Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Лазанья бешерә беләһеңме?
Лазанья бешерә беләһеңме? Яҡшы кәйеф менән, ҡабаланмай, бар күңел йылыһын һалып әҙерләнгән ашамлыҡ ҡына тәмле була, тиҙәр. Итальян кухняһына ҡараған, әммә башҡа халыҡтар араһында ла танылыу яулаған лазаньяны бешереү ҙә хужабикәнән түҙемлек, оҫталыҡ һәм ваҡыт талап итә. Тәрбиәләп әҙерләнгән, йомшаҡ ҡамырлы, татлы, туҡлыҡлы эслекле лазанья күптәрҙең күңеленә хуш килә. Шуға һәр кемгә лә был тәмле ризыҡты әҙерләй белеү файҙалы булыр.

Лазанья һүҙе, грек теленән тәржемә иткәндә, башлыса “эҫе пластина” йәки “көршәккә теҙеү” тигәнде аңлатҡан. Аҙаҡ Рим халҡы тарафынан үҙләштерелгәс, ул “ризыҡ бешерә торған ҡаҙан” тигән мәғәнәгә эйә була башлаған. Итальян халҡы иһә ошо һүҙ менән әлеге ваҡытта киң таралған лазанья ризығын атап йөрөтә.
Лазаньяны әҙерләү төрҙәре бихисап. Әммә ризыҡтың үҙенсәлегенә әүерелгән өс төп компонентты ҡулланыу мотлаҡ: ҡамыр, томат соусы, бешамель соусы һәм «пармезан» сыры. Икенсел ингредиенттар иҫәбенә ингән шпинат, йәшелсә, бәшмәк, сыр, балыҡ, ит һ.б. рецептҡа ҡарап ҡушыла.
Ҡамыр:
Лазанья ҡамырын магазиндан һатып алырға ла, өй шарттарында үҙебеҙгә лә әҙерләргә мөмкин. Бының өсөн иләнгән онға йомортҡа, тоҙ, май өҫтәп ҡамыр баҫырға һәм йоҡа итеп йәйергә. Уны тура дүртмөйөш рәүешендә ҡырҡып, ҡайнар һыуҙа бешерергә һәм һарҡытып алырға.
Фарш өсөн:
Һуған менән һарымһаҡты ваҡ итеп турап сығырға.
Кишерҙе ҡырғыстан үткәрергә.
Помидорҙың тышын әрсеп, блендерҙа йәки ҡырғыста ваҡларға.
Башта үҫемлек майында һуған менән һарымһаҡты, аҙаҡ кишер өҫтәп ҡыҙҙырырға.
Һуңынан фарш һалып, 20-25 минут тирәһе бешергәс, помидор өҫтәп, тағы ла 5 минут тоторға.
“Бешамель” соусы:
Башта аҡ майҙы иретеп алырға кәрәк. Аҙаҡ уға он һалып болғап, бер аҙ ҡыҙарғансы ҡыҙҙырырға.
Артабан һөт ҡойоп, шыйыҡ ҡаймаҡ ҡуйылығына еткәнсе болғап тоторға.
Соусҡа аҙ ғына тоҙ, мускат сәтләүеге йәки һарымһаҡ ҡушып ебәрергә була.
Классик лазанья әҙерләү өсөн ингредиенттар:
250 г йәймә өсөн 1 литр һөт,1 кг фарш, 100 г аҡ май, 500 г помидор, 100 г он, 200 г һуған, 300 г ҡаты сыр, 150 г кишер, 50 г пармезан сыры, 3-4 һарымһаҡ тырнағы, тоҙ, борос, үҫемлек майы.
Сырҙы ҡырғыс аша үткәрергә.
Бешереү формаһына лазанья йәймәләрен теҙергә, өҫтөнә ит соусының яртыһын, аҙаҡ «Бешамель» соусының 1/3 өлөшөн ҡойорға.
Ҡырылған сырҙы һибеп, уны лазанья ҡамы­ры менән ҡаплап сығырға.
Икенсе ҡатҡа ҡалған ит соусын ҡойоп, өҫтөн «Бешамель» менән һыларға ла сыр һибергә. Иң өҫтөнә йәймәләрҙе теҙеп, соус менән буяп ҡуйырға.
Табаны 180°С ҡыҙыулығындағы мейестә 40-45 минут бешереп алғас, өҫтөнә ҡырылған пармезан һибеп, тағы ла 5-10 минут тоторға.
Лазаньяға томат соусы ла әҙерләргә мөмкин. Уның өсөн ҡыҙҙырылған һуған, кишер, һарымһаҡ өҫтөнә помидор, тоҙ, борос өҫтәп, 20-25 минут бешереп алырға кәрәк.
Ашығыҙ тәмле булһын!






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519