Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әйҙәгеҙ “Әй”гә!
Әйҙәгеҙ “Әй”гә! ­Әҙәм балаһы шулай инде: кеҫәһе саҡ ҡына ҡалыная башланымы, сит илгә сығырға әҙер генә тора. Кемделер мөғжизәле Төркиә йәки серле Мысыр үҙенә ылыҡтыра, икенселәр Европа илдәрен йә Ҡытайҙы күрергә теләй. Ә ниңә Башҡортостанды һайламаҫҡа, ялды үҙебеҙҙә лә матур итеп уҙғарырға була ла инде, тип өндәшке килә. Бөгөнгө ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа күпмелер аҡса янда ҡаласаҡ. Республикабыҙҙа ял урындары күп тә инде, әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ! Мәҫәлән, Дыуан районындағы “Әй” профилакторийы йыл әйләнәһенә эшләй.

Исеме лә юҡҡа ғына шулай һайланмаған: ул йырҙарҙа йырланған Әй йылғаһына һы­йынып ҡына урынлашҡан, тирә-йүне урман менән ҡапланған.
Тышта саф һауа һулап йөрөгән өс әхирәт­тең ҡайһы тарафтан булыуын һораныҡ. Үҙен Любовь тип таныштырғаны Екатеринбургтан икән, Мөслимә апай – Ҡариҙел районынан, ә Сөйөмбикә – Октябрьский ҡалаһы ҡыҙы. Бына шулай уларҙы бәрәкәтле Дыуан ере осраштырған, таныштырған.
Шәфҡәт туташы Лилиә Йосопова белдере­үенсә, “Әй”ҙә ғаиләлеләр бихисап, балаларҙы иҫәпкә алып, өс, дүрт, хатта биш урынлыҡ бүл­мәне һайларға мөмкин. Айырым килеү­се­ләр өсөн дә бер урынлыҡтан алып бишәүгәсә бүлмәләр эшләнгән. Дөйөм алғанда, профилакторий бер юлы 120 кешене ҡабул итерлек. Шул иғтибарға лайыҡ: “люкс”ты һайлаусылар күбәйгәндән-күбәйә. Әйткәндәй, гәзит уҡыусы­ла “Әй”ҙә Башҡорт­остан халҡы ғына ял итә­ме икән тигән һорау тыуыуы ихтимал. Ысын­лап та, күпселекте яҡташтарыбыҙ тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Татарстан, Удмурт республикаларынан, Пермь крайынан килгәндәрҙе осратырға мөмкин.
Әйҙәгеҙ “Әй”гә!Дауалау курсы үткәндән һуң олоһо ла, ке­сеһе лә ялын үҙенсә күңелле итеп ойош­торорға тырыша, ә уның өсөн һәр яҡлап та шарттар тыуҙырылған. Теннис, шахмат һәм бильярд яратыусылар беренсе ҡаттағы залға ашыға. Ә Финляндиянан һатып алынған тренажерҙа шөғөлләнеү ҡан йөрөшөн көйләй, йөрәк тибешен нормаға еткерә. Массаж яһатыуҙан тәндәр яҙылып ҡала. Киләсәктә әлегә буш торған подвал тулыһынса күңел асыу өсөн үҙгәртеләсәк, хатта бассейн төҙөү ҙә күҙ уңында тотола.
Бал шикелле ҡуйы батҡаҡтың һаулыҡҡа файҙаһы билдәле. Уны Күселәр ауылынан ташыйҙар. Батҡаҡлы мискә эсендә бер ни тиклем ултырһаң, тын алышың еңеләйә, ҡыҫ­ҡаһы, үҙеңде яңынан тыуғандай хис итәһең.
Бынан тыш, Вознесенка ауылына экскурсия ойошторола. Шәхси эшҡыуар нимә менән шөғөлләнәйем тип оҙаҡ баш ватмаған, иҫке йортона музей статусы биргән. Башҡорт­останды мөғжизәләр иле тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит – йүнсел төрлө ҙурлыҡтағы фигуралы таштарға картина төшөргән, күргәҙмә ойошторған. Уны ҡарау ғына түгел, иҫтәлек итеп тә алып ҡайталар. Йәнгә дауа, тәнгә сихәт бирерлек тылсымлы шишмә лә бар бында. Һыуын һауыттарға тултырып кемдең күпмегә көсө етһә, шул тиклемде алып ҡайта ала. Чернашар һаҙлығын барып ҡарарға теләүселәр ҙә етерлек.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518