Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сибайҙар дәррәү ҡушылды
Башҡортса төбәк диктанты Сибай ҡалаһының ике белем усағында яҙыл­ды. БДУ-ның Сибай институтында уны онлайн режи­мында үткәреү күҙал­ланһа ла, техник сәбәптәр арҡаһында тексты филология фәндәре кандидаты Рида Латипова уҡыны.

Сарала 200-ҙән ашыу кеше ҡат­­нашты, улар араһында студенттар, уҡыусылар, уҡы­тыу­сылар, китапханасылар, оло йәш­тәгеләр ҙә бар ине. Профессор, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкова әйтеүенсә, акция бик урынлы һәм файҙалы. Туған теленең матурлығын той­ған, уның нескә­лектәрен белгән кешегә әлеге һынау әллә ни ауыр­лыҡ тыуҙырмай, тине ул.
30 йылдан ашыу диктант яҙ­ғаны булмаған Нәзирә Килде­йәрова үҙенсәлекле, “үҙе­беҙсә, саф башҡортса” сараны көтөп алған. Акцияға уҡыу­сы­ларҙың да дәррәү ҡушылыуы ҡыуаныслы. Ҡаланың 10-сы мәк­тә­­бенән ба­лаларҙы диктант яҙыр­ға баш­ҡорт теле һәм әҙә­биәте уҡытыу­сыһы Алмабикә Шахмөхәмәтова алып килгән. IX класс уҡыусыһы Рәм­зил Ыласынов туған телен яҡшы белеүе һәм диктантты хатаһыҙ яҙасағы хаҡында ышаныс менән әйтһә, уның һабаҡ­ташы Зарина Игишева ла өмөтлө йылмайҙы.
Диктант яҙыусылар араһында урыҫ телендә аралашҡан сту­денттарҙың, уҡы­тыусыларҙың да булыуы иғтибарға лайыҡ. Туған теленән белемен һынап ҡарарға теләүселәр юҡ түгел, тимәк. Тик ра­йондарҙан да күпләп саҡы­рырға ине халыҡты – ойоштороу­сыларға уйланырға урын бар.
Ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлегендәге туған телдәр буйын­са методист Айһылыу Мотал­лапованың тырышлығы менән Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында уҡыусылар, ата-әсәләр, уҡытыусылар ҙа башҡортса диктант яҙҙы. Улар яҙма эш башҡарып ҡына ҡал­маны, бер аҙға мәктәп йылдарына әйләнеп ҡайтып, хә­тирә­ләрен яңыртты.


Автор: К. УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510