Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшәү дәрте һүнмәһен
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының республика Хөкүмәте һәм “Айыҡ Башҡортостан” төбәк йәмәғәтселек хәрәкәте менән берлектә ойошторған “Айыҡ ауыл” конкурсына Илеш районы хакимиәте быйыл да ихлас ҡушылды.

Конкурс өсөн “Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау — иң яҡ­шы практика”, “Халыҡты физик һәм рухи йәһәттән һауыҡтырыу буйын­са берҙәм эшмәкәрлектең иң яҡшы өлгөһө”, “Ауылдаштарҙы әүҙем тор­мошҡа йәлеп итеү буйынса халыҡ башланғысының иң яҡшы өлгөһө”, “Яҡшылыҡ ҡыл” (хәрәкәт лидер­ҙары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм совет депутаттары араһында конкурс), “Киң мәғлүмәт сараларында иң яҡшы мәҡәлә” тигән номинациялар булдырылды. Бәйгегә йомғаҡ яһағанда ҙур тырышлыҡ күрһәткән кешеләрҙең, етәкселәрҙең, бел­гес­тәрҙең, полиция хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге айырым баһа аласаҡ. Еңеүселәргә район хакимиәтенең Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бү­ләк­тәр тапшырыласаҡ.
Быйыл конкурсҡа тәүгеләрҙән булып Иғмәт ауыл Советы ҡушыл­ды. Унда төрлө тармаҡ, ойошма, киң йәмәғәтселек вәкилдәре ҡат­нашлығында күркәм байрам сара­һы үтте. Мәҙәниәт йортонда ра­йон оҫталарының ҡул эштәренән күр­гәҙ­мәләр ойошторолдо.
Сарала ҡатнашҡан кешеләр ошонда уҡ “Серҙәш” клубы эшмә­кәрлеге менән танышты. Уның ағза­лары халыҡты борсоған эскелек, наркомания, тәмәке тартыу һәм башҡа проблемалар тураһында даими фекер алыша, китап уҡыу­сылар конференциялары, йәштәр араһында төрлө ярыштар, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштора.
Ҡунаҡтарға артабан Иғмәт ауыл үҙешмәкәрҙәре әҙерләгән “Донъя­ны ҡотҡара матурлыҡ һәм ба­тырлыҡ” тигән әҙәби-музыкаль тамаша күр­һәтелде.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518