҙам, фронтовиктар ғына ысынбарлыҡты яҙа ала”, — Хәким Ғиләжев ағайҙың әйтеп ҡалдырғанын онотаһы түгел.
Өлкән лейтенант, пулеметсылар ротаһы командиры Шакиров өсөн һуғыштың иң зәһәре Германияның Шпремберг ҡалаһында тамамланған һымаҡ. Шпремберг Берлиндан көньяҡ-көнсығыштараҡ һәм һуғыштың ахырғы һөжүм итеү операциялары картаһын ҡараһаң, иҫ-аҡылың китерлек. Беҙҙең төрлө ғәскәрҙәр армиялары, бер ташҡын булып, фашистар көсөн көнбайышҡа этеп бара. Тиҫтәләрсә мең танк, күк көмбәҙен болот ише ҡаплаған самолеттар менән ҡоралланған ун бер миллионлыҡ армияға, хәйер, ни хикмәт менән ҡаршы тормаҡ кәрәк?
Ысыҡ, ҡандан еүешләнде ерем,
Шашҡан пулеметтар туҡталды.
Окобынан аяғүрә тороп,
Еңгән һалдат алға уҡталды.
Күкрәгенә һыймай типте йөрәк,
Шыбырланы ҡанлы ирендәр:
Бөттө мәхшәр... Умырзая ҡалҡа
Снарядтар иҙгән еремдә...
(Алексей Сурковтың “Еңеү иртәһе” тигән шиғырынан Ирек Кинйәбулатов тәржемә иткән юлдар).
Тамам. Әжәл урағы һынды. Ҡурғаш урынына күктән, бәлки, бынан ары шифалы ямғыр ғына һибәләр? Аллаһу Тәғәлә йәшәү өсөн бар иткән Ерҙә ғазазил хакимлыҡ ҡылырға тейеш түгел бит инде. Һуғыш тыныу менән һалдат йөрәгенең ни теләп ярһығанын аңлатып та булмайҙыр. Илгә... Өйгә... Яҡын­дарым эргәһенә... Йәһәтерәк!
Ләкин ашыҡҡандың арбаһы аҡрын тәгәрәй шул. Йәнә лә хәрби кеше үҙенә үҙе хужа ла түгел.
Шулай ҙа Дәүләт оборона комитеты 1945 йылдың 14 июнендә демобилизацияға бәйле сараларҙы ҡарай. Тағы туғыҙ көн үтеүгә СССР Юғары Советы сессияһы ошо мәсьәлә буйынса закон ҡабул итә. 1945 йылдың 10 июлендә Совет Армияһынан демоби­лизацияланған яугирҙәр ултырған тәүге поезд Берлиндан тыуған илгә ҡарай юллана.
Мөхлис Шакировтың әрменән аҙаҡ тыныс хеҙмәткә сумырын белгәнгә, ошоға ҡағы­лышлы дөйөм бер нисә һан килтерәйем. 1948 йыл башына демобилизация, нигеҙҙә, тамамлана, 8,5 миллион яугир армия сафын ҡалдыра. Халыҡ хужалығына ифрат күп техника һәм бүтән мөлкәт ҡайтарып бирелә. Ҡыҫҡаһы, 1946 йылдың сентябренә сәнәғәт һәм ауыл хужалығы 150 меңгә яҡын автомашина, бер миллиондан күберәк ат ала. Транспорт авиацияһы частары граждандар һауа флотына, 1500-ҙән ашыу транспорт һәм балыҡсылыҡ суднолары төрлө пароходство һәм ведомстволарға ҡайтарыла.
Ә йәш офицер Мөхлис Шакировты ҡайтармайҙар ҙа ҡайтармайҙар. Төрлөһөн уйлай егет. Баҡтиһәң, уның хеҙмәте тамам­ланмаған икән. 17 июль менән 2 август ара­һында, Берлинға яҡын ғына Потсдам ҡалаһында, донъяның һуғыштан аҙаҡҡы ҡоролошон билдәләгән халыҡ-ара конференция үтә. Бындай ваҡиғаларҙың ҡасан һәм ҡайҙа уҙыры, кемдәр ҡатнашыры ябай кешегә, әлбиттә, мәғлүм булмай. Ошондай ҙур, тарихи ғәмәлдәргә аҙ ғына мөнәсәбәтең дә һуңынан ғына беленә. Шуға Мөхлис Шакиров менән уның 74 һалдатын Берлин янындағы тимер юлдың бер участкаһына ҡарауылға ҡуйғанда, һаҡтың дәүләт, юҡ, хатта халыҡ-ара әһәмиәтендә булыуы һис кемдең дә уйына килмәгәндер. Уҙыр состав­тарҙың ябай ғына түгеллеген, тәртиптең бик ҡәтғи булырға тейешлеген командирҙарға аңғартҡандар, әлбиттә. Унан һуң, һуғыш-атыштарҙың тыныуына бына ғына. Бер­линдың үҙендә лә, тирә-яҡта ла еңелеүен танырға теләмәгән баймабаштар, шәт, табылыр ине. Аллам һаҡлаһын!
Һалдаттың бурысы — хеҙмәтте атҡарыу, ҙур кешеләрҙең эше — һүҙ беркетеү. Әлеге конференция ла, килешмәгән урындарын ямап, имен-аман уҙып китте. Мөхлис Шаки­ровҡа ла ҡайтыу яғын ҡарарға ваҡыттыр. Булһа ла, уныһы ла командование хөкөмөндә.
Сталинградтан һуң тағы өс мәртәбә йәрә­хәт алып та сафта ҡалған, күкрәге шау орден-миҙалда булған, егерме икенсе йәште генә ҡыуған офицерға ҡарата командирҙарҙың ниәте, хәрбиҙәрҙә ғәҙәтләнгәнсә, тиҙҙән бойороҡ рәүешендә кәүҙәләнгән. Мәсьәлә шунда: теләһә ниндәй яу үткән урында, партизандар отрядтары йә ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәттәре, бик булмаһа, ҡәҙимге енәйәтсе-бандиттар рәүешендә һуғышты йәшертен дауам итеүселәр ҡала. Әгәр Балтик буйы республикаларында Икенсе донъя һуғышы­нан һуң “Урман ҡәрҙәшлеге” (“Лесные братья”) ҡораллы отрядтары террорлыҡ, енәйәтселек юлынан китһә, Көнбайыш Украинала уҙған быуаттың 30-сы йылдарында уҡ хасил булған Украина милләтселәре ойошмаһы үҙ алдына тәүҙән сәйәси маҡсаттар ҡуйған. Ошо ойош­маның лидеры Степан Бандера эшмәкәр­легенең башында Польшанан да, Совет Рәсәйенән дә бойондороҡһоҙ украин дәү­ләтен төҙөргә ниәтләгән. Немецтар илебеҙгә баҫып ингәс, 1941 йылдың июнендә Львов ҡалаһында Украинаның мөстәҡил­леген иғлан итеү шуны раҫлай. Ләкин был сәйәси ғәмәл фашистар тарафынан тыуып өлгөрмәҫ элек үк тонсоҡторола, һәм Бандера ойош­торған Украина ихтилали армияһы (УПА) тәүге осорҙа фашистик баҫҡынсыларға ҡаршы көрәшә. Украинаны һәм уның көнбайышын немец ғәскәрҙәренән Ҡыҙыл Армия таҙарта килә, ә украин милләтселәре бар көсөн уға һәм Совет власын нығытыуға ҡаршы йүнәлтә. Украина ихтилали армияһы тора-бара етди көскә әйләнә һәм 1944 йылдың көҙөнә 20 мең кешегә етә.
Мөхлис Шакировтың хәрби яҙмышында мәңге һаҡланыр хәтер ҡалдырған ошо осорға ниңә төпсөрләп туҡталыуым артабан аңла­шылыр ул. УПА отрядтары, дөйөм алғанда, Көнбайыш Украинала төйәкләнгән һәм хужалыҡтарын күмәкләштереүҙән ҡурҡҡан крәҫтиәндәрҙең яҡлауына таянған. Күрше Польша менән Чехословакия властарының украин милләтселәренә либераль мөнә­сә­бәте ихтилалсыларға НКВД-МГБ ғәскәр­ҙәренең эҙәрлекләүенән ҡасып, шул илдәргә сығып йәшеренергә мөмкинлек биргән.
СССР Хөкүмәте ошо мәсьәлә буйынса Польша менән Чехословакияға баҫым яһап, 1947 йылдың 17 майында килешеү имза­ланғас ҡына, хәл ыңғайға үҙгәрә башлаған. Килешеүгә ярашлы, Польша хөкүмәте, ихтилалсыларҙы базаларынан мәхрүм итеү өсөн, ошондағы украин милләтле кешеләрҙе илдең төньяҡ-көнбайышына күсерә. Чехословакия хөкүмәте иһә дәүләт сиген нығытыу сараларын күрә. Әммә ихтилалсыларҙың ҡаршылыҡ күрһәтеүе 1950 йылдарҙың башында ғына тамам һындырыла. Көнбайыш Украинала милләтселек хәрәкәте менән ҡораллы көрәш тураһында ғилми тикше­ренеүҙәр, әҙәби әҫәрҙәр, кинофильмдар аша бер ни ҡәҙәр хәбәрҙарбыҙ ҙа кеүекбеҙ. Ғүмер үтә килә, милли-азатлыҡ хәрәкәттәренең төрлө рәүеш алыу ихтималын да аңлайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта украин милләтселеге тамырҙа­рының ниндәй һуттарҙан йәшәү ҡеүәте алыуын күрмәгәнбеҙ һәм хәҙер, ошо хәрәкәт Рәсәйгә дошмансыл хәүефле көскә әүерел­гәс, стратегик хатаны төҙәтеү ҡиммәткә төшәсәк.
Сәйәсмәндәрҙең яңылышлығын ҡан һәм кеше ғүмере менән түләү бер бөгөн генә хасил булған күренеш түгел. Әлеге банде­ровсыларға ҡаршы көрәш тарихы — быға дәлил. Йәш коммунист, боевой офицерға Эске эштәр халыҡ комиссариаты етәксе­ләренең күҙе төшөүен аңларға була. Советтар Союзына һуғыш алдынан ғына ҡушылып, бер нисә йыл дошман аҫтында булып, йәнә СССР сиктәрендә йәшәйәсәк көнбайыш өлкәләр халҡының һәммәһенең дә яңы хакимлыҡты афаринлап, икмәк-тоҙ менән ҡаршыламағаны мәғлүм. Совет власына ҡаршы ҡорал күтәргән дә, аҫтыртын эшләгән кешеләр ҙә күп булған. Ғәскәрҙәрҙең яу яланында йөҙгә-йөҙ килеп осрашыуы — бер. Уларҙың ҡасып-боҫоп эш иткән көс менән көрәшеүе — икенсе мәсьәлә. Украин милләт­се ихтилалсыларының ҡаршылығын еңеү өсөн НКВД ғәскәрҙәре генә етмәй, регуляр армия частарының ярҙамы ла кәрәк була.
— Украинала ул ваҡытта хәл, ай-һай, болоҡһоу ине, — тип Мөхлис ағай хәти­рәләрен Карпат тарафтарына йүнәлтә. — Кременец, Тернополь яҡтарында Совет власы органдарын тергеҙеү өсөн ғәмәлдә һуғыш хәрәкәттәре алып барырға тура килде бит. Көндөҙ, мәҫәлән, ауыл Советына рәйес тәғәйенләп китәһең, төн эсендә ул бахырҙы йә аталар, йә аҫалар. Был да һуғыш ине, ул немецтарға ҡаршы көрәштән дә ауырыраҡ булғандыр. Бер яҡтан, һин урындағы халыҡ­ты ҡурсаларға тейешһең, шул уҡ ваҡытта бандподпольеның ошо халыҡтан ярҙам алыуын да беләһең, ә ҡорал ҡуллана алмайһың.



(Дауамы. Башы 75-се һанда).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518