Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Енәйәт һәм яза
Рөхсәтһеҙ төҙөлгәс, һүтеләсәк

Республикабыҙҙа “Йомағужа” һыу һаҡлағысы янында рөхсәтһеҙ төҙөлгән ял базаһын һүтәсәктәр.

Күгәрсен районы прокуратураһы билдәләүенсә, шәхси эшҡыуар Ағиҙел йылғаһы ярында дүрт ҡунаҡ йорто, мунса һалған һәм уларҙы туристарға ҡуртымға биргән. Ҡануниәт һыу һаҡлау зонаһында һәм милли парктар биләмәһендә капиталь ҡаралтылар төҙөүҙе тыя. Шуға күрә суд прокуратураның дәғүәһен ҡәнәғәтләндерҙе һәм эшҡыуарға бер ай эсендә йорттарҙы ла, мунсаны ла һүтеү бурысын йөкмәтте.

Ришүәтсе студенттарҙы талаған

Башҡорт дәүләт аграр университетының элекке уҡытыусыһы студенттарҙан ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.

Асыҡланыуынса, былтыр декабрҙә сессия барышында ул I курс студенттарынан зачет өсөн 500-әр һум аҡса йыйҙырта. Йәштәрҙең береһе хоҡуҡ һаҡлау органына мөрәжәғәт иткәс, аҡсаны тапшырғанда доцент ҡулға алына. Тиҙҙән ул эш урынын ҡалдыра. Әле тикшереү дауам итә.

157 кешенән –
170 миллион һум


Стәрлетамаҡта торлаҡ йорттар төҙөүҙә мутлыҡ ҡылған кеше Өфөлә ҡулға алынды. Уға ҡарата федераль кимәлдә лә эҙләү иғлан ителгәнлеге асыҡланды.

2010 йылдың октябренән 2014 йылдың ғинуарына тиклем яуаплылығы сикләнгән ике йәмғиәттең директоры фатир һатып алыу-һатыуға граждандар менән килешеү төҙөгән. Тәфтишселәр билдәләүенсә, килешеүҙәр ойош­маға бөтөнләй ҡағылмаған торлаҡ майҙанына ҡарата төҙөлгән, ҡайһы бер фатирҙар ике тапҡыр һатылған.
Енәйәтсенең ошо ғәмәленән 157 кеше 170 миллион һумлыҡ зыян күргән. Тикшереү барышында ул тәртип һаҡсыларынан ҡасҡан, ә 26 мартта полиция хеҙмәт­кәрҙәре тарафынан ҡулға алынған. Баш ҡаланың Ленин район суды енәйәтсене һаҡ аҫтына алыу тураһында ҡарар сығарған.

Этеңә хужа бул!

Баҡалы ауылында биш йәшлек малайға эт ташланған. Уның хужаһы зыян күргән ғаиләгә аҡса түләргә тейеш.

Асыҡланыуынса, йорт ихатаһында уйнап йөрөгән сабыйға һунар эте һөжүм иткән. Хужаһы, “дүрт аяҡлы дуҫын” ҡарауһыҙ ҡалдырыуы ғына етмәгән, морондоҡ та кейҙермәгән. Ауыр йәрәхәттәр менән бала дауаханаға оҙатылған.
Сабыйҙың әсәһе прокуратураға мөрәжәғәт иткәс, суд эт хужаһынан 25 мең һум аҡса түләтеү тураһында ҡарар сығарған.

Күп ашатыуҙа ғәйепләгәндәр

Өфөлә VI класта уҡыған балаһын тәрбиәләгән ҡатын алты айға әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителде. Опека органдары уны улын күп ашатыуҙа ғәйепләй.

Баш ҡаланың Киров районы прокура­ту­раһынан хәбәр итеүҙәренсә, 12 йәшлек ма­лайҙың ауырлығы – 120 килограмм. Ул үҫеш яғынан тиҫтерҙәренән артта ҡалған, һүҙҙәрҙе ижекләп кенә уҡый, баҫма хәрефтәр менән генә яҙа. 44 йәшлек әсә бер нисә тапҡыр бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияға ла саҡырылған. Ул улының сәләмәтлеген хәстәр­ләргә вәғәҙә иткән.
Әле бала махсус интернатҡа урын­лаш­тырылған. Әсә уны ял көндәрендә генә күреү мөмкин­легенә эйә.

Сабый ғүмере өҙөлдө

Ауырғазы районында электр тогы һуғыуҙан ете йәшлек ҡыҙ һәләк булған. Ул ноутбукта уйнап ултырғанда энергия блогы штекерын ауыҙына ҡапҡан.

Әле Башҡортостандағы Тәфтиш идаралығы баланың үлеменә сәбәпсе шарттарҙы тикшерә. Ведомствола әй­теүҙәренсә, ҡыҙ олатай-өләсәйе янына ауылға ҡайтҡан. Фажиғәле көндә өләсәһе туғандарына киткән, олатаһы күрше бүлмәлә ултырған булған. Хәлдең сәбәбен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы үткәрелеп, уның һөҙөмтәһенә ярашлы ҡарар ҡабул ителәсәк.


Башҡортостан Прокуратураһы
мәғлүмәттәренән.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518