Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шәхси хужалыҡ – ғаилә ҡалҡаны
Шәхси хужалыҡ – ғаилә ҡалҡаны Был темаға әленән-әле әйләнеп ҡайтыла. Шулай булырға тейеш тә, сөнки өлкә үҙенең хәл ителгән-ителмәгән мәсьәләләре менән әҙәм балаһын ғүмере буйы оҙатып бара, кеше иң күп ваҡытын ошонда үткәрә. Шәхси хужалыҡ. “Шәхси” тигән һүҙ генә лә кешенең үҙенеке, йәғни уның ғаилә мөлкәте икәнде аңлата. Хужалыҡты ғаиләң, яҡындарың менән берлектә алып барырға мөмкин. Булмаһа, бер аҙ тарихҡа күҙ ташлап, бөгөнгөһөн байҡап, киләсәкте күҙаллап, ошо турала һөйләшәйек.

Бер аҙ тарих...

Кешенең шәхси мөлкәте гелән бул­ған: тәүтормош осоронда – таш ҡоралы, ғаилә усағын һаҡлар өсөн – мәмерйәһе. Ер эшен үҙләштерә баш­ла­ғас та билә­мә­һеҙ тормағандар. Хатта беҙ хоҡуҡ­һыҙ­лыҡ тип өйрәнгән “кре­пост­ное пра­во” ваҡытында ла крәҫ­ти­әндең “наделы”, өй ҡаралтыһы (һу­ңы­нан ғына күбеһе бы­ларҙың бөтәһенән ҡолаҡ ҡаҡҡан) бул­ған. Столыпин реформа­һынан һуң крәҫ­ти­әнгә бөтөнләй юл асыла. Хатта хәл­ле­рәктәр айырым ауыл (выселок, хутор) төҙөү мөмкин­леге ала. Бушыраҡ, сәсел­мәй ятҡан ерҙәр үҙләштерелә башлай.
Совет власы ла, бөтә ерҙәрҙе дәүләт ҡарамағына күсерһә лә, ҡапыл ғына йорт биләмәләренә, шәхси хужалыҡ алып барыуға ҡыҫылмай. 1930 йылда ҡабул ителгән “Ауыл хужалығы артел­дәре тураһында”, 1935 йылда колхоз­дарға тәҡдим ителгән “Яҡынса устав”та ла шәхси хужалыҡтар тураһында тәҡ­димдәр бар. Башта 0,5-0,8 гектар ер өлө­шө рөхсәт ителһә, яйлап улар ҡыҫ­ҡартыла бара, сөнки ере күп булған һайын крәҫ­тиән шәхси хужалығына ва­ҡытын күбе­рәк бүлә, “таяҡ”ҡа ғына эш­ләгән колхоз эшенә һалҡын ҡарай баш­лай. Шуға ла ВКП(б) Үҙәк коми­те­тының “О мерах охраны общественных земель колхозов от разба­за­ри­вания” (1939 йыл, 28 май) тип аталған ҡарары сыға. Уға ярашлы, бөтә “артыҡ” ерҙәр тартып алына.
Шәхси хужалыҡ – ғаилә ҡалҡаныҺалымдарға килһәк, бөгөнгө (2003 йылда ҡабул ителгән) закон буйынса шәхси хужалыҡта етештерелгән тауар, аҙыҡ-түлек шәхси мөлкәт һанала. Һатылғаны эшҡыуарлыҡҡа тиңләнмәй. Совет осороноң 20 – 30-сы йылдарында ла крәҫтиән “берҙәм ауыл ху­жа­лығы һалымы” ғына түләп килә, ул 1923 йылда тормошҡа ашырыла башлай. Ләкин 1928 йылда тигеҙлек бөтөрөлә. Яңғыҙ хужалыҡ менән йәшәгәндәрҙе колхозсыларҙан айыралар. Тәүгеләрен “единоличник” тип атап, һалымды әллә нисәмә тапҡырға арттыралар. Етмәһә, 35 процент ярлының һалымын единоличниктар елкәһенә һалалар. Крәҫтиән­дәр, колхозға инергә теләмәгәндәр, шәх­си хужалығы менән йәшәгәндәр кәмендә туғыҙ (!) төрлө һалым түләгән. Шуны иҫкә төшөрөү мөһим: колхозсы “таяҡ”ҡа эшләгән! Ә барлыҡ һалым, заем аҡсалата йыйылған. Колхозсы “те­ре” аҡса күрә алмағас, бөтә көс шәхси хужалығына төшкән. Унда иһә тик бер һыйыр, бер быҙау, ике һарыҡ, теләгәнсә ҡуян, 20 баш умарта тотоу ғына рөхсәт ителгән. Ат тотоу тыйылған. Етмәһә, натураль һалым да һалынған. Ул үҙгәреп торған. Мәҫәлән, 1930 йылда һәр единоличник 50 килограмм ит тапшырырға тейеш булһа, 1940 йылда – 72!
Шәхси хужалығында мал аҫраған ке­ше кәмендә 40 килограмм ит тапшыр­ған. Малы юҡ икән, аҡсалата түләгән. Әгәр ике кварталда ит, йомортҡа, һөт, һарыҡ йөнө тапшырыу һалымын түлә­мәһә, уның малы, йорт-ҡураһы тартып алынып, осһоҙ хаҡҡа һатылған. Единоличниктар, һалымдарҙан тыш, иген тапшырыу планын да үтәргә тейеш булған. Бындай хәл колхозсылар аҡса күрә баш­лағансы, йәғни үткән быуаттың 60-сы йылдарына саҡлы бара. Ә бына “артыҡ” һөттө тапшырыу (асылда тартып алыу) 90-сы йылдарғаса йәшәп килде. Һинең ғаиләңдә бер балаң бармы, биш-һигеҙ баламы – тейешенсә тапшыр. Юҡһа фуражын, һалам-бесә­нен дә, техникаһын да күрмәйәсәкһең. Хат­та ауыл Советтары ярыша-ярыша йөк­лә­мә ала торғайны. Нисек кенә үтәл­мәне улар, яҙһаң, кеше ышанмаҫ. Мәҫә­лән, Өфө, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы ра­йон­дары халҡы Өфөгә һары май алырға юллана торғайны. Фәлән-фәлән литр һөт урынына шунса-шунса май тапшыр­һаң, планың үтәлгәнгә иҫәплә­нә.
Һөт ҡәҙерле ине ул саҡта. Бер ыңғайҙан магазинға ҡайтҡан тауарҙы ла иҫкә төшөрөп үтеү кәрәктер. Ҡайһы ғына ауыл магазинына инмә, “галош – йомортҡаға” тип яҙылып ҡуя торғайны. Ә ХХ быуаттың 30 – 60-сы йылдарын уйлаһаң, 40 ки­лог­рамм ит тапшырыу – ғаиләңдән өҙөп берҙән-бер һыйырың­дың быҙауын һа­лымға илтеп биреү ти­гән һүҙ. Ва­ҡы­тында түләнмәһә, Енәйәт кодексының 107-се статьяһы ҡулла­ныл­ған (өлөшлә­тә йәки тулыһынса мөлкәтен конфискациялау, өс йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү).

Ҡанундар, мөмкинлектәр

Бөгөн шәхси хужалыҡта етештереү эшҡыуарлыҡҡа һаналмай. Шуға хужа ике төрлө – ер һәм йорт-ҡура, ҡаралты һалымын ғына түләй. 2011 йылдың июнендә 2003 йылда ҡабул ителгән “Шәхси хужалыҡ тураһында”ғы Федераль закондың 4-се статьяһына, Рәсәй Һалым кодексының 2-се бүлеге 217-се статьяһына үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, шәхси хужалыҡ алып барыу өсөн 0,5 гектар ер ҡарала.
Субъекттарҙың урындағы ҡанунда­рына, мөмкинлегенә ҡарап, ер майҙаны биш тапҡырға – 2,5 гектарға саҡлы арттырылырға мөмкин. Әгәр ҙә законда ҡаралған биләмәнән ере күберәк икән, крәҫтиән (фермер) хужалығы асырға тейеш. Шулай уҡ үҙгәрештәрҙә ялланып эшләүсе (наемный рабочий) тураһында айырым әйтелә. Шәхси хужалыҡта кешене эшләтеү тыйыла. Тик эшҡыуарҙар ғына эшсегә ҡаралған бөтә төр таш­ламаларҙы ҡулланып, эш хаҡы түләп, Пенсия фондына тейешле сумманы күсереп, кешегә эш тәҡдим итә ала.

Һандар...

Бөгөн илдә 22 миллиондан ашыу шәхси хужалыҡ иҫәпләнә (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа 18 – 20 миллион). Улар өлөшөнә бөтөн ауыл хужалығы продук­цияһының яртыһынан күберәге төшә. Шәхси хужалыҡтарҙың һәр береһендә өс-дүрт кеше булһа, улар ярты ил халҡын аҙыҡ менән тәьмин итә тигән һүҙ.
Шәхси хужалыҡтар элек бәләкәй ху­жалыҡ итеү алымынан эрегә (колхоз, совхоз) күскән осорҙа тәжрибә майҙан­сығы булып торһа, хәҙер, киреһенсә, эре хужалыҡтарҙан бәләкәйҙәргә бүленгән саҡта һығылмалылыҡ ролен уйнай. Улар, Рәсәйҙең барлыҡ сәсеү майҙа­нының 4,3 процентын ғына тәшкил ите­үе­нә ҡа­рамаҫтан, илдәге 92 процент кар­туфты, 77 – башҡа төр йәшелсә, 59 – ит, 49 – һөт, 42 процент йомортҡа етештерә.
Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу (2006 йыл) күрһәтеүенсә, 59,2 мең ауыл хужалығы ойошмаһының 69 про­центы ғына асылда ниҙер етештерә, 253,3 мең крәҫтиән (фермер) хужалы­ғының – яртыһы, 31,8 мең үҙаллы эшҡы­уарҙың 67 проценты ғына эшләй. Шәхси хужалыҡтарға килгәндә, 22,8 миллион­дың 86 проценты ауыл хужа­лығы тауары етештерә. Һуңғыларын анализлағанда шул күренә: 30 процент ғаилә өҫтәмә килем булараҡ хужалығын алып бара, 50 проценты үҙҙәрен аҙыҡ менән тәьмин итеү өсөн, 25 процент­ы­ныҡы – төп килем сығанағы.

Башҡа яғы...

Булмаһа, һандарҙы ситкә ҡуйып то­ра­йыҡ та үҙебеҙҙең ауылдарға баға­йыҡ. Бер кемгә лә сер түгел, бөгөн бай­таҡ хужалар картуф баҡсаларын “ҡыҫҡартып”, унда үлән сәсә. Ҡыҙғаныс­ҡа ҡаршы, кө­төүҙәр ҙә бәләкәйлән­гән­дән-бәләкәйләнә. Бының сәбәбе, әл­бит­тә, байтаҡ. Ҡайһы кеше уны эре хужалыҡтар тарҡалыуына бәйләй. Бер ҡараһаң, шулай, ләкин һа­ла­мы бул­маһа ла, бесән әҙерләргә мөм­кинлек күберәк – теләһә ҡайҙа барып сап.
Минеңсә, мал һаны кәмеүенең төп сәбәбенең береһе – типһә тимер өҙөр­лөк ир-егеттең ситтә эшләүе. Шунан һуң, мал йәнле быуын олоғайҙы. Йәғни бәләкәй ауылдар “ҡартая”. Район үҙәк­тәре, киреһенсә, артығынан тыш ҙурая. Ни өсөнмө? Сөнки унда йәштәргә йәшәү шарттары күпкә яҡшыраҡ.
Беҙҙең атай-олатайҙар ниндәй генә заманда ла шәхси хужалыҡ алып ба­рыр­ға тырышҡан, ил уның ярҙамында ғына ғаиләһен ас итмәҫенә ышанған. Бөгөн ҡайҙа көслө шәхси ярҙамсыл ху­жалыҡ бар, ошо ауылдарҙың киләсә­ге лә өмөтлө. Был йәһәттән күп нәмә урын­дағы етәкселәр­гә туранан-тура бәйле...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 367

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840