Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һандуғаслы блиндаж
Һандуғаслы блиндаж Апайыбыҙ Мәликә Хәйбулла ҡыҙы Асҡарова 1922 йылда алты балалы ғаиләлә иң өлкәне булып тыуған. Ул саҡта атайыбыҙ Хәйбулла Бикбулатов Ленинградта уҡып ҡайтып, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында судья булып эшләгән. 1939 йылда ялға ҡайтҡан Аҡъяр егете летчик Йәмил Байрамғолов апайыбыҙға өйләнеп, үҙе хеҙмәт иткән ергә алып киткән. Гарнизоны сик буйында була. Уларҙың бер-бер артлы ике ҡыҙы тыуа, ләкин тыныслыҡ, бәхет оҙаҡҡа бармай.


Дәһшәтле һуғыш башланып китә, хәрби частан ғаиләләрҙе эвакуацияға ебәреп өлгөрмәйҙәр. Көндөҙ гарнизон өҫтөндә һауа һуғышы тоҡана, летчик­тарҙың ҡатындары бер нәмә лә аңла­май, һаҡлана ла, ҡурҡа ла бел­мәй. Не­мец самолетының янып ҡола­ғанын күрәләр, уның артынса беҙҙең само­летҡа ут ҡабып, Кавказ тауҙарына төшөп шартлай. Немец самолеттарын ҡыуып ебәргәс, беҙҙе­келәр аэродром­ға ултыра. Һәм летчиктар апайыбыҙ янына килә. Ул бөтәһен дә аңлай: теге янып төшкәне уның һөйөклө ире була. Апайыбыҙ аңҡы-тиңке булып, үҙҙәре йәшәгән өйгә табан, балалары янына йүгерә. Ләкин... унда фашист самолеты ташлаған бомбанан ҡалған воронканы ғына күрә. Ҡот осҡос фажиғә!
Аңына килгәс, уны кемдеңдер ҡай­ҙа­лыр һөйрәп алып барғанын аңлай. Ләкин уға инде бер ни ҙә кәрәкмәй. Иҫен юғалтҡан йәш ҡатынды бер осетинка тауҙар араһындағы ауылына һөйрәй, сөнки немецтарҙың летчик ҡатынын аямаясағын яҡшы аңлай. Үлән сәйе эсереп, үҙҙәренсә дауалап, аяҡҡа баҫтыралар. 22 йәшлек апа­йыбыҙҙың бер услам сәсе ап-аҡ була.
Өмөт аяҡҡа баҫтырҙы, өмөт йәшәтте, ти ине ул. Кавказ тауҙары араһынан һөйөклөһө шыуышып килә­лер тигән уй башынан сыҡмай. Аяҡ­һыҙ, ҡулһыҙ, һуҡыр булһа ла, һөйәп ултыртып йә­шә­тер инем, мөхәббәтем, йырым ме­нән йыуатыр инем, ти. Әйткәндәй, апайы­быҙ иҫ китмәле матур йырлай ине, сылтырап аҡҡан шишмә кеүек уның та­­уы­­шы. Башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен еренә еткереп баш­ҡар­ғанда донъяңды онотоп тыңлайһың.
Йырсы ғаилә беҙ. Һабантуйҙа ата­йыбыҙ Хәйбулла Байрамғолов — беренсе, әсәйебеҙ Рәхимә — икенсе, 14 йәшлек Мәлик ағайым өсөнсө урын­ды яулаған. Моңло ғаиләнән данлы йырсы Фәрит ағайыбыҙ Бикбулатов сыҡҡан.
Апайыбыҙ йән йәре һәм йөрәк ите – балалары өсөн үс алырға зенитсы булып һуғышта ҡала. Ике-өс йыл шу­лай үтә. Аңлата алмаҫлыҡ нәфрәт тыуа, фашисты тешем менән өҙгөләр­ҙәй була инем, тип хәтерләй ул. Апа­йыбыҙҙың яҙа торған машинкала эшләгәнен белгәс, штабҡа күсерәләр. Бер үҙе бер блиндажда ултыра, тышта — һаҡсы. Офицер документ килтереп, ҡарап тороп яҙҙыра. Йәнен өткән ҡайғы күкрәк тулы йыр, моң булып ағыла. “Шәшкеләргә китеп һәләк булды, башҡынайым ҡалды йәш кенә” – “Ашҡаҙар” йыры уның тормош гимны булды, иламай тыңлап булмай ине. “Зөлхизә”не, “Ғилмияза”ны йөрәктәргә үтерлек итеп йырланы.
Төрлө милләт һуғышсылары, баш­ҡорт телен белмәһә лә, илаһи моңдо хайран ҡалып тыңлар булған. Блин­дажға “Соловьиный блиндаж” тип исем дә биргәндәр. Төрлө частар һуғышҡа үткән саҡта, ялға туҡтағандар. Бер офицер блиндаж янында өйөрөлә. Штабҡа барып, тауыш хужаһын күр­һәтеүҙе үтенә. Рөхсәт итәләр, сөнки часть һуғыш яланына бара бит. Апа­йыбыҙҙы күреп, әгәр иҫән ҡалһам, һине табам, бергә буласаҡбыҙ, ти. Был Бүздәк районының Боғаҙы ауылы еге­те, танкист Камил Батыргәрәй улы Асҡаров була.
Һуғыш бөткәс тә уларҙы ебәрмәйҙәр – Грузияла “Вазиани” тигән часта хеҙмәт итәләр. Унда ла апайыбыҙҙың тауышына ғәжәпләнеп, йырҙарын тыңлағандар. Грузиндарҙың “Сулико” йырын иҫ китерлек итеп башҡара ине.
Беҙҙең апайыбыҙ, шул тиклем ҡат­марлы яҙмышына ҡарамай, саф күңел­ле, бала кеүек ышанып барыусан, эс­кер­һеҙ булды. Бер ваҡытта ла һытыҡ йөҙ күрһәтмәне. Бөтәбеҙҙе, балала­рыбыҙҙы ла йылмайып ҡаршы алып, күңел йылыһын бирер ине. Шуға ла уның йөҙөндә ҡартлыҡ түгел, ә нур балҡыны. Физиологтар, кешенең эске халәте ҡартайғас йөҙөнә сыға, тиҙәр. Саф күңелле кеше – матур, эсендә кер йөрөткәндәр ҡапыл һәм килбәтһеҙ ҡартая, тип иҫбат итәләр.
80 йәш тула тигәндә апайыбыҙ, янбаш һөйәген һындырып, дауаханаға эләкте, өҫтәүенә инфаркт та булды. Операцияны йөрәге күтәрә алмаҫ тип, наркозды самалап бирәләр. Апайы­быҙ­ҙы реанимацияға күсерәләр, ә ул моңло итеп “Ашҡаҙар”ҙы йырлай. Был хәлде көтмәгәнлектән, мин илап ебәрҙем, аҡылы аҡһаны, ахыры, тим. Ул минән:
– Һин кем, ниңә илайһың? – тип һораны. Мин тулыһынса реанимация кейемендә инем, битлектәмен.
– Был мин – Фәниә. Ни өсөн йырлайһың һуң? – тип һораным.
– Ауыртыуҙы шулай баҫам бит, – тип яуапланы ул.
Ә өлкән хирург:
– Күпме эшләйем, бындай ғәжәп хәлде беренсе тапҡыр күрәм, — тип аптыраны.
Дөйөм палатаға күсергәс тә, изге күңелле килене Разия менән арҡа­һына йәбешкән простыняны тиреһе менән бергә тигәндәй һыҙырабыҙ, ә ул, түҙә алмаһа, таҡмаҡ әйтә, хатта ауырыраҡ хәллеләрҙе йыуата ине. Апайыбыҙ шулай тырышып аяҡҡа баҫты.
Атайыбыҙҙы ла һуғыш тартып ал­ды. Өлкән ағайыбыҙ Шәһит Хәйбулла улы ла яраланып ҡайтты. Ул быуын балалары мәктәптең парта артынан тигәндәй (17 йәштән) фронтҡа алынып, һигеҙ йыл­дан ғына ҡай­та алды.
Ат урынына үгеҙ егеп, ир урынына үҙе баҫып ер һөргән әсәләр­ҙең һуғыш осоро балалары беҙ. Иҫән ҡайтҡан ағайҙар егет көйө генә ғаилә башлығы булып, йөктө үҙ иңдәренә алды. Иң тәүге бурыстары — илде аяҡҡа баҫтырыу. Уның өсөн уҡырға кәрәк, уларҙың бит өлгөргәнлек аттестаты ла юҡ. Ситтән тороп булһа ла уҡыуҙарын дауам иттеләр. Хәҙерге йәштәргә күҙ алдына килтереү генә түгел, хатта аңлауы ла ауыр. Ул осор ағайҙары тырыш, йәшәүенең мәғәнәһен белеп, ғүмерен ис­раф итмә­йенсә, һәр ми­нуттың ҡәҙерен бе­леп йәшәне. Һуғыш ныҡлы һабаҡ булып, улар­ҙа утта сы­ныҡ­ҡан тимер кеүек ҡоростай ихтыяр көсө тәрбиәләгән.
Беҙҙең тиҫтерҙәр ҙә һынатманы, 5-6 йәштән башаҡ йыя инек. Нисәлер ус тапшырһаң, трудодень яҙалар (бәлә­кәй баланың усы инде!). Әсәй — судья ҡатыны — колхозда парторг, түләүһеҙ эшләй. Йәшәргә кәрәк булғас, ат ҡараусы булды. Әсәй ауылдарҙан ҡай­тып өлгөрмәһә, малдарҙы беҙ көтәбеҙ. Миңә – алты, ағайыма 10 йәш. Ҡараңғы төн, мин алдан йүгерәм, минең арттан ҡыңғыраулы ат, унан бүтән аттар килә. Фәрит ағайым арттан ҡыуа. Ҡурҡыныс, бүре лә күп. Фермаға алып килеп бикләп ҡайтабыҙ. Ат малының шул тиклем аҡыллы икәнен бик иртә аңланым мин.
Беҙҙеке генә түгел, ул осор бала­ларының яҙмышы шулай булды. Терә­лер­лек, кәңәш итерлек, аяп, һаҡлап, алдан юл асып торорлоҡ атайҙар булмаһа ла, бирешмәнек. Бергә үҫкән тиҫтерҙәрем араһында республикала, хатта Рәсәйҙә билдәле, данлыҡлы кешеләр бар: Татарстандың Рәссам­дар союзы рәйесе Абрек Абыҙгилдин, Башҡортостандың халыҡ артисы Фә­рит Бикбулатов, Башҡортостандың атҡа­ҙанған нефтсеһе Әхтәм Бикбулатов һәм башҡа бик күп табиптар, уҡы­тыу­сылар. Һуғыш яланында ятып ҡалған атайҙарҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтер­мәнек.
Украина фажиғәһенә тәүбә итеп, фәһем алып, йәшәйешебеҙҙең, тыныс тормошобоҙҙоң ҡәҙерен беләйек, замандаштар. Ваҡ-төйәк ығы-зығы ме­нән, сүп өҫтөнә сүмәлә өйөп, үҙе­беҙ­ҙең ғүмеребеҙҙе, һаулығы­быҙҙы ағыу­ламайыҡ. Беребеҙ ҙә ергә мәңгегә килмәгән, донъя беҙҙән дә ҡалыр. Раббыбыҙ алдында яуап бирәһе бар бит әле, иҫтә тотайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 049

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 414

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 946

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 852

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 594

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 205

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 429

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 950

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 400

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 309

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 497