Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кемделер ялҡытты, кемгәлер етмәй ҙә ине...
Быйыл һигеҙенсе тапҡыр ун көн дауамында Яңы йылды кинәнеп байрам иттек. Әммә өлкәндәрҙең “каникулына” мөнәсәбәт бер төрлө генә түгел. Кемдер ялдан ялҡтыҡ тип зарланһа, икенселәр ил гиҙеп, сәфәр йөрөп кинәнә.
Ошо көндәрҙә ил Президентына кандидат Владимир Путин ҡышҡы оҙайлы ялды ҡыҫҡартырға тәҡдим итте. Раштыуа байрамына, 7 ғинуарға тиклем ял итеп, ҡалғанын май айына күсергәндә һәйбәт буласаҡ, тип белдерҙе ул.
Һеҙҙең ошо мәсьәләгә ҡарашығыҙ нисек?

Флүрә БУЛАТОВА, Өфө ҡалаһының “Ашығыс ярҙам” станцияһының ярҙамсы станция мөдире:
— Халыҡта ике төрлө фекер тыуҙырған мәсьәләнең күтәрелеүе һәйбәт. Уҡыу йәшендәге йәки кескәй балалы ата-әсә өсөн ял көндәренең күп булыуы яҡшылыр. Йыш ҡына ошо осорҙа киҙеү тарала, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында карантин иғлан ителә. Бынан тыш, ғаиләләре менән шифаханаларға һәм ял йорттарына бара алалар.
Икенсе яҡтан ҡарағанда, физик әүҙемлектең кәмеүе һәм туҡтауһыҙ ашап-эсеү сәбәпле, ауырыусылар арта. Айырыуса инфаркт һәм ашҡаҙан-эсәк сирҙәренә бәйле “ашығыс ярҙам” саҡырыу йышая. Май айына күсерһәләр отошло, тип иҫәпләйем. Күптәр тик ятыу менән риза түгел.

Рафаэль ЯНБАРИСОВ, иҡтисад фәндәре кандидаты:
— Ныҡлап уйлап ҡараһаң, ял бөтөнләй кәрәкмәй. Ишетеүемсә, Белоруссияла Яңы йылда бер көн генә байрам итәләр. Хеҙмәтсәндәр өсөн түләнмәгән ялдың һис тә файҙаһы юҡ. Кемгәлер аҡса бик кәрәк, ә ул өйҙә ятырға мәжбүр. Сауҙанан һәм тағы бер нисә өлкәнән башҡа береһе лә ял көндәрендә эшләмәй. Шуға ла илдәге тормош һүнеп, торғонлоҡ хәлендә ҡалғандай тойола.

Нәсимә ШӘМСЕТДИНОВА,хеҙмәт ветераны:
— Ил Премьер-министры Владимир Путиндың ҡышҡы каникулдың бер өлөшөн май айына күсереү тураһындағы тәҡдимен ишеткәс, бик ҡыуандым. Ауыл кешеләре өсөн айырыуса һәйбәт булыр ине. Дөрөҫөн әйткәндә, Яңы йыл байрамының 10 – 11 көнгә һуҙылыуы ялҡыта башлағайны. Ял күп осраҡта өҫтәл артында ултырыуға, телевизор ҡарауға ҡоролоп бара, файҙалы итеп үткәреүселәр аҙ.
Беҙҙең өсөн май айы — иң ҡыҙыу осор. Баҡсала эштәр бихисап, мал-тыуар, ҡош-ҡорт тураһында хәстәрлек күреү артҡан мәл. Мәшәҡәттәрҙе оҙайлы ялға ҡайтҡан балаларыбыҙ һәм туған-тыумасалар ҙа еңеләйтешер ине. Үҙҙәренә лә саф һауала, хәрәкәттә булыу яҡшы, беҙгә лә ҙур ярҙам.

Ғайса ӨМӨТБАЕВ, инженер:
— Байтаҡтан ошо хаҡта һүҙ бара ине. Әле президентлыҡҡа кандидат Владимир Путин тарафынан ошо мәсьәләнең күтәрелеүе яҡшы. Уның тәҡдиме менән килешәм. Айырыуса ауыл халҡы өсөн һәйбәт булыр, тип уйлайым. Ҡала кешеһе, аҡсаһы булһа, ҡыш та, йәй ҙә матур итеп ял итә, теләгән еренә бара ала ул. “Каникул” көндәрен күсереү, минеңсә, ҙур проблема түгел, ә бына эшһеҙлек мәсьәләһен тиҙерәк хәл итһендәр ине.

Илдар ҒӘБИТОВ,иҡтисад фәндәре кандидаты:
— Ҡышҡы “каникулды” ҡыҫҡартыу күптән кәрәк ине. Уны бит демократия заманында түрәләр һәм депутаттар үҙҙәре иркенләп ял итеү, сит илдәргә сәйәхәт ҡылыу өсөн булдырғайны. Ябай халыҡҡа аҡсаһыҙ өйҙә ятыуҙың ҡыҙығы юҡ. Ялҡытты тигән һүҙҙәр нигеҙҙә уларҙан ишетелә.
Иҡтисади йәһәттән ҡарағанда ла ялдың файҙаһы юҡ, сөнки юғалтыуҙар күп. Ә ауылда йәшәүселәр, баҡсалары булыусылар ялдың бер өлөшөнөң май айындағы байрам осорона күсерелеүенә һөйөнәсәк кенә. Тәҡдим ителеүе яҡшы, уны депутаттарҙың хуплауы ла кәрәк бит әле.
М. ҒАБДРАХМАНОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 613

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506