Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өфө күрһәтәсәк, донъя ҡараясаҡ
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөтөн Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының генераль директоры Олег Добродеев менән осрашты.

Яҡтар халыҡ-ара саммиттар алдынан үҙ-ара бәйләнеш, компанияның төбәк филиалы эшен камиллаштырыу мәсьәләләрен тик­шерҙе.
– Һеҙҙең телерадиотапшырыуҙар компа­ния­һын һәр саҡ ихтирам иттек. Бик әүҙем, шәп эшләйһегеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ­ҙә­ге филиал да төп ойошма кеүек үк үҫешһен ине. Һуңғы ваҡытта, әлбиттә, ыңғай үҙгә­реш­тәр күҙәтелә. Контент сифаты яҡшы­ра. Бер үк ваҡытта төбәк филиалы Баш­ҡортос­тан юл­даш телевидениеһы менән дә хеҙмәттәш­леген дауам итһә, шат булыр инек.
Олег Добродеев иһә Башҡортостандағы бүлексәлә техник яҡтан ҡайтанан йыһазлан­дырыу буйынса эш башҡарылыуы, әле канал­дың саммиттарҙы яҡтыртыуға тулы­һынса әҙер булыуы хаҡында белдерҙе.
Һуңынан Рөстәм Хәмитов Олег Доброде­ев, уның урынбаҫарҙары Рифат Сабитов, Станислав Хаустов, Алексей Земский, “Баш­ҡортостан” дәүләт телерадиоком­па­ния­һы дирек­торы Азамат Сәлихов менән “Баш­ҡортос­тан” компанияһында өр-яңы ап­па­рат-студия комплексын асыуҙа ҡатнашты.
Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышын һәм БРИКС илдәре, хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуын үткәргән көн­дәрҙә “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы федераль эфирҙағы көндәлек тура тапшы­рыуҙар өсөн төп студия майҙансығына әүереләсәк. Комплексты ҡарап сыҡҡандан һуң, Рөстәм Хәмитов менән Олег Добродеев “Хәбәрҙәр – Башҡортостан” программаһының тура эфирында сығыш яһаны.









Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 073

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 873

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 420

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512