Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер быуатлыҡ инәй
Бер быуатлыҡ инәй Тормоштоң әсе-сөсөһөн татыған, Октябрь рево­люцияһы, колхозлаштырыу, Бөйөк Ватан һу­ғышы йыл­дарының тере шаһиты бул­ған Ғәшүрә Татлыбаева ошо көндәрҙә 100 йәшен бил­дәләне.


“Хәрәкәттә – бәрәкәт” тигәндәре хаҡтыр, кү­рәһең. Өс йәшендә генә атайһыҙ тороп ҡалған Ғәшүрә Зәйнулла ҡыҙы бәләкәйҙән эшләп үҫә. 16 йәшендә Ғәлебай Татлыбаевҡа тормошҡа сығып, ике ҡыҙға ғүмер бүләк итә. Тик йәштәрҙең бәхетле тормошон ҡәһәрле һуғыш селпәрәмә килтерә: ире һуғышҡа китә һәм бер йылдан “ҡара ҡағыҙ” килә. Шулай ҙа Ғәшүрә инәй ышанмай, Ғәлебайының яуҙан иҫән-һау әйләнеп ҡайтасағына өмөт итә, ғүмер буйы көтә. Ике балаһын үҫтереү еңел бирел­мәй уға: төрлө эштә көн-төн тимәй тир түгә. Яңғыҙ булһа ла, бирешмәй һалдат ҡатыны.
– Әсәйем ғүмер буйы эшләне, ҡайҙарҙа икәнен һанай башлаһаң, бармаҡтар ҙа етмәҫ, – ти уның ҡыҙы Зөләйха. – Түҙемле, изге кү­ңелле, тырыш булды ул. Донъяһын бына тигән итеп баҡты, беҙ кеше араһында кәм-хур булмаһын өсөн тырышты, эшкә өйрәтте. Йә­мәғәт тормошонда ҡайнап йәшәне, йырланы ла, бейене лә. Бигерәк тә ҡул эштәренә маһир, үҙем дә бәйләм менән булышырға яратам.
Ҡаланың үҙәк урамдарының береһендә ра­йон хакимиәте ярҙамы менән бирелгән йылы, ҡотло йортта Ғәшүрә әбей ҡыҙы Зөләйха менән донъя көтә. Бөгөн бәхетле инәйҙең 10 ейән-ейәнсәре, 26 бүлә-бүләсәре бар. Уларҙың һаулыҡ-сәләмәтлеге өсөн көн һайын доғалар уҡый, биш намаҙын ҡалдырмай инәй. Ҡалала йәшәүгә ҡарамаҫтан, Ғәшүрә Татлыбаева мунсала сабынырға ярата, шуға күрә уны йыш ҡына ейәндәре машинала ауылға алып ҡайта.
Йөҙ йәшкә тиклем шифалы миндек менән сабыныу, хеҙмәттән ҡурҡмай, бар эште яратып башҡарыу, сәләмәт тормош алып барыу, кешеләргә тик яҡшылыҡ һәм изгелек теләү, һөйгән йәреңә ғүмер буйы тоғро ҡалыу, иң мөһиме, йәшәргә теләү, рух ныҡлығын ташламау – бына ул оҙаҡ йәшәүҙең сере.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840