Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыҙыл күлдәк дәртләндерә...
Ҡыҙыл күлдәк дәртләндерә... Психологтар билдәләүенсә, кейемдең төҫө лә ҙур әһәмиәткә эйә. Теләйбеҙме-юҡмы, тирә-яҡтағыларҙың беҙгә ҡарата мөнәсәбәте тап ошо факторға ла бәйләнгән. Төҫ хис-тойғоға, кәйефкә тәьҫир итә. Белгестәр айырыуса ҡара төҫтәге кейем­дәрҙе өнәп етмәй: депрес­сияға, күңел төшөнкөлө­гөнә алып килеүе мөмкин тигән фекерҙә улар.

Уның ҡарауы, рәхәтләнеп аҡ кейем кейергә мөмкин – был төҫ таҙалыҡ, бөхтәлек һәм нәфислектән башҡа бер ниндәй ҙә көслө хис-тойғо тыуҙырмай. Ә бына ҡыҙыл кейемле ҡатын-ҡыҙға ир-аттан тәҡдимдәр, маҡтау һүҙҙәре яуа башлаһа, бер ҙә аптырамағыҙ.
Һары ижад һәм көтөү төҫө һанала. Шулай ҙа ир-атты бындай төҫтәге кейем менән ҡурҡытыуҙан һаҡланығыҙ. Ирҙәр йүләр түгел, улар һары кейемле ҡатын-ҡыҙҙан ниндәйҙер ҡурҡыныс (ауға сыҡҡан һәм “мөнәсәбәт” теләй) килеүен һиҙә.
Йәшел – хакимлыҡ яратҡан, баш­ҡалар­ҙан өҫтөн булырға теләгәндәр төҫө. Бындай кейем кешенең ғорур холҡон, үҙһүҙлелеген, етеш тормошта йәшәгәнен күрһәтә.
Иң яҡшыһы – асыҡ һары йәки ҡыҙғылт һары төҫлө кейем кейегеҙ. Ни өсөн тигәндә, ул – көс-ҡеүәт һәм шатлыҡ төҫө. Ҡара пальто елкәһенә асыҡ һары шарф бәйләһәң дә, иғтибарҙы йәлеп итәсәк.
Етди мөнәсәбәттәргә мохтаж һәм бы­ны күрһәтергә теләгән гүзәл зат зәңгәр төҫтө үҙ итергә тейеш. Был уның тыныс, бәхетле ғаилә усағы ҡорорға һәләтле булыуын күрһәтә, ә ир-егет быны һиҙә.
Һоро төҫ, ҡараңғыраҡ, ҡуйыраҡ бул­ған һайын, эс бошорғос тәьҫир итә, деп­рессияға этәрә. Бындай төҫтәге кейем­де берәй асыҡ төҫтәге әйбер (мәҫәлән, шарф, ҡайыш, манжет, брошка) менән би­ҙәп ебәрһәң, киреһенсә, кәйеф кү­тәрелә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518