Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алтын ҙур булмай
Һуңғы йылдарҙа яҙыусыларҙың сафы ярайһы уҡ тулыланды. Берәү әйтмешләй, Союзға ағзаларҙы күпләп алалар хәҙер. Алмаш үҫә, олоһоноң да, кесеһенең дә ҡәләм тирбәтеүе, әлбиттә, ыңғай күренеш. Мәҫәлән, йәш яҙыусы, бер нисә китап авторы Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА – иң әүҙемдәрҙең береһе. Күптәр унда арымаҫ-талмаҫ ике ҡанат күрә – шиғриәттә лә, прозала ла һынатмай. Рәзилә менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– Бер нисә йыл элек матбуғат менән бөтөнләй бәйле булмаған бүтән тармаҡҡа эшкә күстең. Был яҙыуҙан ситләштермәйме?
– Ун ике йыл журналда эшләнем, “Һәнәк” мәктәбен үттем. Тормош “тимерлеге” лә булды ул. Бәхетемә күрә, юлымда тик яҡшы кешеләр осраны, уларҙан өйрәндем. Мәрхүм Фират Хажиев фелье­тон яҙа башлауыма булышлыҡ итте. Мансаф Ғиләжев шул уҡ жанрҙа дөрөҫ йүнәлеш алырға өйрәтте. Риф Мифтахов күңелемдә йәшенеп ятҡан шиғриәт ҡуҙын баҙлатып ебәрһә, Марат Әминев менән Венер Исхаҡов юморескаларымды халыҡ алдына сығарыуға өгөтләгән кешеләр булды. Марсель Сәлимов иһә – һәр башланғысымды ҡеүәтләүсе. Шуға ул коллективта үткән ғүме­ремдең һәр көнөнә рәхмәтлемен. Бер саҡ остазым Рәсих Ханнанов: “Ҡыйыуһыҙ ғына ҡыҙҙың бында үҙ урынын табырына шикләнеберәк ҡарағайным. Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә шул – көслө булып сыҡты Рәзилә”, – тигәйне.
Икенсе тармаҡҡа күсеп тә отолманым. Тормошта бер ни ҙә буштан сыҡмай ул. Мәктәптән һуң Сибай педколледжында башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре алғайным. Педагог булыу хыялы менән бала сағымдан яна инем. Шөкөр, ижадым да үҙ яйы менән китеп бара.
– “Башҡортостан” гәзитендә донъя күргән “Әсә йөрәге” хикәйәһе тураһында һөйлә әле. Булған хәлме ул, әллә уйҙырмамы? Ғөмүмән, әҫәр нисек яҙыла?
– “Әсә йөрәге” хикәйәһенең яңы исеме – “Әхирәттәр”. Уйҙырма түгел ул. Геройҙары – халҡыбыҙҙың аҡыллы, тоғро, ауырлыҡҡа һынмаҫ ҡатын-ҡыҙҙары. Мин – шундай кешеләр араһында үҫкән бала.
Хикәйәне Сибайҙа үткән прозаиктар конференцияһында ла ҡара­ғай­нылар. Фекерҙәр төрлө булды. Миңә Әмир Әминевтең һүҙҙәре ҡәҙерле: “Геройҙарҙың һыҙаттарын хәрәкәте аша еткергәнһең. Профессиональ кимәлгә еткән хикәйә. Ҡатын-ҡыҙҙың аҡылына баҫым яһалған әҫәр”, – тине ул.
– Ғаиләңдә ике малай үҫә. Уларҙың кем булыуын теләр инең?
– Рафаэль, Данил исемле улдарыбыҙ бар. Урамыбыҙ эсендә машина, трактор тулып ултырғанғамы, Рафаэлдең теле “трактор” тип асылды. Мәк­тәпкә төшкәнсе тракторсы булам, аҡса көрәйем, тип көлдөрә тор­ғай­ны. Ә хәҙер юрист һөнәрен үҙләштереү хаҡында уйлана. Закондар менән ҡыҙыҡһына. Бәләкәсебеҙ, рәссам буласаҡмын, тип тәтелдәй. Күңеленә ятышлы, үҙе теләгән һөнәр һайлаһындар.
– Гәзит-журналда шиғырҙарың һәм хикәйәләрең даими баҫылып тора. Шул уҡ ваҡытта әсә кеше – ғаилә усағына утын өҫтәп тороусы. Барыһына ла нисек өлгөрәһең? Ғөмүмән, ижадсы ҡатын-ҡыҙға еңелме?
– Һанап кителгән эштәрҙең береһе лә айырым башҡарылып, айырым ваҡыт талап итмәй. Әсәлек бурысын ситкә ҡуйып булмай. Ижад та башыңдан сығып осмай. Ул арала иреңә лә яҡты йөҙ күрһәтеү мөһим. Шөкөр, бәхетем тулы. Әгәр янында үҙен аңлаған, ҡеүәтләп торған ғаи­ләһе, уҡыусылары булһа, ижадсы ҡатын-ҡыҙға шул етә, минеңсә. Ауырлыҡтары ла осрай, әлбиттә. Уларын ваҡ мәсьәлә тип ҡабул итәм, бер ниҙән дә ҡурҡмайым.
– Сатирик ир-ат күберәк. Сәғит Агиш, Марат Кәримов, Агиш Ғирфанов һәм башҡалар. Юмор һәм гүзәл зат. Нисектер, гармония юҡ һымаҡ...
– Был турала әйткәндәре юҡ ине әле... Һорауығыҙ жанрҙың ауыр­лы­ғына төбәлһә, шуны әйтәм – уҡытыусыларым яҡшы булды, үҙем дә ныҡышмын. Яҙма, тип күҙемә тура ҡарап әйткәндәр ҙә булды һәм бар, улар миңә, киреһенсә, көс, сәм өҫтәй. Оҡшамаһа, уҡымаһындар. Ижадымды яратҡандар барыбер күберәк, хат яҙалар, тема тәҡдим итәләр.
– Тәржемәгә ҡарашың ниндәй? Киңерәк донъяға сығыу өсөн, бәлки, ул яҡты ла хәстәрләргә кәрәктер...
– Тәржемәгә ыңғай ҡараштамын. Бер нисә юморескамды урыҫ теленә тәржемә итеп, “Бельские просторы” журналына биргәйнем, баҫып сығарҙылар. Берәүһен Ауырғазы районында йәшәгән яҙыусы Александр Савельев сыуаш теленә ауҙарғайны, ул сыуаштарҙың “Ҡапҡан” сатирик журналында донъя күрҙе. “Урал сасси” гәзитендә ай һайын бер юморескам сығып тора.
– Әҙип үҙе китап уҡыймы ул? Яҙыусылыҡтан тыш шөғөлдәрең дә барҙыр.
– Китап яратмаған әҙип әҙипме икән? Өйөбөҙҙә иң ҙур байлыҡ – китаптар. Рәхәтләнеп уҡыйым. “Китап” нәшриәтендә Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәре ике телдә сыҡҡайны бит, ғаиләбеҙ менән шатланышып уҡыныҡ шуны. Бер китапты ҡабаттан ҡулға алырға ла яратам – һәр саҡ яңы деталдәрҙе шәйләп, ваҡиғаны төрлө яҡтан аса башлайһың.
Башҡа шөғөлдәргә килгәндә, бәйләргә яратам, ҡулъяулыҡтарҙың ситен ырғаҡ менән нағышлайым, тауышым булмаһа ла, йырларға әүәҫмен.
– Гәзит уҡыусыларға теләктәрең дә барҙыр.
– Йылмайып, көлөп, Хоҙай тарафынан бүләк итеп бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен ебәрмәй йәшәһендәр ине. Бер-беребеҙгә йылы ҡарашты, йылы һүҙҙе йәлләмәйек!
Р. ИБРАҺИМОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519